6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
туризм һәм ял

Изге сығанаҡ сихәте менән дан тота
24.01.06


       Керәшен байрамының иртәһе минең өсөн мөғжизәнән башланып китте. "Газель" машинаһына менеп тә ултырҙым, алдымда ...быймалар пәйҙә булды! Хәстәрлекле водитель Ильяны
       ҡосаҡлап үбергә әҙер инем мин был минутта!
       - Был итектәрегеҙҙе кейеп ҡайҙа йыйындығыҙ инде! - тип атайҙарса шелтәләп алды ул мине һәм быймаларға өҫтәп одеял да һуҙҙы. - Уранып ултырығыҙ, машинала һалҡын.
       Һалҡын ғына тиһеңме. Тәҙрәләр ҡалын бәҫ менә ҡапланған, теләһәң ҡар бәрешеп уйнарға ла мөмкин. Бараһы юл артыҡ алыҫ булмаһа ла - ике сәғәт ярым - хәүефле: ни тиһәң дә минус 35 градус бит.
       Хоҙайҙың фатихаһы менән беҙ 19 ғинуар көнө иртә менән
       Красноусолдағы изге сығанаҡҡа юл тоттоҡ. Унда 1597 йылда Изге Богородица Иконаһы пәйҙә булған, бөгөн ул Табын иконаһы
       тип йөрөтөлә.
       Матурлыҡ йәһәтенән тәбиғәттең иҫ киткес гүзәл мөйөшө. Ул беҙҙең саф һауаһы менән ҡаршы алды һәм тирә - яҡҡа сәфәр ҡылырға саҡырҙы. Юлдан килгән мосафирҙарға - беҙгә - йылынып
       алырға ла кәрәк ине, әлбиттә, һәм - тағы ла мөғжизә, өйҙән үҙем менән алып сыҡҡан сәйле термостың кәрәге теймәне, ашарғ а ла, эсергә лә әҙерләнгән ине инде. Теләге булған һәр кем б ында йылынып тамаҡ ялғай һәм тау буйлап сиркәүгә күтәрелә, теләктәрен теләп майшәм ҡуя, изге һыу тултырып ала һәм изге Табын иконаһына доғаларын уҡый.
       Тәүге тапҡыр ул Табын ҡасабаһынан 18 километр арала, Урал тауы армыттары башланып, тоҙло инештәрҙең Усолка йылғаһына а ғып төшкән урынында пәйҙә була. Бында 30 монах тоҙ ҡайнатыу менән шөғөлләнә. Уларҙың береһе иеродиакон Амвросий кисен эш тән ҡайтышлай таш янынан үткәндә Богородицаның шым ғына өндәшеүен ишетә:"Минең иконамды ал". Бик ныҡ шатланған иеродиакон ҡалған монахтар эргәһенә йүгереп бара һәм
       ҡыуаныслы хәбәрҙе уларға ла еткерә. Улар таш эргәһенә барып
       изге иконаны храмға алып килә.
       Тик уны тыныслыҡта ҡалдырмайҙар. Баш күтәреүсе башҡорттар
       уны бер нисә тапҡыр яндыра, Ҡазан һәм Свияга митрополиты Корнилий һәм игумен Соломон иконаны яңынан тергеҙә. Һуңынан ул юҡҡа сыға һәм 1765 йылда ғына яңынан барлыҡҡа килә, был юлы, риүәйәт буйынса, уға өс көтөүсе башҡорт шаһит була.
       Улар тоҙло инеш янында көтөү көтөп йөрөй һәм бер ваҡыт таш өҫтөндә икона күреп ҡала. Улар иконаны сапҡылай башлай, әммә
       бер аҙҙан күҙҙәре һуҡырая. Уларҙың араһындағы иң йәше ғибәҙәт ҡыла һәм күҙҙәре яңынан күрә башлай. Уның доғалары
       башҡаларға ла ярҙам итә. Йәш башҡорт көтөүсеһе шулай итеп Аллаға ышана башлай.
       Изге Иконаның мөғжизәләре туҡталмай. Ул казактарға баш күтәреүселәргә ҡаршы торорға ярҙам итә. Стәрлетамаҡ һәм Ырымбурҙы холеранан ҡотҡара, 1861 йылда Өфө крайын ҡот осҡос ҡоролоҡтан һаҡлай. Ә изге тоҙло сығанаҡ бөгөн дә меңләгән кешенең иғтибарын йәлеп итә һәм сихәтле булыуы менән дан тота.
       - Бала сағымда бик ҡурҡыныс сиргә юлыҡтым. Ҡул - аяҡтарым
       эшләмәй, үлем алдында ҡалдым тиһәң дә була, - тип һөйләй Мәскәүҙән килгән Лариса. - Врачтар ярҙам итә алманы. Әсәйем табын Иконаһына барып килгәндән һуң күҙгә күренеп һауыға башланым... Ул һуңынан минең иремә лә ярҙам итте.
       Мине изге һыуҙа ҡойоноуға яңы әхирәтем - Валя әбей өгөтлә не. Башта беҙ ҡурҡа - ҡурҡа ғына һыуға текләп торҙоҡ. Һәм бы на
       ике мөһабәт егет һәм ирле - ҡатынлы пар һыуға төштө... Бер нисә секундтан Хоҙайға доға ҡылып, минең әбекәйем дә сисенә башланы. Шул ваҡытта миңә оят булып китте һәм муйынымдан изге һыуға төштөм.
       - Башың менән, тотош сум! - тип ҡысҡыралар миңә һыуҙың көсөн һиҙгән егеттәр.
       Уларҙы тыңлап, мин сумырға батырсылыҡ иттем. Һәм тағы ла мөғжизә! - һыуҙан килгән йылыны тойҙом. Яңы һауылған һөттәй күренде миңә ул (был температура сығанаҡта йыл әйләнәһенә һаҡлана). Йылылыҡтан иҙрәп, бер нисә секундтан үҙемде күккә
       осҡандай тойҙом һәм ...яңынан тыуҙым! Был тойғоно бер нәмә менән сағыштырып та, аңлатып та булмай!
       Таҫтамалға уранып йортҡа йүгерҙек. Бер аҙ ҡалтыратып алды , әммә һуңынан тән буйлап ут йүгерҙе.
       Ә минең әхирәтем бөтөнләй икенсе кешегә әйләнде. Ҡайтыр юлда Валя әбейебеҙ ҡыҙҙарҙай балҡый ине. Быға тиклем ул күренмәне лә, ишетелмәне лә, ә хәҙер йәшәреп киткән, матур,
       шат күңелле.
       Ярты сәғәттән, изге урындан ҡайтыу юлына сыҡҡас, беҙҙең машина ҡапыл туҡтаны, двигатель эшләмәй икән. Баҡһаң, изге
       сығанаҡта беребеҙ ҙә Табын иконаһы хөрмәтенә акафист уҡымағанбыҙ. Күршем Владимир уҡый башланы, мин дауам иттем. Дөрөҫөн әйткәндә, быға тиклем доға уҡығаным юҡ ине, шуға күрә уның көсөн дә аңлап етмәгәнмендер. Бер аҙ ваҡыттан миңә эҫе булып китте, тамағыма төйөр тығылды,
       күҙҙәрҙән шыбырлап йәш аҡты... Һәм двигатель шатырлай башланы... Машина эшләп китте... "Ризалығын бирҙе", - тине юлдаштарым.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал