6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Бурыстар, бурыстар...
23.01.06


       Республика йортонда Ведомство - ара советының эш хаҡы буйынса бурыстарҙы ҡаплау һорауҙарына арналған ултырышы булып үтте. 2005 йылда Башҡортостанда был бурыс 170 миллион һумға, йәғни ике тапҡыр тип әйтерлек ҡыҫҡарған һәм бөгөн ул 117 миллион һум тәшкил итә.
       Хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарҙы түләү барышы тураһында БР прокуроры Сергей Хуртин, БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Виктор Силантьев һәм Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса төп идаралығы етәксеһе Зөфәр Байғусҡаров сығыш яһаны.
       Хуртиндың телмәре хис - тойғоларға бай булды.
       - "Намыҫығыҙ бармы һеҙҙең, юҡмы - тип һорайым мин прокурорҙарҙан. - Айҙар буйына эш хаҡы алмаған кешеләр нисек
       йәшәргә тейеш" - тип башланы һүҙен Сергей Анатольевич. - 3 0 меңгә яҡын хеҙмәткәр бөгөн хәләл эш хаҡын ала алмай. Ә властың һүлпәнлеге өмөтһөҙлөккә бирелгән кешеләрҙе енәйәткә лә этәреүе мөмкин!
       Йыш ҡына ойошма етәкселәре мөмкинселектәре булғанда ла хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләмәй. Улар аҡсаны икенсе маҡсатҡа йүнәлтеүҙе хуп күрә - 180 мең долларлыҡ "Тойота" машинаһы һатып ала, тауар ҡайтарыусыларға түләй, яғыулыҡ - майлау материалдары ала, ти Хуртин. Баҫыу эштәре ҡыҙғанда яғыулыҡ та кәрәк, әлбиттә, әммә халыҡҡа хеҙмәт хаҡын түләү мотлаҡ. Ҡайһы бер етәкселәр суд эше барышында ғына бурыстарын ҡайтара башлай.
       2005 йылда етәксе вазифа биләүсе 528 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 34 етәксе квалификацияһынан мәхрүм ителгән.
       Виктор Силантьев үткән йылда үҙ ваҡытында эш хаҡы түләмәүҙең 387 осрағы теркәлеүен белдерҙе. 494 етәксегә һалынған штрафтың дөйөм күләме 530 мең һум тәшкил итә.
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уртаса штраф ни бары 1200 һум тәшкил итә, ә иң ҙур штраф - биш мең, - ти Виктор Алексеевич. - Әмм ә беҙ Административ кодекс буйынса эш йөрөтөү сәбәпле, максималь штраф һирәк осраҡта һалына.
       Артабан үткән йылда эш хаҡы бурыстарын тотҡарлау осраҡтар ы булған дүрт ойошма етәксеһе совет алдында яуап тотто. "Башҡорт авиалиниялары" асыҡ акционерҙар йәмғиәте , "Күмертау авиация производство предприятиеһы" "Туймазы фарфор заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Красноусол быяла заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте директорҙары бурыстарҙың ни сәбәпле барлыҡҡа килеүе, уларҙы ҡаплау өсөн
       ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында һөйләне.
       Бөгөнгө көнгә иң етди хәл "БАЛ" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенд ә барлыҡҡа килгән. Уның хеҙмәткәрҙәре ун ике миллион һум хәл әл аҡсаһын ала алмай. Әммә әлеге ваҡытта бурыстарҙы ҡайтарыу   башланған, генераль директор Винер Шакиров апрель - май айҙарына тиклем эш хаҡы буйынса бурыстар ҡалмаясаҡ, тип
       ышандыра.
       Туймазы фарфор заводы икенсе кварталға бурысһыҙ инергә ниәтләй. Красноусол быяла заводы банкрот тип табылған һәм хеҙмәткәрҙәре менән ҡорамалдарҙы һатыуҙан килгән аҡса менән иҫәпләшәсәк. Кумертау авиация предприятиеһынан совет адресына 2006 йылдың 24 ғинуарына тиклем бурыстарҙы тулыһынса түләп бөтөргә йөкләмә алыу тураһында хат килде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал