6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Мәргән яҙыусы
25.01.06


       Кирәй Мәргән - яҙыусы, ғалим, фронтовик Әхнәф Нури улы
       Кирәев 1912 йылдың 11 июлендә Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында донъяға килә. Атаһы кеүек үк ауылда балалар уҡыта, һуңынан район гәзитендә эшләй.
       Әҙәбиәткә ул көтөлмәгән осрашыуҙар, эҙләү һәм табыуҙар тәьҫире аҫтында очерктар, новеллалар яҙыусы, драматург
       булараҡ килеп инә.
       Егерменсе йылдар аҙағында ун дүрт йәшлек Әхнәф үҙ йәштәштәре менән бергә Ҡариҙел буйлап кәмәләрҙә төшә. Ә бер нисә йылдан комсомол ағзаһы Кирәев республиканың йәштәр гәзите хәбәрсеһе булараҡ, икенсерәк - Граждандар һуғышы яугиры Василий Константинович Блюхерҙың Урал буйындағы легендар рейды эҙҙәре буйлап ойошторолған походта ҡатнаша. Ошо ике сәйәхәттән алынған тәьҫораттар, романтика
       рухы яҙыусыға"Ҡариҙел серҙәре" повесын яҙыу өсөн этәргес
       көс бирә. Был китабында Кирәй Мәргән йәш уҡыусыларҙы
       ҡыҙыҡһыныусан булырға, юлда килеп тыуған ауырлыҡтарҙан һәм дошмандарҙан ҡурҡмаҫҡа, тормошта үҙ урыныңды табырға
       саҡыра.
       ... 1932 - се йыл. Комсомол йүнәлтмәһе буйынса буласаҡ яҙы усы Өфө эргәһендәге далаға килә. Бында ҡеүәтле моторҙар төҙө ү
       заводы һалына башлай. Район гәзитендә эшләү тәжрибәһе булған Кирәевты "Ударная стройка" тип аталған күп тиражлы гәзиткә эшкә саҡыралар. Йәштәр барактарҙа йәшәй, ауырлыҡтар етерлек була. Әммә төҙөлөш туҡталмай. Башҡалар менән бергә йәш яҙыусы ла үҫә. Тиҙҙән уны "Ленинсы" өлкә комсомол гәзите
       мөхәрририәтенә саҡыралар.
       Утыҙынсы йылдар аҙағында Өфө гәзиттәре һәм журналдарында йәш яҙыусының очерк һәм хикәйәләре донъя күрә башлай. 1928 й ылда Кирәй Мәргәндең "Бүләк" тип аталған бәләкәй генә хикәйәләр йыйынтығы сыға. Уның артынан һуғыш алды хикәйәләре йыйынтыҡтары баҫыла. Унда яҙыусы яңы тормош төҙөүсе йәштәштәре тураһында бәйән итә.
       Кирәев халыҡ шиғриәте ынйыларын эҙләп республика һәм Волга буйын гиҙеп сыға, ҙур ғалим - фольклорсы булып таныла.
       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Кирәй Мәргән "Комсомольская
       правда" гәзите хәбәрсеһе булып эшләй. Фронтта, Башҡорт кавалерия дивизияһында ла бер нисә тапҡыр булырға тура килә.
       Һуңынан үҙе лә хәрәкәт итеүсе аромия сафтарында ҡала. Үҙене ң очерк һәм хикәйәләрендә яҙыусы һыбайлы яугирҙарҙың ҡаһарманлығын һүрәтләй. Уның "Башҡорттар", "Егеттәр" хикәйә китаптары, "Хәрби фольклор" йыйынтығы, "Һуғыш" һәм "Минең ғаиләм" пьесалары фронтта яҙыла.
       Яҙыусының улы журналист Рушан Кирәев:" Атайымдың ижади
       биографияһы менән уҡыусылар аҙмы - күпме таныш. Илле йыллыҡ ижади ғүмере осоронда ул илленән артыҡ китап сығарҙы.
       Иғтибарҙы яҙыусы тормошоноң фронттағы өлөшөнә йүнәлтке килә. Был урынлы булыр ине, тип уйлайым, сөнки ул үҙенең ветеран танытмаһы меәнн ғорурлана ине", - тип яҙа.
       Ул үҙе был осорҙо ҡыҫҡаса ғына телгә алып үтә: "Һуғыш башланған йылда мин партияға индем. "Комсомольская правда" гәзитенең Башҡортостан буйынса хәбәрсеһе булып эшләнем. Фронтҡа командировкалар ҙа булғыланы. Һуңыраҡ, 1942 йылдың к өҙөндә Ҡыҙыл Армияның Төп сәйәси идаралығы ярҙамы менән Башҡ орт атлылары дивизияһына эләктем. Хәрби хәбәрсе вазифаһында мин унда 1943 йылдың июленә тиклем булдым. Яңы о черктар, хикәйәләр, хәрби тарихтар яҙылды. Уларҙы хәрби госпиталь итеп үҙгәртелгән Аксаков исемендәге шифаханала яҙырға тура килде. Башҡорт егеттәренең хәрби батырлыҡтарын
       бер нисә китапта һүрәтләнем..."
       Үткән осор ваҡиғаларын хәтерләгәндә, ул үҙенең тулы фронт "гөлләмәһе" менән ҡайтыуын телгә алмай: туберкулез, контузия , ике аяғына ла ярсыҡ тейеп йәрәхәтләнеүе...
       Һуғыштан һуңғы ғүмерен яҙыусы тикшереү эшенә арнай: Тарих
       , тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре булып эшләй . 1951 - 1954 йылдарҙа аспирантурала уҡый, диссертация яҡлай , 1963 йылда филология фәндәре докторы исеменә лайыҡ була. Оҙайлы йылдар буйына институттың әҙәбиәт һәм фольклор бүлегенә етәкселек итә. 1965 йылдан 1983 йылда лайыҡлы ялға киткәнсе Башҡорт дәүләт университеты кафедраһына етәкселек и тә.
       Кирәй Мәргән 1988 йылдың 24 ғинуарында вафат була. Мосолман зыяратында ерләнә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал