6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Аныҡ проекттар өҫтөндә етди эш көтә
30.01.06


       Бер йыл самаһы элек Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе нең халыҡҡа һәм Федераль Йыйылышҡа Хаты менән барыһын да ғәжәпкә ҡалдырғайны. Иҡтисад кимәлен күтәреү, эске тулайым продуктты арттырыу һәм башҡа дәүләттәр менән иҡтисади һәм
       сәйәси бәйләнештәрҙе үҫтереү тураһындағы ғәҙәти һүҙҙәр урынына дәүләт башлығы күберәк социаль йүнәлештәге аныҡ бурыстар билдәләне. Дөйөм алғанда, унда һүҙ рәсәйлеләрҙең торлаҡ проблемаһын хәл итеү, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә реформалар үткәреү тураһында бара.
       Ул ваҡытта дөйөм фразаларҙың конкрет форма алыуы һәм ысынбарлыҡҡа әйләнеүенә ышаныуы ҡыйын ине. Әммә үткән йылда Владимир Путин бөтә ил буйынса хәл ителәсәк дүрт милли
       проектты билдәләне. Улар: "Мәғариф", "Һаулыҡ һаҡлау", "Рәсә й граждандарына арзан һәм уңайлы торлаҡ", "Агросәнәғәт комплексы үҫеше" тип атала.
       Федераль бюджетта изге ниәттәрҙе тормошҡа ашырыуға бик
       ҙур средство һалынған. Уларҙың күпмеһе кемгә һәм нимә өсөн
       бүленәсәген билдәләргә ҡалды. Быныһы инде төбәктәрҙең бурысы. Йәғни субъекттар хәлде анализларға, төп бурыстарҙы
       һәм уларҙы хәл итеү юлын билдәләргә, инвестиция
       программалары булдырырға һәм быларҙың барыһын да федераль кимәлдә яҡларға тейеш.
       Был эш Башҡортостанда үткән йылда уҡ башланды, сөнки аҡсаны, себештәрҙе кеүек үк, көҙ һанайҙар, ә ошо көндәрҙә Республика йортонда БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль
       Байдәүләтов Башҡортостанда был милли проекттарҙы тормошҡа а шырыу буйынса Координация советы ултырышын үткәрҙе.
       БР һаулыҡ һаҡлау министры Фәнил Шәмиғолов, республиканың мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина, БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрының беренсе урынбаҫары Ринат Сәғитов һәм БР ауыл хужалығы министры Геннадий Горобец Совет алдында отчет менән сығыш яһаны.
       Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә милли проекттың төп маҡсаты - алдағы йылдарҙа медик - санитар ярҙамды үҫтереү һәм заман кимәленә күтәреү. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә профилактика ла
       камиллаштырыуҙы талап итә. Һуңғы маҡсат - халыҡты юғары технологиялы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү.
       Бының өсөн бөтә ил буйынса медик - санитар ярҙамдың ресур с базаһы нығытыласаҡ. Фәнил Шәмиғолов әйтеүенсә, Башҡорт дәүләт медицина университеты нигеҙендә 600 - ҙән ашыу беренсел звено врачтарын әҙерләү планлаштырыла.
       Участка селтәре врачтарының үҙ бурыстарын сифатлы итеп башҡарыуын тәьмин итеү өсөн врачтарға 10 мең һум, шәфҡәт туташтарына - биш мең һум күләмендә өҫтәмә аҡса түләү ойошторола. Республикала участка терапевтары, педиатрҙар, дөйөм практика врачтары һәм участка хеҙмәтендәге шәфҡәт
       туташтарының реестры булдырылған да инде. Дөйөм алғанда унда 4447 кеше инә, 2006 йылда уларға 492 мең һум түләнәсәк.
       Медицина хеҙмәткәрҙәренең янсыҡтары ғына түгел, дауалау учреждениеларының матди базаһы ла ярайһы уҡ тулыланыуы көтөлә: 400,5 миллион һумлыҡ 948 берәмек медицина ҡорамалдары ҡайтарыу планлаштырыла. Быға өҫтәп республикаға тағы ла 318 УАЗ һәм 94 ГАЗель "ҡайтасаҡ". Йәғни "тиҙ ярҙам" машинаһын хәҙер оҙаҡ көтөргә тура килмәҫ тип өмөтләнергә
       ҡала.
       Врачтар ауырлы ҡатындарҙың сәләмәтлеген тейешле иғтибарҙа
       тотһон өсөн илебеҙҙә бала табыу сертификаты индерелде. Һау - сәләмәт бала тыуа икән - дауахана, бына һиңә аҡса.
       ВИЧ - инфекциялы ауырыуҙарҙы асыҡлау һәм сифатлы дауалау,
       инфекцияның әсәнән балаға күсеүен иҫкәртеү буйынса саралар планлаштырыла. Был маҡсатҡа ла ярайһы уҡ сумма бүленәсәк. Башҡортостандың мәғариф өлкәһендә эшмәкәрлек алты йүнәлеш ( федераль программа буйынса - ете) буйынса алып барыласаҡ. Зө һрә Рәхмәтуллина билдәләүенсә, инновацион белем биреү программаларын әүҙем үҙләштереүсе мәктәптәрҙе гранттар менән дәртләндереү ниәтләнә, иң яҡшы уҡытыусыларға ( милли проект буйынса илдә улар 10 мең тирәһе булырға тейеш) йөҙ
       мең һум күләмендә шәхси президент премиялары тапшырыласаҡ.
       Шулай уҡ ике йыл эсендә илебеҙҙә егерме мең мәктәп һәм йөҙләгән юғары уҡыу йорто белем биреүҙе мәғлүмәтләштереү проектына индереләсәк. Йәғни мәктәптәр компьютерҙар менән йыһазландырыла һәм интернетҡа тоташтырыласаҡ.
       Ике йыл эсендә утыҙ еңеүсе вузға биш йөҙ миллиондан бер миллиард һумға тиклем премия тапшырылырға тейеш. Шулай уҡ ал ты мең мәктәп бер миллион һум самаһы аҡсаға эйә буласаҡ.
       Уҡыуҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшкән ун ике йәштән егерме
       ике йәшкә тиклемге мәктәп уҡыусылары һәм студенттарға быйыл
       һәр береһе 60 мең һумлыҡ 2,5 мең грант бүлеү планлаштырыла.
       Йәш уйлап табыусылар һәм ғалимдар ҙа онотолмаясаҡ.
       Армияла хеҙмәт итеүселәрҙе лә ситтә ҡалдырмаҫҡа ҡарар ителде. Илебеҙҙә хәрби частәрҙә профессиональ әҙерлек үтеү буйынса 50 үҙәк төҙөү күҙаллана, уларҙа йәштәр хеҙмәт тә итә ,
       бер юлы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә лә әҙерләнәсәк.
       Ниһайәт, уҡыусыларҙың икенсе ата - әсәһе - синыф етәкселәр е эшмәкәрлеген тейешенсә билдәләргә хәл ителде. Уларҙың тәрбиә эше аҡсалата билдәләнәсәк. Ҡала мәктәптәрендә 25 һәм унан да күберәк бала уҡыған синыфтарҙа һәм ауылдарҙағы дөйөм белем биреү учреждениеларында - 14 бала белем алған
       синыф етәкселәренә айына мең һум өҫтәмә түләү ҡаралған.
       "Агросәнәғәт комплексы үҫеше" милли проекты өс бүлектән тора. Тәүге икеһе - малсылыҡтың тиҙләтелгән үҫеше һәм агросәнәғәт комплексында хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереүҙе дәртләндереү, өсөнсөһө - ауыл хужалығына эшкә килгән һәм ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүсе й әш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү.
       Республикала уларҙың барыһы өҫтөндә лә эш алып барыла. Григорий Горобец билдәләүенсә, малсылыҡ буйынса төп бурыс -
       булып ауыл хужалығы предприятиелары өсөн кредит ресурстары алыу мөмкинселеген киңәйтеү ҡала.
       Торлаҡҡа ҡағылышлы эштәр ҡатмарлыраҡ. Беҙҙә торлаҡ
       ярайһы уҡ күләмдә төҙөлә - йылына 1,6 миллион квадрат метр, йәштәр, ауыл белгестәре өсөн төрлө программалар эшләй, ипотека кредиты үҫешкән ( үткән йылда кредитҡа ике миллион һум бирелгән). Шәхси төҙөлөштәргә инженер коммуникациялары үткәреү өсөн субсидия бүленә. Үткән йылда, мәҫәлән, был маҡсатҡа республика бюджетынан 155 миллион һум бүленгән.
       Әммә социаль торлаҡ төҙөү, иҫкергән һәм авария хәлендәге
       торлаҡты емереү, фатир хаҡын арзанайтыу һәм башҡа һорауҙарҙы ла хәл итергә кәрәк. Был йүнәлештә БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығына аныҡ схемалар һәм реаль проекттар өҫтөндә етди эшләргә кәрәк.
       Быйылғы йылдың беренсе кварталы аҙағына тиклем барлыҡ милли проекттар буйынса бөтә ойоштороу һорауҙары һәм аныҡ
       бурыстар әҙер булырға тейеш.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал