6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Быйылғы йыл төҙөкләндереү билдәһе аҫтында үтәсәк
20.01.06


       Бөгөн Республика йортонда Президент Советы Башҡортостанда
       быйылғы йылды төҙөкләндереү билдәһе аҫтында үткәрергә тәҡдим итте, тимәк был ниәттең республика парламентарийҙары тарафынан хупланыуынан һуң беҙ 2006 йыл дауамында ҡала һәм а уылдарыбыҙҙы тәртипкә килтереү менән мәшғүл буласаҡбыҙ.
       Быйылғы йылдың төҙөкләндереүгә арналыуын бер ни тиклем көтөлмәгән хәл тип әйтергә мөмкин. Торлаҡ, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау һәм төҙөкләндереү буйынса милли проекттарҙы иҫәпкә алғанда, ошондайыраҡ тәҡдим көтөлә ине. Хәйер, тәүге эмоцияларҙан арынғас, ғәмәлдә барыһы ла логикаға ярашлы икәнлеге аңлашыла. 2007 йылда республика Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләй, тимәк, БР Президенты Мортаза Рәхимов әйтмешләй, "... уртаҡ йортобоҙҙо тәртипкә килтерергә кәрәк".
       Байрамға республикала күп кенә яңы объекттар төҙөләсәк, әлбиттә. Был ҡырҡтан ашыу социаль тәғәйенләнештәге һәм транспорт инфраструктураһы объекттары, Дуҫлыҡ Монументы,
       аэропорт, тимер юл вокзалы, ипподром, "Башҡортостан" киностудияһы, Башҡортостандың Республика академия рус
       драма театры, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназияһы кеүек урындарҙа реконструкциялар үткәреү һәм башҡалар. Республика клиник дауаханаһының хирургия
       комплексы, туберкулезға ҡаршы диспансер, Республика психиатрия дауаханаһы комплекстары, Халыҡтар дуҫлығы йорто төҙөләсәк. Бынан тыш планда ете юл төҙөлөшө объекты, биш һыу
       менән тәьмин итеү һәм канализация һәм биш гидротехник төҙөлөш объекттары ҡаралған.
       Был объекттарҙың республиканың тышҡы йөҙөн биҙәйәсәге шик тыуҙырмай, әммә ауыл һәм ҡасабаларҙы ла оноторға ярамай.
       Бөгөн Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев әйтеүенсә, төҙөлөштән тыш "төҙөкләндереү" һорауҙары ла етерлек.: был шәхси йорттарҙың ҡыйшайған ҡоймаларына ла, юлдарға ла, ҡала йорттарының тышҡы йөҙөнә лә ҡағыла. Дөйөм алғанда Өфөлә заманса төҙөкләндерелгән кварталдар бер нисәү генә, тип белдерҙе мэр. Бер һүҙ менән әйткәндә, эш етерлек. Ауыл һәм ҡасабалар тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Әйткәндәй, унда төҙөкләндереү проблемаларын "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамдарын үткәреп хәл итергә мөмкин. Үткән йылдар тәжрибәһе күрһәтеүенсә, бер ауыл да ҡунаҡтарын әҙерлекһеҙ ҡаршыламай. Был йәһәттән ауылдаштарына билдәле яҡташтары ла ярҙам ҡулын һуҙа...
       Йәғни, депутаттар киләһе ултырышта Президент советы ҡарарын
       раҫлаһа, республика алда көтөлгән байрам ҡунаҡтарын бик матур әҙерләнеп ҡаршы аласаҡ. Һорау ыңғай хәл ителер, тип уйларға ҡала.
       Шулай уҡ йыл темаһы тип иғлан итергә теләк белдергән торл аҡ йәки эшҡыуарлыҡҡа килгәндә, был өлкәлә эштәр былай ҙа туҡталмай. 2005 йылда ғына ла республикала 1,6 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән. 2006 йылда 100 мең квадрат метрға күберәк торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ, 2007 йылда быға тағы ла 100 мең квадрат метр өҫтәләсәк. Дөйө м алғанда, йыл һайын ике миллион квадрат метр торлаҡ төҙөләс әк тигән һүҙ.
       Эшҡыуарлыҡҡа килгәндә, был өлкәлә лә ярайһы уҡ ҙур эш башҡарыла. Быйылғы йылға бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса программаны тормошҡа ашырыуға 21,6 миллион һумдан кү берәк аҡса һалынған.
       Тимәк республика тыныс күңел менән һепертке алып, тәртип
       урынлаштырырға тотона ала. Республика башлығы әйтеүенсә, Башҡортостанда йәшәүсе һәр кем өсөн быйылғы йылдың девизы тү бәндәгесә яңғырарға тейеш: "Минең йортом - имен һәм сәскә атыусы Башҡортостан!".

Ольга Горюнова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал