6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Наркоманияны иҫкәртеү йылы тамамланды һәм ул дауам итә
24.01.06


       Ошо көндәрҙә үткән Президент Советы ултырышында наркоманлыҡ, эскеселек һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылына йомғаҡтар яһалды. БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов билдәләүенсә, республикала йылдың тематикаһын иғлан итеүҙең төп маҡсаты булып халыҡтың физик, әхлаҡи һәм рухи сәләмәтлеген нығытыу, халыҡта сәләмәт тормош алып барыу теләген формалаштырыу торҙо. Һәм, дөйөм алғанда, был бурыстар тормошҡа ашырылды. Сөнки иң мөһиме, Башҡортостан Пр езиденты Мортаза Рәхимов әйтеүенсә, "беҙ йәмәғәтселектең сәл әмәт көстәрен туплап, уларҙы насар ғәҙәттәргә ҡаршы йүнәлтеүгә ирештек".
       Хөкүмәт башлығының доклады бер сәғәт тирәһе дауам итте. Был аңлашыла ла, сөнки башҡарылған эштең ғәйәт ҙур күләмдә булыуы билдәле.
       Закондарҙан башлайыҡ, сөнки тейешле хоҡуҡи нигеҙ булмағанда , был яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшеү мөмкин түгел. Башҡортостанда
       был йәһәттән "Башҡортостан Республикаһында эскеселек, наркомания һәм токсикоманияны иҫкәртеү тураһында" Закон
       ҡабул ителде. Бынан тыш БР Дәүләт Йыйылышы РФ Дәүләт
       Думаһына "Рәсәй Федерацияһында эскеселек, наркомания һәм токсикоманияны иҫкәртеү системаһы нигеҙҙәре тураһында" Федераль закондың яңы проекты менән мөрәжәғәт итте.
       Республикала конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, спорт ярыштары - төрлө статустағы саралар үтәреү туҡталып торманы.
       Ағартыу эшенең һуңғы аккорды тип "Рәсәй Федерацияһы субъекты шарттарында наркотиктарға бәйле хәлгә дәүләт стратегияһы" ғилми - ғәмәли конференцияһын атарға булалыр. Унда 650 кеше ҡатнашты. Был сарала БР Хөкүмәте һәм Рәсәй һәм Белоруссияла наркотиктар һәм енәйәтселек буйынса БМО Идаралығы төбәк вәкиллегенең наркоманияны иҫкәртеү һәм сәләмәт тормошто пропагандалау өлкәһендә хеҙмәттәшлеге тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды, ә Башҡортостандың был өлкәлә эшмәкәрлек тәжрибәһе алдынғы тип танылды һәм уны Федерацияның барлыҡ субъекттары араһында таратырға тәҡдим ит елде.
       Көс структуралары ла әүҙемләште. 2005 йылда хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан наркотиктарға бәйле 4 333 енәйәт асыҡланған, был һан унан алдағы йыл мнән сағыштырғанда 48,2 процентҡа күберәк. Уларҙың 60 проценты наркотик матдәләр һатыуға бәйле. 900 килограмм наркотик матдә законһыҙ әйләнештән алынған, уларҙың 348 килограмын героин тәшкил итә . "Первитин" һәм "дезоморфин" етештереү менән шөғөлләнеүсе 1 2 йәшерен лабораторияның эшмәкәрлегенә сик ҡуйылған. 2004 йы л менән сағыштырғанда алдан һөйләшеү буйынса йәки
       ойошҡан төркөмдәр тарафынан наркотиктарға бәйле енәйәттәрҙе асыҡлау күләме 4,2 процентҡа артҡан.
       Медицина хеҙмәттәре лә йоҡлап ятмай. Халыҡҡа наркологик ярҙам күләмен киңәйткәндән һәм дауалауҙың яңы алымдарын ҡуллана башлағандан һуң, медиктар махсус наркологик ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр һаны 12,4 процентҡа, реабилитация курсы үтеүселәр һаны 1,7 процентҡа артыуын белдерә.
       Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, спорт, киң мәғлүмәт
       саралары учреждениеларының эштәре емешле булды. Күрелгән са ралар һөҙөмтә бирҙе, тип билдәләне БР Хөкүмәте башлығы. Наркотиктарға бәйле хәлде дәүләт һәм йәмәғәтселек тарафынан
       контролдә тотолоуы хроник алкоголизм һәм наркомания сиренә дусар булыусылар һанынының кәмеүенә булышлыҡ итә, тип билдәләне Рафаэль Ибраһим улы. Балалар һәм үҫмерҙәрҙең алкоголизм һәм токсикомания менән ауырыуы, ярашлы рәүештә, 1 2 һәм 7,9 процентҡа кәмегән. Алкоголь психозы 5,5, алкоголиз м менән сирләүселәр һаны - 3,7 процентҡа кәмеүе күҙәтелә.
       Беҙҙең республикала наркомания һәм алкоголизм менән ауырыу буйынса күрһәткестәр Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы менән сағыштырғанда байтаҡҡа кәмерәк. "Әммә был беҙҙең өсөн йыуаныс булырға тейеш түгел, - ти Рафаэль Ибраһи м улы. - Наркомания һәм эскелек элеккесә йәмғиәтт өсөн етди проблема булып ҡалыуын дауам итә. Ағымдағы йылда наркомания диагнозы менән иҫәпкә алыныусылар һаны 14 процентҡа артҡан. Наркотик матдәләр ҡулланыусыларҙың иҫкәртеү төркөмөндә был сиргә дусар булыусылар һаны арта. Бөгөнгө көнгә 5132 наркоман иҫәптә тора". Һәм был айсбергтың
       күҙгә күренгән өлөшө генә.
       Тимәк эш дауам итәсәк. Премьер - министрҙың фекере буйынса наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә сик ҡуйыу, уларҙың республикаға үтеп инеү каналдарын ҡаплау, наркоман
       һәм алкоголиктарҙы дауалау буйынса өҫтәмә саралар күрергә кәрәк буласаҡ. Сөнки бары дөйөм көс менән генә беҙ Башҡортостанда наркотиктарға ышаныслы ҡалҡан ҡуя һәм йәмғиәтебеҙгә сәләмәт киләсәк тәьмин итә аласаҡбыҙ.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал