6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Яңы бурыстар билдәләнде
23.01.06


       Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы системаһында 2006 йыл участка милиционерҙары йылы тип иғлан ителде. Көнкүреш шарттарында ҡылынған енәйәттәрҙе иҫкәртеүҙә иғтибар башлыса нәҡ участка милиционерҙары хеҙмәтенә бирелә. Бөгөн Рәсәйҙә енәйәтселекте социаль иҫкәртеүҙең комплекслы системаһына нигеҙ һалына, был эшкә хоҡуҡ һаҡлау органдарынан тыш төрлө кимәл власть вәкилдәре, йәмәғәтселек ойошмалары, коммерция структураһы, йәғни
       йәмғиәттең төрлө ҡатлам вәкилдәре йәлеп ителә. Башҡортостан
       Эске эштәр министрлығы һәм республика прокуратураһы тарафынан әҙерләнгән "Башҡортостан Республикаһында хоҡуҡ
       боҙоуҙарҙы иҫкәртеү тураһында" закон Проекты БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың яҙғы сессияһында ҡараласаҡ.
       19 ғинуарҙа БР Эске эштәр министрлығында ойошторолған коллегияла һүҙ ағымдағы йылға бурыстар һәм үткән йыл йомғаҡтары тураһында барҙы. Киңәйтелгән ултырышта БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров һәм башҡалар ҡатнашты.
       Үткән йылда экстремист һәм террор йүнәлешендәге ойошмалар эшмәкәрлеген туҡтатыу, уларҙы финанслау каналдарын ябыу эшенә ҙур иғтибар бүленде. Был өлкәлә милиция хеҙмәтенең иң ҙур ҡаҙанышы тип "Хизб - ут - Тәһрир әл - Ислами" экстремист ойошма ағзаларын хөкөмгә тарттырыуҙы әйтергә булалыр. Август
       айында тыйылған ойошманың туғыҙ әүҙем ағзаһы төрлө ваҡытҡа иркенән мәхрүм ителде.
       Законһыҙ юл менән алынған табышты легалләштереүгә бәйле енәйәттәрҙе асыҡлау һаны 2,5 тапҡыр тип әйтерлек артҡан.
       Криминаль милиция тарафынан асыҡланған иҡтисади енәйәттәр һ аны 15 процентҡа - 5700 - күберәк. БР Эске эштәр министрлығы ның һалым енәйәттәре буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре 570 законһыҙ эш итеү осрағын асыҡлаған.
       Ойошҡан енәйәт төркөмдәре составында енәйәт ҡылыу сәбәпле яуапҡа тарттырылыусылар һаны 12 процентҡа артҡан. БР Эске эштәр министрлығы эргәһендәге ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы кө рәш буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре тарфынан барлығы 600 - ҙә н ашыу енәйәт асыҡланған. 113 берәмек атыу ҡоралы, ике меңдән ашыу хәрби припастар законһыҙ әйләнештән алынған.
       Наркомания, эскелек һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы сиктәрендә лә ҙур эш башҡарылған. Эске эштәр министрлығы көстәре менән 212 килограмдан ашыу наркотик, шул иҫәптән 4,6
       килограмм героин законһыҙ әйләнештән алынған.
       2005 йылда юлдарҙағы хәл ярайһы уҡ көсөргәнешле булды. Юл
       һәләкәттәренә осрау кимәле 2004 йыл менән сағыштырғанда юғарыраҡ. Уртаса алғанда республика юлдарында көн дә егермегә яҡын кеше һәләк булған һәм төрлө йәрәхәттәр алған. Юл - транспорт һәләкәттәренән күрелгән зыян 3,5 миллиард һум  тәшкил итә. Коллегияла ҡатнашыусылар граждандарҙың юлда үҙҙәрен дөрөҫ тотмауы, яуапһыҙлыҡ тойғоһо көслө булыуы менән
       килеште. Был айырыуса водителдәргә ҡағыла, юл фажиғәләренең дүрттән өс өлөшө нәҡ уларҙың вайымһыҙлығы арҡаһында була. Һәр 12 - се юл - транспорт һәләкәте иҫерек водителдәр ғәйебе. Һәр унынсы тәртип боҙоусы водителдең транспортҡа идара итеү хоҡуғы юҡ. Һәм ошондай хәл Башҡортостанға ғына түгел, тотош Рәсәйгә хас күренеш. Владимир Путин юлдарҙағы хәлде юҡҡа ғына илдең милли хәүефһеҙлегенә, уның иҡтисади үҫешенә һәм демографияға янауын билдәләмәне. "2006 - 2012 йылдарҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу" федераль маҡсатлы программа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡи аңын арттырыу, юл хәрәкәтен ойоштороуҙы камиллаштырыу, юл фажиғәләрендә зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү сараларын күҙаллаусы программа документ ролен үтәйәсәк.
       Материалды әҙерләүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн автор БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә рәхмәт белдерә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал