6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Эстрада йондоҙҙары менән хеҙмәттәшлек дауам итә
20.01.06


       Бөгөнгө заманда алыҫ аралар юҡ: Рәсәй төҙөүселәренең Замбези төҙөлөштәрендә эшләүе, ә Америкалағы япон
       предприятиеһына венгр етәкселек итеүе бер кемде лә аптыратмай. Реклама һәм шоу - бизнес өлкәһендә эштәр башҡарыу өсөн иң талантлылар йәлеп ителә, һәм уларҙың ҡайҙа йәшәүе мөһим түгел.
       Үткән йылда Рәсәй рекламаһында күренекле режиссер Кустурица ("Балтимор" соусы рекламаһы) һәм ранг буйынса түбәнерәк булған бик күп оператор һәм режиссерҙар билдәләнде . Сит ил мэтрҙарында клиптар төшөрөү бөгөн модала. Уның һайын яҡташтарыбыҙҙың сираттағы еңеүе тураһындағы хәбәр
       ҡыуаныслыраҡ була бара. "Парадокс!" студияһы Ҡаҙағстанда ҙур популярлыҡ яулаған йырсы, Юрмаланың "Новая волна" конкурсы лауреаты Макпалдың клибын төшөрҙө.
       Өфө режиссерҙары һәм операторҙары өсөн эстрада йондоҙҙары м енән эшләү яңылыҡ түгел. "Муха" студияһы һәм билдәле клипмейкер В. Мөхәмәтйәнов Константин Кинчев, Филипп
       Киркоров менән хеҙмәттәшлек итте. "ГлюкОZА" ла Өфөлә төшөрөлдө. "RMS" реклама агентлығы белгестәре Рәсәй һәм сит ил заказсылары өсөн был өлкәлә күп эш башҡарҙы.
       Күрше, әммә сит дәүләт булған Ҡаҙағстан өфөлөләргә тәүгә мөрәжәғәт итте. Был эш өсөн подрядсылар конкурс нигеҙендә
       билдәләнде. Яҡташтарыбыҙ үҙҙәренең иң яҡшылар итеп күрһәтеү мөмкинселеген ҡулдан ысҡындырманы, әлбиттә. Клип High Definition форматында төшөрөлдө, иң заманса булған был технология аҙ сығым талап итә һәм кинематографияға яҡын сифатта төшөрөргә мөмкинселек бирә. "Звездные войны", "Дети шпионов - 2" фильмдарын төшөрөү өсөн нәҡ ошондай
       аппаратура файҙаланыла.
       "Парадокс!" студияһы конкурста үҙенең өр -яңы технологияла ры һәм ижади таланттары арҡаһында еңеп сыҡты. Продюсер һәм
       режиссер ярҙамсыһы сифатында "Идея - 2004" Бөтә Рәсәй реклама конкурсы еңеүсеһе Александр Ключарев сығыш яһаны.
       Клип Ҡаҙағстандың иң ҙур каналдары "Ҡаҙағстан" һәм "Хәбәр" буйынса күрһәтеләсәк, "МУЗ - ТВ" каналы буйынса күрһәтеү ҙә
       планлаштырыла.
       Йырсының подюсеры Эрик Тастембеков Башҡортостан
       оҫталарының эшенән бикҡәнәғәт. Яҡын арала Ҡаҙағстан шоу - бизнесы мэтры Өфөгә килергә, "Парадокс!" студияһы менән
       хеҙмәттәшлекте дауам итергә ниәтләй.

Михаил Брем.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал