6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Башҡортостан эшселәренең Ленинға һуңғы бүләге
23.01.06


       21 ғинуарҙа исеме бөтә донъяға билдәле Владимир Ильич
       Лениндың вафат булыуына 82 йыл тулды.
       Ленин үлгәндән һуң беренсе булып шыршы ботаҡтары һәм артыштан үреп, көртмәле үләне менән бәйләнгән венокты Горки эргәһендәге ауылда йәшәүсе крәтиәндәр алып килә, һәм әле Владимир Ильич өҫтәлдә ятҡан ваҡытта уҡ уның аяҡ осона ҡуя. Лениндың ҡәберенә 800 - ҙән ашыу венок һалына. Уларҙың күбеһе оригиналь, матур итеп биҙәлүе билдәле.
       Бөйөк юлбашсы иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса СССР Үҙәк башҡарма комитеты комиссияһы уларҙың араһынан Башҡортостандан килтерелгән венокты айырым билдәләй һәм уның тасуирламаһын "Ленинға. 1924 йылдың 21 ғинуары" китабына индерергә тәҡдим итә.
       Веноктың таҫмаһына рус һәм ғәрәп телдәрендә "Башҡортостан
       хеҙмәтсәндәренән", "Донъя пролетариатының һөйөклө, онотолмаҫ юлбашсыһы һәм Көнсығыш халыҡтарын азат итеүсе В. И. Ленинға" тип яҙыла. Ә венок түбәндәге һүҙҙәр менән тасуирлана.
       "Металл веноктың һул өлөшө лавр япраҡтарынан, уңы - имән япраҡтарынан үрелгән.
       Өҫтән ул ҡыҙыл нәркәс һәм аҡ сирендең фарфор сәскәләре
       менән беркетелгән. Сәскәләргә роза, сирень һәм башҡа үҫемлектәрҙең тимер япраҡтары ҡушып үрелгән. Веноктың аҫҡы ө лөшөнә ҡуйылған киң пальма япраҡтары уның урта өлөшөн тулыландыра.
       Ике ҡыҙыл ҡағыҙ таҫма веноктың ике яғынан уратылып, уның
       өҫкө өлөшөндә бәйләнә. Ҙурлығы 85 - кә 135 см".
       "Ленинға. 1924 йылдың 21 ғинуары" китабының бер экземпляры
       1941 йылдың 21 ғинуарында - 65 йыл элек - Өфөлә асылған Лениндың йорт - музейында ла бар.
       Ул Уралда Владимир Ильичтың тормошо һәм эшмәкәрлегенә
       бәйле берҙән - бер ҡомартҡы. Пролетариат юлбашсыһы 1900 йылдың ҡышында һәм йәйендә Башҡортостанда булған сағында бик
       күп эш башҡара. Урындағы һәм һөргөндәге социал - демократтар менән осрашыу ваҡытында Владимир Ильич Рәсәйҙә эшселәр хәрәкәте тураһында һөйләй, үҙенең марксистар
       партияһы төҙөү һәм дөйөм Рәсәй сәйәси гәзит сығарыу планы менән уртаҡлаша. Өфөлә баҫтырырға планлаштырылған гәзиттә хеҙмәттәшлек итеү хаҡында килешеүҙәр төҙөй, "Искра" өсөн агенттар һәм хәбәрселәр әҙерләй.
       Лениндың ай дауамында Өфөлә булыуының төп һөҙөмтәһе тип баш ҡалала "Искра" гәзитенең тәүге таяныс пункты барлыҡҡа килеүен әйтергә кәрәк. Уның революцион эшмәкәрлеге Уралда социал - демократтар хәрәкәте үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
       Лениндың Өфөлә йәшәгән йорто һаҡланған. Уның стенаһында рус һәм башҡорт телдәрендә "1900 йылда был йортта Владимир И льич Ленин йәшәгән" тип яҙылған.
       В. И. Лениндың йорт музейы сарлаҡлы ағас йортта урынлашҡа н. Н. К. Крупская һәм уның әсәһе йәшәгән сарлаҡта мемориаль бүлмәләр булдырылған. Беренсе ҡаттағы күргәҙмә залдары Владимир Ильич Лениндың Башҡортостандағы тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында һөйләй.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал