6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Өфө юлдарында йөрөү уңайлаша
26.01.06


       - Ҡаланы төҙөкләндереү буйынса пландар ҙур, һәм улар тиҙ арала башҡарылырға тейеш булһа ла сифат йәһәтенән зыян күрелмәйәсәк! Ҡышын асфальт түшәмәйәсәкбеҙ! - тип белдерҙе матбуғат конференцияһында сығыш яһаусы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы Михаил Давыдов.
       Михаил Владимирович 2005 йылда башҡарылған эш күләме менән дә таныштырып сыҡты. Юл төҙөү һәм реконструкциялауға ҙ ур иғтибар бирелеүен билдәләргә кәрәк. Салауат Юлаев проспектының "Аҡбуҙат" ипподромы районындағы участкаһы файҙаланыуға тапшырылған, һөҙөмтәлә ҡаланың көньяғынан
       төньяҡ өлөшөнә автотранспорттың үтәнән үтә тотҡарлыҡһыҙ хәрәкәте тәьмин ителә. Өфө - Дим автоюлы киңәйтелгән, Дим аша яңы күпер асылған. Сипайлово биҫтәһендә Гагарин һәм Н. Ковшова урамдарында юл төҙөү эштәре тамамланған. Достоевский, Менделеев, Бессонов, Сельская Богородская һәм
       башҡа урамдарҙа өлөшләтә ремонт үткәрелгән.
       Һандар күп нәмә тураһында һөйләй. Үткән йыл эсендә 900 ме ң квадрат метрҙан ашыу юл төҙөлгән һәм ремонтланған. 30 км
       самаһы бордюр ташы ҡуйылған. 100 мең тоннаға яҡын асфальт бетон ҡатнашмаһы файҙаланып, 100 мең квадрат метр юлға ремонт үткәрелгән. Шаҡша районында Өфө йылғаһы аша һалынған күперҙең яртыһы, Еңеү паркы, Мәжит Ғафуриҙың йорт -
       музейы һәм башҡа объекттарҙа яңыртыу эштәре башҡарылған.
       Идаралыҡ ҡаланың тышҡы төҙөклөгө һәм ағас ултырыуға ла етди ҡарай. Мәҫәлән, 54 мең куб. метр сүп - сар сығарып түгелгән, биш меңдән ашыу ағас үҫентеһе, өс меңдән ашыу ҡыуаҡтар ултыртылған, 15 гектар газон, 25 мең квадрат метр сәскә түтәлдәре булдырылған.
       Давыдов алда торған пландар менән дә уртаҡлашты. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенең 450 й ыллығын байрам итеүгә бәйле, ҡалалағы юлдарҙы, яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау, урамдарҙы яҡтыртыуҙы тәьмин итеү һәм ҡала территорияларын төҙөкләндереү буйынса Программа
       булдырылған.
       - Программаға ярашлы Салауат Юлаев проспекты буйынса магистраль автоюл төҙөлөшөн дауам итеү планлаштырыла, - ти
       Михаил Владимирович. - Галле округы урамының Октябрь проспекты, Р. Зорге һәм Комсомол урамы менән киҫешкән урындарында эстакадалар төҙөләсәк. Интернационал урамы
       Хәкимов урамынан Вологодская урамына тиклем һуҙыласаҡ, был Интернационал урамында һәм Инорс һәм Шаҡша биҫтәләренә сығыу юлында транспорт ағымының үтәнән үтә хәрәкәтен тәьмин итәсәк.
       План буйынса Сипайлово биҫтәһенән Инорсҡа тиклем, шулай уҡ
       Әй, Баҡалы һәм Степан Кувыкин урамдарында троллейбус линиялары үткәреү ҡаралған.
       "Кондитер фабрикаһы", "Дан бульвары" һәм "Тимер юл дауаханаһы" йәмәғәт транспорты туҡталыштарында йәйәүлеләр өсөн ер аҫты юлдары төҙөләсәк.
       Таш кисеү (Каменная переправа) районында Өфө йылғаһы аша
       яңы күпергә башланғыс һалынған. Бынан тыш ҡаланың барлыҡ райондарында ла юлдарға капиталь ремонт үткәреү дауам итәсәк .

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал