6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Яҡташыбыҙ һынатмай
23.01.06


       Өфө биатлон мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Максим Чудов үҙенең уңыштары менән шатландырыуын дауам итә. Һалҡын тейеп ауырыуҙан яңы һауыҡҡан көйө ул тағы ла үҙенең көслө спортсы
       булыуын дәлилләне. Италияла үткән донъя кубогының алтынсы этабында 10 километрға спринтерҙар уҙышында Максим абруйлы ө сөнсө урын биләне.
       Чудовтың яратҡан дистанцияһында башта эштәр бик үк шәп барманы. Бер тапҡыр яҙа атып, ул бары тик 32 - се һөҙөмтә менән барҙы. Әммә артабан яҡташыбыҙ бына тигән тиҙлек һәм мәргәнлек күрһәтте һәм һөҙөмтәлә күп кенә күренекле
       спортсыларҙы артта ҡалдырып, еңеүсе Фроде Андерсен
       (Норвегия) һәм көмөш призер Рико Гросс (Германия) артынан өсөнсө урынды яуланы.
       Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Валерий Польховский 23 йәшлек Чудовтың сығышынан бик ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
       Рәсәй спортсыларының ҡалғандары спринт ярышында "балҡый" алманы. Йыйылма командала икенсе урын Сергей Рожковта, ул ни
       бары 52 - се урын ала алды.
       Бөгөн донъя кубогының дөйөм зачетында Максим Чудов 214 балл менән туғыҙынсы урында тора. Рәсәйлеләр араһында был икенсе күрһәткес. Ватандаштарыбыҙ араһынан әлегә беренселек Николай Круглов ҡулында (алты мәрәйгә күберәк). Дөйөм зачет
       буйынса беренсе урында 358 балл йыйған Рафаэль Пуаре килә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал