6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Аҡ өмөттәр
26.01.06


       Беҙ был тормошта күберәк зарланырға күнеккәнбеҙ - йәшәйеш кә, етәксегә, ҡиммәтселеккә - һанай башлаһаң күп инде ул. Бө гөн беҙ респонденттарға "Һеҙҙе бөгөнгө ысынбарлыҡ менән нәмә килештерә алыр ине" тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.
       Алексей Степанович, ғилми хеҙмәткәр, 44 йәш.
       - Сәйәсәттәге тотороҡлоҡтор, моғайын. Башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. Илебеҙ байлыҡтарын һәм етәксе креслоларын бүлешеү туҡтаһа, иҡтисадты ла, башҡа өлкәләрҙе лә тәртипкә килтереү
       мөмкин булыр ине, тип иҫәпләйем. Ул саҡта ысын мәғәнәһендә
       күңелен биреп эшләүселәр ҙә иркен тын алыр ине.
       Елена, БДПУ студенткаһы, 20 йәш.
       - Йәштәр әлегә тиклем юл ситендә ҡала, уларға артыҡ өмөтләнергә урын юҡ. Сит илгә барып белем алыу теләге бар, тик бының өсөн бик күп аҡса кәрәк, шуға күрә был варианттан шунда уҡ баш тартырға тура килә. Бына үҙебеҙҙә уҡытыусыларға
       ярҙам итһәләр, хөрмәтле мөнәсәбәттә булһалар икән дә бит...
       Марат Хәкимов, эшсе, 29 йәш.
       - Даими һәм яҡшы түләүле эш урыны. Заводта эш хаҡы хәҙер тотҡарланмай, әлбиттә, әммә инфляция хеҙмәт хаҡын шул тиклем
       артта ҡалдыра, шатланырға бер сәбәп тә ҡалмай. Шуға күрә ғаилә ҡорорға, айырыуса балалар табырға баҙнат итер алдынан мең тапҡыр үлсәп ҡарарға тура килә.
       Виталий Д., хәрби хеҙмәткәр, 34 йәш.
       - Властың көслө ҡулдарҙа булыуы. Ысын хаким армияның
       фәҡирлектә көн күреүенә, теләһә кемдең уға бысраҡ өйөүенә,
       айырыуса уның популистик маҡсаттарҙа файҙаланыуына юл ҡуймаясаҡ. Әммә беҙҙең быуын Ҡораллы Көстәрҙән китһә, илебеҙҙең һаҡсыларһыҙ ҡалыуы шик тыуҙырмай.
       Альбина Х., хужабикә, ике бала әсәһе, 36 йәш.
       - Яҡшы ир. Ысын ирҙәр юҡҡа сығып бөтөп бара, буғай, улар урынына йонсоу, ҡыҙыу, нервы ауырыулы заттар үрсей. Бар уйҙары эш, аҡса тураһында, мин - минлектәре фонтан булып урғый, ысынбарлыҡта бер нәмәләре лә юҡ.
       Роман Геннадьевич, пенсионер, 64 йәш.
       - Яңы революция. Ғүмерем буйына дәүләткә эшләнем һәм бына
       һиңә кәрәк булһа, көн дә һәр кем үҙе өсөн, тигән һүҙҙәр ише тәм. Ә бит беҙҙең быуын бөгөнгө олигархик номенклатураның именлегенә нигеҙ һалды. Һәр кем ҡартая, ҡарыуһыҙлана, тик быны йылдар үткәс кенә аңлайһың шул.
       Алексей Ш., банк хеҙмәткәре, 31 йәш.
       - Иртәнге көнгә ышаныс. Бәлки артыҡ глобаль мәғәнәлә лә түгелдер, тик эш урыныңды япмаҫтар, "яңы һеперткеһен" тотоп
       яңы етәксе килмәҫ тип ышанғы килә.
       Сергей М., мәктәп уҡыусыһы, 14 йәш.
       - Миңә иң кәрәге - аҡса. Ҡыҫҡаһы, был хыялым тормошҡа ашһын өсөн кем булырға ла риза. Ниңә бәғзеләр аҡсаһын ҡайҙа :si{pға белмәй, кемдер иртәнге ашҡа бирелгән аҡсаһын да
       һаҡлап ҡына тотона
       Игорь Горелов, фирма хеҙмәткәре, 32 йәш.
       - Хәүефһеҙлек. Һәр шпана үҙен "байҙарҙан" уртаҡлашыуҙы талап итергә хаҡлы тип һанай. Ә был донъяның көслөләре йыш ҡына ошондай һөжүмдәргә фатиха бирә. Ярайһы уҡ етеш йәшәү өс өн күпме тир түгергә кәрәклеген белһәләр икән.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал