6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Өфөнән Питерға тиклем
26.01.06


       Йәйгеһен Санкт - Петербургҡа килгән сағында күрше төбәк башлығы ҡалаға Ҡазан урамын бүләк итергә була, ә Ҡазанда, ярашлы рәүештә, Санкт - Петербург урамы барлыҡҡа килергә тейеш. Өфө иһә топонимик йәһәттән алдараҡ бара: Нижегородка үҙенең Ленинград урамы менән маҡтана ала. Ә һеҙ Нева йылғаһы
       буйында урынлашҡан был ҡалала Өфө урамын күргәнегеҙ бармы Ә ул бар һәм үҙенең 80 йыллыҡ тарихын һаҡлай.
       Еүеш һауа, Фин ҡултығы һәм каналдар кеүек үк, Өфө урамы л а үҙенән - үҙе барлыҡҡа килгән һәм һәр ваҡыт булған кеүек то йола. Был исемдең ҡасан бирелгәнен бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмай. Әммә әле 1920 - се йылдарҙа уҡ уның булыуы билдәле. Һуңынан территорияның бер өлөшөндә режим предприятиелары тө ҙөлә, икенсеһе сүп - сар өйөмдәре һәм складтар аҫтында ҡала.
       Һигеҙ тиҫтәгә яҡын башҡорт баш ҡалаһының исемен йөрөткән урам Петербург халҡы тарафынан онотола. Төньяҡтағы баш ҡаланың магистралдәр исемлегендә лә, карталарында ла күрһәтелмәй ул, яңы карталарҙа ла километрға һуҙылған был урамдың бер сантиметры ла билдәләнмәй.
       Ул арала урамдың икенсе, халыҡ ҡушҡан исеме барлыҡҡа килә
       - "телевидение" урамы. Быға сәбәп булып Өфө урамының 20 быуаттың 30 - се йылдарында илдә беренсе булып асылған телеүҙәк урынлашҡан академик Павлов урамынан Петербургтың төп телевизион каналдары урынлашҡан Чапыгин урамына тиклем һ уҙылыуында. Халыҡ күп йөрөгән магистраль аша үтеүсе Өфө урамы телевидение һәм медицина транспорты өсөн ысын мәғәнәһендә ҡотолоу юлына әйләнә.
       Өфө урамы бөтә доньяға билдәле эксперименталь медицина институтынан башлана. Уға ингән урында ҡуйылған таҡтаташ институттың принц Александр Ольденбургский арҡаһында
       барлыҡҡа ккилеүе тураһында һөйләй. Парижда билдәле Луи
       Пастерҙа булып ҡайтҡандан һуң принц ғилми - тикшереү институты төҙөү тураһында хыяллана башлай һәм Александр өсөнсөнөң быға ризалыҡ биреүенә ирешә, тик уның бер генә шарты була - институтҡа ҡаҙнанан аҡса бүленмәй.
       Эксперименталь медицина институтын асыу тантанаһы 1890
       йылдың декабрендә була, ә ете йылдан инде ул империяла чума
       ауырыуына көрәштең таяныс базаһына әйләнә. Әйткәндәй, Рәсәйҙә физиология һәм медицина өлкәһендә әлегә тиклем берҙән - бер Нобелев премияһы лауреаты Иван Петрович Павлов ошо институтта эшләй. Ғөмүмән, илдең иң наҙан кешеһенә лә мәғлүм булған кәм тигәндә дүрт асыш ошонда барлыҡҡа килә. Шартлы рефлекстар буйынса билдәле тәжрибәләр бында Павлов эт ен барлыҡҡа килтерә. Павлов үҙе ошо стеналарҙа юғары нервы э шмәкәрлеген тикшереп, "нобелевкаға" барып етә. Аничков институтта атеросклероз ауырыуын, ә Ивановский вирусты аса.
       Эйе, тағы ла институҡа ҡабырғаһын терәп тигәндәй билдәле ғалимә Наталья Бехтереваның ҡаҙанышы - Рәсәй Фәндәр академияһының кеше мейеһе институты ҡалҡа.
       Өфө урамы Петербургтың иң матур райондарының береһе - Петроград яғында урынлашҡан. Үны үҙләштереү һәм төҙөү тарихы Петербургтың тарихы менән бер үк ваҡытта башлана. 1703 йылда Ҡуян утрауында буласаҡ Петропавловский нығытмаһы нигеҙенә тәүге таш һалына, эргәһендә тәүге торлаҡ
       йорт - Петр беренсенең ағас өйө барлыҡҡа килә.
       1703 йылдың көҙөндә порт төҙөлә. Ә инде 1718 йылда унда сауҙәгәрҙәрҙең караптарына урын етмәй башлай. Петроград районы Нева дельтаһында ете ҙур утрауҙа урынлашҡан һәм тулыһынса һыу менән уратылып алынған. Өфө урамы Аптекарь утрауы аша үтә. Утрауҙың ҙур өлөшөн әле лә баҡсалар - Ботани к, Вяземский, Лопухин, төрлө фәнни һәм мәғариф институттары, завод һәм конторалар биләй. Аптекарь яр буйы урамын Петроград районының юл селтәре менән тоташтырыусы Өфө урамы буйлап хәрәкәт итеү юлы 2003 йылдың һигеҙенсе авгусында асыла. Асфальт урамдың ҡайһы бер өлөштәрендә генә ҡала, юл ситтәренә ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртыла.
       Ҡала властары артабан да Өфө урамын тергеҙергә планлаштыра.
       Һәм, бәлки, берәй ваҡыт бында Башҡортостан Республикаһының төньяҡ баш ҡалаһындағы вәкиллегенең күркәм офисы ла барлыҡҡа килер әле.
       Материалды әҙерләгәндә күрһәткән ярҙамы өсөн автор Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Александр Мясниковҡа рәхмәт белдерә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал