6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Күп балалы ғаилә - бәхетле ғаиләме
27.01.06


       Тәүҙә һандарға мөрәжәғәт итәйек. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2005 йылда республикала йәшәүселәр һаны 13 мең тирәһе кешегә кәмегән.
       Һуңғы өс йылда - 2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу ваҡытынан 2005 йыл аҙағына тиклем Башҡортостан халҡы 40 мең кешегә, йәғни бер процентҡа кәмегән.
       Ошондай хәл һаҡланһа, һөҙөмтәлә республиканы аяныслы киләсәк көтөүе аңлашыла. Ә хәл йылдан йыл хөртәйәсәк, сөнки репродуктив йәштәге кешеләр һаны кәмей. Тотош Рәсәй буйынса ла халыҡ иҫәбе артыуҙан алыҫ. Волга буйы федераль округының күрше төбәктәрендә хәл Башҡортостанға ҡарағанда ла насар.
       Был факттар борсолоу тыуҙырмай ҡалмай. Башҡортостандың алты ҡалаһында ( Баймаҡ, Дүртөйлө, Нефтекама, Туймазы, Учалы
       һәм Межгорье) һәм дүрт районында ( Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура, Хәйбулла) быйыл үлемгә ҡарағанда тыуымдың юғарыраҡ булыуы ла демографик хәлде ярайһы тип әйтергә
       мөмкинселек бирмәй. БР Хөкүмәте демографик хәлгә бәйле борсолоуын белдерә.
       Уйлап ҡараһың, проблеманы хәл итеүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ
       һымаҡ - ни бары балаларҙың күберәк тыуыуын тәьмин итергә кәрәк. Демографик хәлде тотороҡландырырыу өсөн ғаиләлә уртаса алғанда ике бала, арттырыу өсөн икенән күберәк бала тәрбиәләнергә тейеш. Тик был бурыс башҡарылмай. Йәштәр хәҙер бала табырға ашыҡмай, сөнки фатир, эш, етерлек эш хаҡы
       юҡ, ғаилә төҙөү бөгөн моданан да сығып бара, башта үҙең өсө н йәшәп ҡалырға кәрәк, машина һатып алырға һ. б. Шуға күрә бөгөн ғаиләләрҙә йышыраҡ бер бала, һирәк осраҡта - ике бала тәрбиәләнә. Ә халыҡ һанын арттырыу өсөн был ғына етерлек түгел.
       Бала тыуһын өсөн социологик, иҡтисади, сәйәси һәм башҡа
       бик күп факторҙар үтәлеүе шарт булып тора. Иң башта кәм тигәндә бер кешенең ( йышыраҡ ул ҡатын - ҡыҙ) бала тәрбиәләү
       теләге булырға тейеш. Бының өсөн уға тағы ла, беренсенән, сәләмәт булыу, икенсенән, бала өсөн потенциаль атай кешенең
       булыуы, өсөнсөнән, кәм тигәндә лә алдағы ике - өс йылда мат ди мохтажлыҡ күрмәҫенә ышаныс булыуы шарт. Артабан да ҡатын - ҡыҙ өсөн иҡтисади күҙаллауҙарҙың ыңғай булыуы мөһим, сөнки балаларҙы ашатырға, кейендерергә, уларҙың рухи һәм әхлаҡи
       үҫеше тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк бит әле.
       Балаларҙың йәш ғаиләләрҙә тыуыуы иң яҡшы вариант, әлбиттә . Был осраҡта күп кенә проблемалар юҡҡа сыға. Әсә кеше һау - сәләмәт һәм йәш. Бала тыуыуын ғәҙәттә барыһы ла шатланып ҡаршы ала. Ғаиләһен матди йәһәттән тәьмин итергә тырышыусы а тай бар. Оләсәй - олатайҙар иҫән. Һәм әсә кеше ваҡытының кү п өлөшөн бары тик балаһына ғына бағышлау мөмкинселегенә эйә.
       Әммә бында ла аяҡ салыусы һорауҙар етерлек. Күп ғаиләләр бер бала менән генә сикләнә. Сәбәптәр күп төрлө. Кемдер "хәйерсе үрсеткәнсе", бер баланы етешлектә үҫтереүең яҡшыраҡ , тип һанай. Кемгәлер икенсеһен табырға сәләмәтлеге насар булыуы ҡамасаулай. Кемдер иренән айырыла. Һәм бала менән
       яңғыҙы ҡалған ҡатын үҙ программаһын башҡарылған тип һанай, һәм яңы ғаилә төҙөргә, бала табырға ашыҡмай. Ә бит халыҡ һан ы артһын өсөн аталы - әсәле ғаиләлә ике бала тәрбиәләнеүе ша рт!
       Бынан тыш ҡатын - ҡыҙҙарҙың бер өлөшө бөтөнләй балаһыҙ ҡала. Күптәр, айырыуса юғары белемлеләр, бөтөндәй кейәүгә
       сыҡмай, яңғыҙы бала тәрбиәләргә лә баҙнат итмәй. Әйткәндәй, күп осраҡта был иҡтисади фекерләүҙәргә бәйле. Күптәргә тағы ла сәләмәтлеге, дөрөҫөрәге уның булмауы ҡамасаулай.
       Демографик хәл - дәүләт сәйәсәтенең сағылышы ул. Демографияны яҡшыртыу өсөн бала табыу йәмғиәттә модаға
       инергә һәм матди яҡтан файҙа килтерергә тейеш.
       Ә бөгөн беҙ нәмә күрәбеҙ Әлеге ваҡытта пропаганданың иң
       ҡеүәтле төрө - телевизор булып ҡала. Телевидениела ғаилә темаһы күтәрелмәй. "Пашка, солнце! Я тебя люблю, но замуж не
       пойду, я немножко погулять хочу!" Ә "За стеклом", "Дом", " Окна" кеүек телетапшырыуҙарҙы ғына алып ҡарайыҡ, улар бер ҙә ғаилә төҙөү һәм балалар тәрбиәләүҙе маҡтамай. Үҙегеҙ теләгәнсә йәшәгеҙ, партнерҙарығыҙҙы алмаштырығыҙ, ауырға ҡалмаҫ өсөн дарыуҙар етерлек - бына ошондайыраҡ фекер һеңдерелә беҙҙең мейегә. Тормош иптәшеңә тоғролоҡ тураһында һүҙ ҙә юҡ. Әсәлек хөрмәт ителмәй, тип әйтмәйем, әммә уны пропагандалау ҙа һиҙелмәй. Ҡатын - ҡыҙ сәләмәтлегенә килгәнд ә, зәңгәр экрандарҙан ағылған рекламаларҙан йәш ҡыҙҙар ниндә й йыл миҙгеле булыуына ҡарамаҫтан, эс һәм бил яланғас булырғ а тейеш тип аңлай. Әсәләренең һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай улар. Был модала, тимәк шулай кәрәк. Ә урам буйлап һыра шешәһе тотмайынса килгән ҡыҙҙарға бөгөн аптырап ҡарарға мөмкин.
       Бынан тыш компанияла уларға мотлаҡ тәмәке тартырға кәрәк. Һәм һөҙөмтәлә ғаиләләр һәм сәләмәт балалар һаны артырға тейеш тип уйлайһығыҙмы
       Эйе, һуңғы ваҡытта әсәлекте социаль планда ла, иҡтисади яҡ тан да дәртләндереү буйынса билдәле аҙымдар яһала. Ҡатын - ҡыҙға йөклө ваҡытында һәм бала табыуҙа медицина ярҙамын яҡшыртыу маҡсатында бала табыу сертификаттары булдырылды. Ба ла табыу йорттары һәм поликлиникаларҙа балаға күкрәк һөтөн и меҙеү буйынса мәғлүмәттәр барлыҡҡа килде. Сәләмәт бала тәрбиәләү, әсә менән сабыйҙың рухи яҡынлығын тәьмин итеү өсөн оҙайлы ваҡыт буйына тәбиғи туҡландырыуға өҫтөнлөк бирелә. Тик шулай ҙа хәлде тотороҡландырыу өсөн нигеҙ булып иҡтисади саралар ҡала. Әгәр ҙә әсә икмәклек аҡса өсөн эшләрг ә мәжбүр икән, ниндәй имеҙеү тураһында һүҙ барыуы мөмкин
       Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә ауырлы булыу һәм бала табыу осоронд а ҡатын - ҡыҙҙарға бер тапҡыр түләнә торған пособие һигеҙ ме ң һумға тиклем күтәрелде. Шулай уҡ бала ҡарап өйҙә ултырған әсәләргә ай һайын 700 һум пособие түләнә. Тик был һандарҙы күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле! Һигеҙ мең нәмә ул Был урта са айлыҡ эш хаҡынан бер аҙ ғына артығыраҡ сумма. Йәғни ул с ама менән бер айға етергә тейеш. Ай һайын килеп торған 700 һ ум тураһында әйтеп тә тормайым. Бер ҡап памперс һәм бер - ике распашонка алырға етәлер, моғайын. Өҫтәүенә был аҡса ла йыл
       ярым ғына түләнәсәк. Элеккесә өс йылға ла түгел. Ниндәй мат ди ярҙам тураһында һүҙ барыуы мөмкин Әгәр ҙә әсә кешенең ир е булмаһа, йәки ул ауырып китһә, йәки уның эш хаҡы аҙ булһа, йәки улар айырылышһа, йәки... Тимәк ҡатындың иҡтисади тылы юҡ тигән һүҙ. Һәм ул үҙенең сабыйын ҡайҙалыр урынлаштырырға мәжбүр. Тимәк уның уйы эш хаҡында булмаясаҡ. Иртәгәһе көнөнә ышаныс менән баҡҡан, тыныс күңел менән балаһын тәрбиәләгән әсәгә ҡарағанда, ошондай хеҙмәткәргә аҡса түләү дәүләт өсөн отошлораҡмы
       Шуға күрә бер бала менән яфаланыуҙың сигенә еткән ата - әсәнең икенсе бала табыр алдынан ете тапҡыр үлсәүенә аптырарға кәрәкмәй. Бала - ул оҙайлы проект. Һәм демографик хәл ҡыуандырһын өсөн һигеҙ мең менән сикләнергә түгел, ә етд и иҡтисади саралар күрергә кәрәк. Бының өсөн беҙ ысын күңелдән бәхетле ғаилә - ул күп балалы ғаилә, тип һанарға һә м уны булдырырға тырышырға тейешбеҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал