6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Әмирхан Сәмерханов: "Беҙ илдә тормоштоң яҡшы булыуын теләйбе ҙ! Дөрөҫ аңлағыҙ"
26.01.06


       Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының тәүге эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыр өсөн республика профсоюздары лидеры Әмирхан Сәмерханов журналистар менән осрашты.
       Йәмәғәт палатаһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы яңы ойошма эшмәкәрлегенең матбуғатта бер яҡлы ғына яҡтыртылыуы сәбәпле шелтә һүҙенән башланы. Бер Мәскәү гәзитенә айырыуса ныҡ эләкте, ул һый өҫтәле тураһында алдап яҙыуҙан тыш (фуршет түгел, бары тик һыу һәм сәй генә булған), Йәмәғәт палатаһыны ң беренсе ултырышында дәүләт башлығының сығышын да скептик ҡ араштан баһалай. "Был матбуғатты уҡыһаң, уларҙан ( Йәмәғәт палатаһы ағзаларынан - Д. Б. ) бер ниндәй ҙә файҙа булмаясаҡ ", - тигән фекергә киләһең, тип борсолоуҙары менән уртаҡлаш ты Әмирхан Сәмерханов. Хәйер, үҙе шунда уҡ "һайлаусылар" баҡсаһына бәләкәй генә таш ырғытырға ла онотманы: "Тәғәйенләнгән һәм һайланған 126 кешенең 84 - е Мәскәү вәкил е". Ҡайһы берәүҙәр "Номенклатура авангарды" тип күрһәтергә тырышҡан Йәмәғәт палатаһы составының зыялылығын һәм юғары әх лаҡлылығын һыҙыҡ өҫтөнә алып, Әмирхан Сәмерханов палатаағза ларының яртыһы тип әйтерлек ғилми дәрәжәгә эйә булыуы
       ( һәр бишенсеһе - фән докторы) һәм уларҙың бай тормош тәжрибәһен билдәләне - 126 кешенең өсәүһе генә 30 - ға етмәгән.
       Ваҡыттың төп өлөшөн Әмирхан Сәмерханов Владимир Путиндың сы ғышына бүлде.
       Владимир Владимирович Йәмәғәт палатаһына Рәсәй Дәүләт
       Думаһы менән уртаҡ тел табырға, киң матбуғат сараларында илдең йәмәғәтселек тормошон объектив яҡтыртылыуын көйләргә т ырышырға һәм, иң мөһиме, "Граждандар һәм йәмәғәт институттарының власҡа булған йоғонтоһон арттырыуға ирешергә " кәңәш бирҙе.
       Владимир Путин был структураның статусын түбәндәгесә билдәләй: " Һеҙ халыҡтың намыҫы һәм халыҡ исеменән сығыш яһаясаҡһығыҙ!" Президенттың һүҙен билдәле адвокат Анатолий Кучерена күтәреп ала һәм ғәҙеллекте һаҡлар өсөн палата ағзаларының барыһына ла үҙ партияларынан китергә тәҡдим итә.
       Йәмәғәт палатаһы составында 17 даими комиссия билдәләнә, улар айына бер тапҡыр йыйыла һәм пленар ултырыштар өсөн дөйөмләштерелгән темалар тәҡдим итә. Әмирхан Сәмерханов уны социаль һорауҙар буйынса комиссия составына индерерҙәр, тип өмөтләнә. Яңы ойошмала профсоюздарҙың вәкиллеге ярайһы у ҡ көслө - алты мандат. Матбуғат конференцияһы геройы тағы ла
       законға һәм регламентҡа ярашлы, Йәмәғәт палатаһы ағзалары "граждандарҙың шәхси хаттарына яуап бирмәҫкә хаҡлы" тип белдерҙе. Был иҫкәрмә Йәмәғәт палатаһы ағзаларына ялыу
       һәм үтенестәр тулы хаттар, петициялар һәм телеграммалар
       яуҙырыусы ватандаштарға ҡағыла.
       Әйткәндәй, Йәмәғәт палатаһында билдәле балалар табибы Леонид Рошаль бик тәнҡитсел ҡараш һаҡлай, ике йыл элек ул "122 - се (льготаларҙы аҡса менән алмаштырыу) һәм 131 - се ( урындағы үҙидара системаһы) кеүек закондарҙы үткәрмәҫ инем " тип белдерә. Милли проекттар идеологы - бөгөнгө беренсе вице - премьер Дмитрий Медведев хаҡында Леонид Рошаль түбәндәге һүҙәрҙе әйтә: "Быларҙың барыһы ла кем өсөн отошло,
       шулар менән түгел, ә белгестәр менән кәңәшләшергә кәрәк ине уға". Рошалдең фекере буйынса, Йәмәғәт палатаһының илебеҙ тормошона йоғонто яһау дәрәжәһе тураһында йомғаҡтарҙы бер
       йылдан һуң яһарға мөмкин буласаҡ. Һәм әгәр ҙә һөҙөмтә булмаһа, "ул бында эшләмәйәсәк". Рәсәйҙең киң матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре позицияһын "Россия" телеканалында тапшырыуҙар алып барыусы Николай Сванидзе билдәләне: "Беҙҙең журналистар өҫтән бирелгән күрһәтмә буйынса түгел, халыҡ исеменән дөрөҫөн яҙырға тейеш".
       - Хәҙер нәмә эшләргә уйлайһығыҙ - тип һорау бирҙе Әмирха н Сәмерхановҡа түҙемһеҙ, әммә объектив журналистар.
       - Алда бик ҙур эш көтә, һәм, билдәләп үтәм, уның өсөн бер
       кем дә түләмәй. План буйынса Башҡортостанда ошондай структу ра
       - республика Йәмәғәт палатаһын төҙөү тора. Әлегә уның конфигурацияһы билдәле түгел, әммә республика исеменән округ
       һайлауҙарында ҡатнашҡан 20 делегат бының өҫтөндә эш башлаясаҡ. Инициативаның гражданлыҡ өлөшө юғалып ҡалмаһын өс өн унан төбәк Йәмәғәт палатаһының төп өлөшөн төҙөргә мөмкин.
       Минеңсә, унда шовинистар һәм экстеремистар эләгергә тейеш
       түгел, беҙгә бары тик "илдең тотороҡло үҫешеүен теләүсе көстәрҙе берләштерергә кәрәк", тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты сығыш яһаусы. Башҡортостанда бындай структураны т өҙөү ике ай самаһы ваҡыт талап итә.
       Йәмәғәт палатаһының тәүге аҙымдарын тикшереүҙе йомғаҡлап,
       Әмирхан Сәмерханов былай тине:
       - Дөйөм алғанда, барлыҡ нормаль кешеләр граждандар
       йәмғиәтенә берләшергә тейеш. Ә беҙҙең бурыс - президент сәйәсәтенең йүнәлешен, халыҡ ихтыяждарын аңламаусылар менән һөйләшеү .

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал