6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Петров әфәнденең кәрзинендә нәмә бар
27.01.06


       БР Дәүләт Йыйылышының яҙғы сессияһында тәүге пленар ултырыш ҡыҙыу һорауҙары менән булһа ла парламентарийҙарҙы ҡы ҙҙырырға тейеш ине. Көн тәртибендә ни бары 29 пункт булһа
       ла, тәүге дүртәүһе үҙҙәре генә лә айырым сессияға торош итә .
       Уларҙың барыһы ла тикшереүгә парламент тарафынан тәҡдим ителеүен билдәләргә кәрәк.
       Президент Советының Башҡортостанда 2006 йылды Төҙөкләндереү йылы тип иғлан итеү тәҡдимен депутаттарҙың йылдам күтәреп алыуы хуплап ҡабул ителде. Мортаза Рәхимовтың депутаттар алдындағы сығышы, дөйөм алғанда, үткән йылда төбәктең социаль - иҡтисади үҫешен һүрәтләүгә һә м артабанғы пландарҙы билдәләүгә арналды. Демографик хәлдең киҫкенләшеү сәбәбе булып, беренсе сиратта, "әхлаҡһыҙлыҡ һәм боҙоҡлоҡ" тороуын дәүләт башлығы беренсе тапҡыр ғына белдермәй һәм уларға ҡаршы көрәшкә айырым иғтибар бүлергә са ҡыра. Парламент спикеры Константин Толкачев республикала
       ҡануниәт торошона күптән көтөлгән анализ менән сығыш яһаны.
       Был органдың тиҫтә йылдан ашыу тарихы осоронда булдырылған норматив акттарға ул ентекле тикшереү эшләне. "Системаһыҙ һәм фрагментлы закондар сығарыу ваҡыты үтте", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Борисович. Ул шулай уҡ 2005 йыл аҙағында 199 - сы Федераль закон ҡабул ителеүенә бәйле төбәк
       парламентына республиканың 25 норматив актына үҙгәрештәр индереү һәм биш яңы закон ҡабул итеү талап ителә, тип билдәләне.
       БР Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Фәтхлисла м Тоҡомбәтов үҙ аппаратының үткән йылдағы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Был институт, билдәле булыуынса, Башҡортостанда 1996 йылдың апрелендә барлыҡҡа килде, тимәк ул тиҙҙән үҙенең
       юбилейын билдәләйәсәк. 2005 йылда дүрт мең кеше һорау менән мөрәжәғәт итте, тине ул, уларҙың өстән бер өлөшө суд ҡарарҙары менән риза булмауға ҡоролған. Ике мең кешегә был йәһәттән аңлатма эше үткәрелгән. Кеше хоҡуҡтарын күрәләтә
       боҙоуға миҫал итеп Тоҡомбәтов әфәнде Петров әфәнде менән булған хәлде килтерҙе - ул алты йыл дауамында баш ҡаланың Кольцевая урамындағы йортта урынлашҡан бүлмәһенә хоҡуғын
       яҡлау менән мәшғүл. Чиновниктар торлаҡ майҙанының хужаһы булыуына ҡарамаҫтан икенсе ордер биргән һәм был тартыш күп й ылдар дауам итә. "Бөгөн республикала хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеген көсәйтеү йәһәтенән күп эш башҡарыла", - тине
       Фәтхлислам Тоҡомбәтов, әммә БР Кеше хоҡуҡтары буйынса эшләүсе аппараттың хеҙмәт шарттары насар булыуына зарланды. БР Контроль - иҫәп палатаһының 2005 йылдағы эшмәкәрлек һөҙөмтәһе ыңғай эҙемтәләре менән ҡыуандырҙы. Республика бюджетын һәм бюджеттан тыш фондын файҙаланыу тәртибендә
       палата 177 миллион һум күләмендә күп һанлы тәртип боҙоуҙар   асыҡлаған, уның рекомендациялары һөҙөмтәһендә 115 миллион һумдан ашыу аҡса бюджетҡа ҡайтарылған. Дәүләт контролерҙары тарафынан теркәлгән дәүләт милкен һаҡсыл файҙаланмау ҡаҙнаға 40 миллион һумлыҡ зыян килтереүе, бының 2004 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡыр артығыраҡ булыуы хәүеф уята, әлбиттә.
       Артабан парламентарийҙарҙың ҡәҙимге эше дауам итте, улар өсөнсө уҡыуҙа өс, икенсе уҡыуҙа - ике закон проекты ҡабул ит те. Республиканың тәүге тапҡыр ҡаралған "Ҡулланыусылар кәрзи не тураһында" закон проекты айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы . Уны Хөкүмәт Премьер - министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалтдинов тәҡдим итте һәм бындай закондың биш йылға бер тапҡыр ҡабул ителергә тейешлеген аңлатып үтте. Ул халыҡтың төп социаль - демографи к төркөмдәре өсөн аҙыҡ - түлек продукттары, башҡа тауарҙар һ әм хеҙмәтләндереү составы һәм ҡулланылыу күләмен билдәләй. Я ңы ҡулланыусылар кәрзине йәшәү минимумының артыуына килтерәсәк, әлбиттә. Фидус Әғләм улы әйтеүенсә, унда һуңғы йылдарҙа ҡулланыуҙағы үҙгәрештәр иҫәпкә алынған. Мәҫәлән, мәҙәниәт хеҙмәтләндереүе - театр, кино һәм күргәҙмәләргә барыуға сығымдар индерелгән, аҙыҡ - түлек продукттарына бәйл е структура бер аҙ үҙгәртелгән. Әйтәйек, пенсионерҙар өсөн йылына 342 тапҡыр транспортта йөрөү формаһында "өҫтәмә" ҡаралған. Республиканың ҡулланыусылар кәрзиненең "ауырлығы" тураһындағы һорауға вице - премьер был күрһәткес буйынса Волга буйын федераль округында беҙ өсөнсө - дүртенсе урында барабыҙ, тип белдерҙе.
       Ултырышта Башҡортостан президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов, Хөкүмәт һәм Федерация Советы ағзалары һәм башҡалар ҡатнашты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал