6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Ялыусыларға ишектәр асыҡ
27.01.06


       Хәҙер ялыу менән мөрәжәғәт итеү тәртибе бер аҙ үҙгәрештәр кисерәсәк. 25 ғинуарҙа Рәсәй хоҡуҡ һаҡлау ведомстволарының уртаҡ приказы үҙ көсөнә инде. Был документ аҫтына Генераль прокуратура, Эске эштәр министрлығы, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте, Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәт, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Минюст,
       Юғары суд эргәһендәге суд департаменты, Иҡтисади үҫеш министрлығы етәкселәре үҙҙәренең ҡултамғаһын ҡуйҙы.
       Ҡыҫҡаса әйткәндә, яңы документтың асылы түбәндәгегә ҡайтып ҡала: хәҙер һәр гражданин енәйәт тураһында ғаризаһын өҫтә һанап үтелгән һигеҙ ведомствоның ҡайһыһына теләй, шуныһына алып барып тапшыра ала. Мәҫәлән, урамда һеҙҙең кеҫә телефонығыҙҙы урлап ҡастылар, ә эргәлә генә Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте бинаһы урынлашҡан, тимәк милиция бүлеге эҙләп ваҡыт үткәреү кәрәкмәй. Чекистарға барып ғариза яҙыу ҙ а етә. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, унда һеҙҙе ҡабул итергә һәм ғаризағыҙҙы теркәргә, артабан инде был эш менән шөғөлләнергә
       бурыслы ведомствоға тапшырырға тейештәр. Йәғни, ҡаҙ урлау буйынса ялыу менән судҡа, ә дәүләт серен асыу тураһында - Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Д окументҡа ҡул ҡуйыусы ведомство хеҙмәткәрҙәре был эштең кем ҡарамағында булыуын үҙҙәре билдәләй һәм ғаризаны шунда йүнәлтә.
       Был яңылыҡты индереүҙең сәбәбе хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары
       хеҙмәткәрҙәре тарафынан енәйәттәрҙе йәшереп ҡалдырыу факттарының йышайыуына бәйле.
       - Эш күрһәткестәрен яһалма рәүештә арттырыу өсөн "йылғыр хеҙмәткәрҙәр " ғаризаны бер иҫәптән икенсеһенә күсереү
       мөмкинселегенә эйә ине, - тине "Российская газета" мөхәрририәтендә үткән брифингта Рәсәй эске эштәр министрының беренсе урынбаҫары Александр Чекалин. - Был система иһә автоматик рәүештә эшләргә тейеш һәм гражданин үҙ ғаризаһының ҡаралыуы һәм иҫәпкә ҡуйылыуына йөҙ процент ышана ала. Һәр хәбәр буйынса махсус карточка асыла, ә ғариза биреүсегә уны ҡабул итеү тураһында талон тапшырыла.
       Шулай уҡ Чекалин тәртип һаҡсыларының төрлө алымдар менән арттырып күрһәтергә маташҡан "енәйәттәрҙе асыу проценты" хәҙер инде кисәге көндә ҡалды, тип белдерҙе. "БАШвестЪ" гәзитенә Башҡортостан Эске эштәр министрлығының оператив идаралыҡ штабы начальнигы Айрат Исмәев белдереүенсә, бөгөн м одаға ингән "берҙәм тәҙрә" граждандар өсөн уңайлы. Сөнки ҡайһы ваҡыт кеше шул тиклем буталсыҡ хәлгә эләгеүе һәм был
       эш буйынса ялыу менән кемгә мөрәжәғәт итергә мөмкинлеген дә белмәүе ихтимал. Михнәттәр ғәҙәттә милициянан башлана. Унан ғариза биреүсене прокуратураға, прокуратуранан - судҡа ебәрәләр. Һәм был меҫкендең сираттағы "беҙ бының менән шөғөлләнмәйбеҙ" тигән яуап ишетеп, ғаризаһын йыртып ырғытҡанға тиклем дауам итә.
       - Әммә һеҙ ғаризағыҙҙы Эске эштәр министрлығы ҡарарға тейешлеген аныҡ беләһегеҙ икән, әйтәйек, фатирға төшөү буйынса, тимәк шунда уҡ милицияға мөрәжәғәт итеү хәйерлерәк,
       - тип кәңәш бирә Айрат Исмәев. - Сөнки ғаризаны бер ведомствонан икенсеһенә оҙатыуға барыбер күпмелер ваҡыт сарыф ителә, ә енәйәттәрҙе эҫе мәлендә асыҡлау еңелерәк.
       Исмәев республиканың Эске эштәр министрлығында яңы
       ҡағиҙәләр буйынса эшләүгә әҙерҙәр, тип ышандыра. Документта р, методик ҡулланмалар милиция бүлектәренә ай башында уҡ ебәрелгән.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал