6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // мода

Йәштәр модаһы фестивале яңы һулыш ала
26.11.03


       Йылына ике тапҡыр республикабыҙ башҡалаһында мода акц иялары үткәрелә килде. Бөтә ғәләм яҙ ҡаршылағанда Йәштәр мод аһы фестивале уҙғарылды, ә тирә-яҡ көҙгө буяуҙарға мансылға нда Башҡорт модаһы фестивале үтә торғайны. Ниңә үткән заман да һөйләйбеҙме Юҡ-юҡ, ҡурҡырҡа ашыҡмағыҙ. Мода фестивале э леккесә үтеп торасаҡ, әммә бынан кире ул икенсе төрлө исемлә нәсәк."Евро - Өфө - Азия" мода форумы 25 - 29 ноябрь көндәр е үтәсәк. Уны ойоштороусылар фекеренсә, иҫке форма үҙенең бурысын тулыһынса үтәне һәм тамашасыларға өр-яңы йөкмәтке
       тәҡдим итмәкселәр.
       Форумды үткәреү урыны ла үҙгәрҙе: был юлы байрам тантанаһ ы Башҡорт филармония бинаһында уҙасаҡ. Республика мода үҙә ге, "Мир" фирмаһы, Өфө трикотаж фабрикаһы, 8-се март исеменд әге фабрика, "Йөрүҙән", "Валентина", "Восход", "Экспресс" һә м башҡа ательелар заман модаһын нисек күреүҙәрен һәм аңлауҙа рын күрһәтәсәк.
       Мода байрамының икенсе көнөндә төрлө номинацияларҙа конк урс үтәсәк. Кискә табан "Кон - Лига Пресс" Мәскәү нәшриәт й орто с дизайнер, рәссамдар, модельерҙар өсөн семинарҙар уҙғ ара.
       Форумды башҡаларҙан айырып торған тағы ла бер яңылыҡ бар : быйыл беренсе тапҡыр "Иң яҡшы сауҙа фирмаһы" номинацияһы буйынса конкурс үткәреләсәк. "Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры" конкурсында еңеүсе дүртенсе көнө дө билдәләнәсәк. Ошо уҡ көндө "Эстетик Д-люкс" салоны үҙенең
       18 йәшлеген билдәләйәсәк. Шәмбә иһә театрлаштырылған шоу менән Мода байрамы тамамланас аҡ.

Эльвира Латыпова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал