6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Баланы яратыу кәрәк
20.01.06


       Һәр әсә үҙенең балаһына тик изгелек кенә теләй. Һәм үҙ әсәһенә ихлас күңелдән изгелек теләмәгән бала ла юҡтыр, моға йын. Һәм әсә кешенең бәхетле булыуы үҙе үк уның уңышлы яҙмыш ына нигеҙ һалыуын белһә, бала уға икеләтә изгелек теләр ине, моғайын. Һәм бында әсәнең үҙ балаһын бер үҙе тәрбиәләйме, әллә атаһы, оләсәһе, олатаһы менән бергәме - мөһим түгел. Кеше әсәһе тәрбиәһендә генә бәхетле булырға, йәки тулы ғаиләлә үҫеп тә бәхетһеҙ булырға мөмкин.
       Ҡайһы бер ҡатындар баланы атаһыҙ тәрбиәләгәндә выждан ғазабы тоя. Бындай ғаиләлә тәрбиә тулы була алмай тип уйлау төптө дөрөҫ түгел, тип һанай БР Дәүләт комитетының ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль - психологик ярҙам үҙәгенең юғар ы категориялы педагог - психологы Светлана Ҡаһарманова. Был нормаль тәрбиә, тик ул ауыр шарттарҙа башҡарыла ғына.
       Белгес фекере буйынса, бындай осраҡта ҡатын үҙенең балаһы
       тураһында хәстәрлек күреүҙе тағы ла арттырырға тейеш. Әммә уның хаҡында ғына түгел, үҙең, яҡындарың, башҡа кешеләр тураһында ла онотмау мотлаҡ.
       Ағзалар һаны буйынса ҙур булмаған ғаилә тирә - яҡ мөхит
       менән ижади бәйләнештә булғанда бәхетле.
       - Кешеләр менән асыҡ, изге, күп яҡлы мөнәсәбәттәр өйҙә шатлыҡ мөхите булдыра, баланың яҡшыраҡ үҫешеүенә булышлыҡ ит ә, - ти Светлана Викторовна. - Әсәнең бала өсөн үҙ - үҙен ҡорбан итеүе иһә тәрбиәне шул тиклем ауырайта, хатта маҡсатл ы тарбиә сараларының да уңыш алып килеүе шикле. Ниңәме Сөнки балаға йонсоу түгел, ә шат, бәхетле әсә кәрәк.
       Психологтың һүҙҙәре буйынса, тормошта барыһы ла һин тигәнсә
       бармай икән, сабыйҙың атаһыҙ үҫеүе өсөн үҙеңде ғәйепләү кәрәкмәй. Ғәйеп тойғоһо яҡшыға алып бармай. Үҙеңде ғәҙәти,
       ышаныслы тоторға, балаға ышанырға кәрәк- был да бөгөнгө
       әңгәмәсемдең кәңәштәре.
       Балаға аҡыллы етәкселек итеү мөһим, ул сабыйҙа ышаныс тойғоһо булдыра. Бала әсәһенең үҙен аңлауын, дөрөҫ кәңәш биреүен, кәрәк була ҡалһа, ярҙамға килерен белергә тейеш.
       Әсәгә һәр баланы барыһына ла өйрәтеү, иң юғары күрһәткестәргә ынтылыу мөмкин түгеллеген аңлау мөһим.
       Бала әсәнең көткәненә яраҡлашырға түгел, ә үҙе үҫергә, сә скә атырға тейеш. Уға иҫкәрмәне "Мин һине бик яратам, әммә б ыны эшләргә ярамай" тигән һүҙҙәрҙән башлағыҙ.
       - Баланың үҙе түгел, ә уның тәртибе оҡшамауын аңлата беле ргә кәрәк, - ти Светлана Викторовна. - "Мин һине яратам" тиг ән һүҙҙәрҙе ишеткән һайын бала үҙен яҡлаулы һәм ышаныслы тоя. Үҙенә ҡарата ихтирамы арта, асыла.
       Психолог шулай уҡ баланы йышыраҡ маҡтарға, уның эмоциональ хәлен күҙәтергә кәңәш бирә. Мәҫәлән, депрессия билдәләре һиҙелмәйме. Әгәр яуап ыңғай икән, профессиональ ярҙамға
       мөрәжәғәт итергә кәрәк, унда һеҙгә балағыҙҙы яҡшыраҡ аңлау өсөн нәмә эшләргә кәрәклеген өйрәтерҙәр.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал