6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Павло Тычина башҡортса өйрәнгән
30.01.06


       1944 йылдың мартында Башҡортостанға Украин ССР - ының мәғариф наркомы, академик Павло Тычинанан рәхмәт хаты килә.
       "Беҙҙең өсөн ауыр булған йылдарҙа, - тип хәтерләй ул, - ҡунаҡсыл башҡорт халҡы һәм хөкүмәте Украинаның мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен туғандарындай күреп ҡабул итте. Бөйөк Ватан
       һуғышы йылдарында Өфө беҙҙең тыуған ҡалабыҙға әйләнде, һәм ил һағында бергәләп эшләү беҙҙең дуҫлыҡты тағы ла нығытты.
       Украин яҙыусылары Өфөлә "Украина тарихын" сығарыу, "Украин әҙәбиәте тарихы" һәм "Рус - украин һүҙлеген" баҫыуға әҙерләү һәм украин классиктары һәм совет яҙыусылары әҫәрҙәрен нәшер итеү мөмкинселегенә эйә булды..."
       Павел Григорьевич Тычина ( Павло Тычина 1891 йылдың 27 ғинуарында донъяға килә - 1967 йылдың 16 сентябрендә вафат була) - Советтар Украинаһының күренекле шағиры, украин совет
       шиғриәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украинаның Яҙыусылар союзы, УССР Фәндәр академияһы, УССР Дәүләт опера һәм балет театры, Үҙәк ғилми китапхана Башҡортостанға эвакуациялана. Украина Фәндәр академияһының Павло Тычина етәкселегендәге Тел һәм әҙәбиәт и нституты ла Өфөгә күсерелә. Ул Өфөлә Пушкин урамы, 79 - сы һанлы йорт адресы буйынса урынлаша.
       1969 йылдың 1 июнендә Украинаның Башҡортостанда украин әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы байрамдарына килеүсе хөкүмәт делегацияһы ҡатнашлығында мемориаль таҡтаташ асыла, унда "1941 - 1943 йылдарҙа был йортта күренекле украин шағиры - академик Павло Тычина йәшәгән" тигән һүҙҙәр яҙылған.
       Өфөлә Павло Тычинаның ғаиләһе Зенцов урамындағы 16 - сы һанлы йорттоң бер бүлмәһендә йәшәй. Бында ул "Похороны друга" поэмаһы, "Гроза", "Сәйфи Ҡудашҡа" шиғырҙары, "Мәжит Ғафури ижадында патриотлыҡ" тигән шедеврҙарын ижад итә.
       Башҡорт ғалимы Әхнәф Харисов украин шағирына быға тиклем таныш булмаған телде бик яҡшы итеп үҙләштерергә ярҙам итә, хатта Павло Тычина Мәжит Ғафури әҫәрҙәрен оригиналда уҡый башлай.
       "Похороны друга" поэмаһында Тычина һәләк булған яугирҙы һуңғы юлға оҙатыусы халыҡтың, әсәләрҙең һәм ҡатындарҙың ҡайғыһы тураһында һөйләй. Хәсрәтле картина көрәшкә саҡырыу,
       яҡты киләсәккә ышаныс менән алмашына.
       "Гроза" исемле ҙур шиғыры 1943 йылда, Башҡортостандың таулы райондарында булып ҡайтыу һөҙөмтәһендә яҙыла.
       Бынан тыш уның түбәндәге яҙмалары ла һаҡланған: " Бөгөн витамин заводы менән танышыуҙан ҙур тәьҫораттар алдым, - тип
       яҙа ул. - Унда хеҙмәт бер генә маҡсатҡа йүнәлтелгән: халыҡҡ а ярҙам итергә, кешеләргә бәхет өҫтәргә. Тормош, шатлыҡ, ҡартлыҡты һәм үлемде еңеү - завод цехтарында һәм унда эшләүселәрҙең күңелендә ошондай мөхит йәшәй".
       Павел Григорьевич Мәжит Ғафуриҙың ижады тураһында докладтар менән сығыш яһай, совет яҙыусыларының интернациональ кисәләрендә үҙенең шиғырҙарын уҡый.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал