6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Өфөлөләр өсөн 15 миллион евро
20.01.06


       Бр - р! Урамда 40 градус һыуыҡ тора, аҙыраҡ йылынырға уй лап эҫе һыуҙы асаһың, уның урынына крандан боҙло һыу аға. Һә м бер аҙ ваҡыт үткәндән һуң ғына аҡрынлап йылына башлай. Бындай хәл күптәргә таныштыр, моғайын.
       Быйылғы ҡояшлы көҙҙө хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Тышта көндәр
       йылы, ә батареялар йылыта башланы ла инде, фатирҙа тын
       алырлыҡ түгел, эҫе. Шулай уҡ күптәргә таныш хәл.
       Йәки бына тағы бер күренеш. Күп ҡатлы йорт, кис, кемгәлер тиҙ генә йыуынып алырға кәрәк, кемдер кер, кемдер һауыт - һа ба йыуа, ә крандан аҡҡан һыу кәмегәндән кәмей, сөнки һыу баҫымы етешмәй.
       Былар барыһы ла Өфөләге күпселек йорттарҙың мораль һәм техник яҡтан иҫкергән үҙәк йылытыу пункттары тарафынан хеҙмәтләндерелеүенән килә. Һәр үҙәк бер нисә йортто хеҙмәтләндерә. Уларҙа йылы һыу һәм йылылыҡ температураһын автоматик көйләү ҡаралмаған, шуға күрә был йорттарҙа
       йәшәүселәр уңайһыҙлыҡтар кисерә, ә һыуҙы һәм йорттарҙы йылытыуға һыу һәм энергия һаҡһыҙ тотонола.
       Әммә яҡын арала был хәл үҙгәрергә тейеш. Үткән йыл башынд а Өфө хакимиәте Европа реконструкция һәм үҫеш банкыһына торлаҡ йорттар өсөн индивидуаль йылытыу пункттары һатып алыуҙы финанслауға займ алыу тураһында заявка менән мөрәжәғәт итте. Банк ризалыҡ белдерҙе һәм 2005 йылдың февралендә Европа реконструкция һәм үҫеш банкыһы, "Өфө торлаҡ хужалығы идаралығы" муниципаль унитар предприятиеһы һәм баш ҡала хакимиәте араһында кредит финанслауға әҙерлек б уйынса өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Инвестициялар проектының дөйөм хаҡы яҡынса 15 миллион евро тәшкил итә.
       Проектҡа Өфөнөң 5500 күп ҡатлы йорттарының өстән бер өлөшөнә индивидуаль йылытыу пункттары ҡуйыу индерелгән.
       Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәтендә "Өфө торлаҡ хужалығы идаралығы" муниципаль унитар предприятиеһы, Европа реконструкция һәм үҫеш банкыһы араһында Кредит килешеүе һәм Өфө хакимиәте һәм Европа реконструкция һәм үҫеш банкыһы араһында гарантия килешеүенә ҡул ҡуйылды. Европа реконструкция һәм үҫеш банкыһы "Өфө торлаҡ хужалығы идаралығы" муниципаль унитар предприятиеһына 10 йылға дүрт п роцент менән 360 миллион һум кредит бирә. Кредит буйынса
       гарант булып Өфө ҡалаһы сығыш яһай. Килешеүҙәргә ҡул ҡуйыуҙа Европа реконструкция һәм үҫеш банкыһының муниципаль һәм экологик инфраструктура директоры Томас Майер, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев һәм "Өфө торлаҡ хужалығы идаралығы" муниципаль унитар предприятиеһының генераль директоры Борис Герасимов ҡатнашты.
       Проектты тормошҡа ашырыу өсөн Финляндия һәм Норвегия хөкүмәттәренән 600 мең һум евро грант тәҡдим ителә, был средствоға халыҡ - ара консультанттарҙың Өфө торлаҡ хужалығы
       идаралығы" муниципаль унитар предприятиеһына һатып алыу, проектлау, контракттар төҙөү, төҙөлөш һәм мониторинг буйынса
       ярҙам күрһәтеү эштәре финансланасаҡ.
       Проекттың төп маҡсаты - йылылыҡ энергияһы һәм һыуҙы һаҡсыл
       тотоноу. Индивидуаль йылытыу пункттары һәр бинаның үҙенсәлекле ихтыяждарын иҫәптә тотоп урынлаштырыласаҡ һәм автоматика һәм көйләү системаһы, яңы торбалар һ. б. менән тәьмин ителәсәк.
       Индивидуаль йылытыу пункттарын файҙаланыу үҙәк йылытыу
       һәм йылы һыу менән тәьмин итеүгә файҙаланылған энергияның 8
       - 10 процентын, электр энергияһының 20 - 30 процентын һәм үҙәк йылытыу торбаларында файҙаланған химик таҙартылған
       һыуҙың 15 процентын һаҡлап ҡалырға мөмкинселек бирәсәк. Йылытыуҙы автоматик көйләү йорттарҙы йылылыҡ менән тыштағы һ ауа торошоноң фактик температураһы буйынса тәьмин итергә мөм кинселек бирә. Ике торбалы системаға күсеү йылы һыу трассаларын ремонтлауға
       сығымдарҙы кәметәсәк. Бынан тыш система гидравлик режимды к өйгә һалыуға һәм йорттағы норматив температура һаҡланыуына к илтерә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал