6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Ғәлимйән Ибраһимовтың ғүмер тулҡындары
27.01.06


       Өфөнөң күп һанлы урамдары араһында киң, йәйен йәшеллеккә сумған Ибраһимов бульвары ла бар. Эҫе көндәрҙә уның күләгәле
       аллеяһы буйлап үтеү үҙе бер ғүмер. Һуңғы йылдарҙа урам даим и рәүештә яңыртыла: күп ҡатлы торлаҡ йорттар, мәҙәни - көнкү реш тәғәйенләнеш объекттары ҡалҡа.
       1967 йылдан башлап урам күренекле татар яҙыусыһы Ғәлимйән
       Ибраһимов исемен йөрөтә. Был ваҡытта Татарстан һәм Башҡортостан эшсәндәре уның тыуыуына 80 йыл тулыуын билдәләне.
       Татар әҙәбиәте классигы, билдәле филолог һәм тарихсы, абруйлы йәмәғәт эшмәкәре Ғәлимйән Ғирфан улы Ибраһимов 1887 йылдың 12 мартында Солтанморат ҡасабаһында ( әлеге ваҡытта Башҡортостандың Ауырғазы районы) донъяға килә. 1898 - 1905 йылдарҙа Ғәлимйән Ырымбур мәҙрәсәһендә белем ала.
       Ул схоластика һәм фанатизмға ҡаршы көрәш иғлан итеүсе шәкерттәр иҫәбендә була. "Мәҙрәсә тормошта кәрәге тейгән
       белем һәм тәрбиә бирергә тейеш", - ти Ибраһимов. Үҙенең
       ирекле фекер йөрөтөүе, яңы идеялар һағында тороуы,
       шәкерттәрҙең күмәк сығыштарын ойоштороуы өсөн уны
       мәҙрәсәнән ҡыуалар. Тиҙҙән Ибраһимов Өфөгә килә һәм "Ғәлиә" мәҙрәсәһенә уҡырға инә.
       Әммә бында уҡыуының икенсе йылында Ибраһимов тағы ла уҡытыу программаһы һәм системаһына ҡаршы асыҡтан асыҡ сығыш яһай, уҡыу йорто етәкселегенә ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә.
       Һәм тағы ла ҡыуыла...
       Йәш егет Рәсәй буйлап сығып китә. Ҡаҙаҡ тирмәләрендә йәшәй, уларҙың балаларын уҡыу - яҙыуға өйрәтә, Урал эшселәре
       менән бергә аслыҡ кисерә. Был йылдарҙа ул үҙ ҡәләмен һынай башлай. Тәүге хикәйәләрендә үк мөһим социаль проблемалар
       күтәрергә, патриархаль тәртипкә ҡаршы сығыш яһаусы образдар
       тыуҙырырға тырыша.
       1909 йылда көслө уҡыу теләге Ибраһимовты Ҡазанға алып кил ә. Әммә ул университетҡа инә алмай - "ышаныслы түгел". Йәш яҙыусы донъя әҙәбиәте классикаһын үҙаллы өйрәнә, айырыуса Виссарион Белинский әҫәрҙәре менән ҡыҙыҡһына. 1911 йылда уның тураһында мәҡәлә яҙа һәм Белинскийҙың эстетик принциптарын татар әҙәбиәтенә индереү тураһында һорау ҡуя.
       1912 йылда Ибраһимовҡа билдәлелек алып килгән тәүге ҙур әҫәре - "Йәш йөрәктәр" донъя күрә.
       1913 йылда ул Киевҡа килә һәм университетҡа ирекле тыңлаусы булып урынлаша, революцион әҙәбиәт таратыу менән шө ғөлләнеүсе мосолман студенттарының йәшерен ойошмаһына
       инә. 17 апрелдә ойошма етәкселәре, шул иҫәптән Ибраһимов та
       ҡулға алына. Ул ике ай төрмәлә ултыра һәм Февраль революцияһына тиклем полиция күҙәтеүе аҫтында ҡала.
       1915 йылда Ғәлимйән Ибраһимов Өфөгә ҡайта һәм "Ғәлиә" мәҙрәсәһенә уҡытыусы булып барырға тигән тәҡдимде ҡабул итә.
       Уның йоғонтоһонда мәҙрәсә байтаҡ үҙгәрештәр кисерә, тел һәм
       әҙәбиәт фәндәрен уҡытыу яҡшыра.
       1917 йылда ул тыуған ауылы Солтанморатҡа, туғандарының хәлен белергә ҡайта. Февраль революцияһы тураһындағы хәбәрҙе ошонда ишетә һәм шунда уҡ Өфөгә юл тота, мәҙрәсәне т ашлап, тулыһынса революцион эшмәкәрлеккә бирелә. Яҙыусы Ф. Сәйфи менән бергә татар телендәге тәүге революцион гәзиттәрҙең береһе булған "Ирек" гәзитен сығара башлай, 1917
       йылдың сеньябрь айынан башлап "Наш путь" гәзитендә мөхәррир
       вазифаһын башҡара.
       1918 йылдың ғинуарында Ибраһимов Петроградҡа бара. Унда өсөнсө Бөтә Рәсәй Советтар съезы эшендә ҡатнаша, ВЦИК ағзаһы итеп һайлана. Артабан Халыҡ Комиссариаты эргәһендәге Үҙәк мосолмандар комиссариатында рәйес урынбаҫары булып
       эшләй.
       Ошо көндәрҙә Ғәлимйән Ибраһимов Владимир Ильич Ленин менән осрашып һөйләшә. Юлбашсының иғтибары һәм ышаныс
       күрһәтеүе татар революционерын тулҡынландыра һәм ҡанаттар ҡ уя, ул икеләтә энергия менән эшкә тотона, һул эсерҙар менән иҫәпте өҙә һәм большевиктарға ҡушыла.
       1919 йылдың йәйендә, колчаксылар ил өсөн етди хәүеф тыуҙырған мәлдә, Ибраһимов дошман тылында йәшерен эш алып ба ра. Был турала ул һуңынан түбәндәгеләрҙе яҙа: " Исемемде, йөҙ - ҡиәфәтемде үҙгәртеп, мин контрреволюцияның уртаһына барып эләктем. Ауыл хужалығы инвентарҙәре тәҡдим итеп
       ауылдан ауылға йөрөнөм, Уралда, Көнсығыш Себерҙә булдым һәм Ҡурған аша тыуған яғыма әйләнеп ҡайттым. Дүрт айға һуҙылған был хәүефле сәйәхәт миңә күп йылдарға етерлек материал бирҙе".
       Граждандар һуғышынан һуң Ғәлимйән Ибраһимов башлыса әҙәби эшмәкәрлек менән генә шөғөлләнә. Совет йылдарында ул б еренсе рус революцияһына арналған "Беҙҙең көндәр" романын, р еволюция дауылдары дәүерендә кеше яҙмыштары тураһындағы "Ҡыҙ ыл сәскәләр тураһында" романтик повесын, йәмғиәттә ҡатын - ҡыҙҙарҙың хәлен һүрәтләүсе "Татар ҡыҙы яҙмышы" повесын, "Дала ҡыҙы" романын, шулай уҡ "Тәрән тамырҙар" романын ижад итә.
       1932 йылда Ғәлимйән Ибраһимовҡа татар совет әҙәбиәте үҫешендәге ҡаҙаныштары өсөн Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
       Һуңғы йылдарҙа ҡаты ауырыуы сәбәпле Ибраһимов Ялтала йәшәй, "Ғүмер тулҡындары" трилогияһы өҫтөндә эшләй, татарҙар
       араһында революцион хәрәкәт тарихы тураһындағы икенсе китабын тамамлай, "Әҙәбиәт теорияһын" яҙа. 1938 йылдың 26 ғинуарында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның йөрәге тибеүҙән туҡтай.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал