6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

"Комсомолия" иле шағиры
20.01.06


       1927 йылдың 21 июлендә Өфөгә совет осоро поэзияһына нигеҙ һалыусыларҙың һәм тәүге комсомол шағирҙарының береһе булған Александр Ильич Безыменский килә ( 1898 йылдың 19 ғинуарында донъяға килә - 1973 йылдың 26 июнендә вафат була ). 20 - се йылдар башында уҡ ул йәш Советтар илендә киң билдәлелек һәм танылыу яулай. Шиғырҙарындағы энергия, уларҙың сағыу сәйәси сағылышы Безыменский шиғриәтенә хас һыҙаттар. Үҙ ижадында ул, Юрий Либединский әйтеүенсә, "яңы дәүергә сәйәси комментарий бирә". Шағирҙың әҫәрҙәрендә революция һәм Граждандар һуғышы йылдары, Днепрогэс һәм
       башҡа төҙөлөштәрҙә тир түгеүселәрҙең данлы хеҙмәте сағыу һүрәтләнеш таба.
       Безыменскийҙың шиғырҙары Башҡортостанда ла билдәле булаДа уыт Юлтыйға, мәҫәлән, уның яҙыусылар төркөмөнә мөрәжәғәте (" Тимерлек") оҡшай. "Йыһан гиҙеүҙе ташлап, ауыр шарттарҙа яңы йәмғиәт төҙөй башлаусы тере кешеләр тормошона ҡайтыу Юлтыйҙың аңына ғына түгел, йөрәгенә үтеп инә", - тип хәтерлә й шағир Александр Жаров.
       "Красная Башкирия" гәзитендә ул көндәрҙә ошондай юлдар
       баҫыла: " Билдәле пролетар шағиры Александр Безыменскийҙың Өфөгә килеүе беҙҙең өсөн ҙур ваҡиға. Безыменский лайыҡлы рәүештә ҙур популярлылыҡ менән файҙалана, айырыуса йәштәр араһында уның абруйы ҙур...".
       Шағирҙың килеүенә бәйле, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры (ул саҡта Хеҙмәт һарайы) иҫтәлекле урын булып һанала. 22 июлдә ул нәҡ ошо бинала "Совет әҙәбиәте" доклады менән яҙыусылар, икенсе көнө - йәштәр алдында сығыш яһай. Автор
       башҡарыуында шиғырҙар ҙа яңғырай. "Шиғырҙы уҡый белеү ҙә
       кәрәк икән", - тип һоҡланыуын белдерә Сәғит Агиш.
       Өфөлә Александр Безыменский "Башҡортостан йәштәре"
       гәзитендә яуаплы сәркәтиб вазифаһын башҡарыусы Ғәйнан Хәйри менән дуҫлаша. Уның һуңынан яҙған хаты ла ошо турала һөйләй:
       "1. 08. 27 й. Златоуст.
       Ҡәҙерле Ғәйнан!
       Ниһайәт һиңә хат яҙырға форсат тейҙе. Кисә Тағанайға мене п
       уның шишмә һыуын эстек, Өфөнө хәтерләнек. Бөгөн артабан, Миәскә юл тотабыҙ, һуңынан Турғояҡҡа барып бер - ике көн ял итергә ниәтләйбеҙ. Бында комсомолдың һигеҙ йыллығында һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәре кисәһендә сығыш яһаныҡ. Мәскәүҙә һинән хаттар көтәбеҙ, адресты беләһең. Осраған барлыҡ йылға,
       шишмә, инеш, быуа һәм күләүектәрҙә һыу индек. Димде һәм беҙҙең йырҙарҙы хәтерләнек. Үбәм. Нәйлә, Әнисә, айырыуса Рәйсәгә сәләм әйт. Мин уға китабымды ебәрермен. Һөйләшкән шиғырҙарҙы һиңә ебәрермен. Саша".
       Билдәле әҙәбиәтсе Суфиян Сафуанов Ғәйнан Хәйриҙең архивында Александр Безыменскийҙың исемһеҙ бер шиғырының ҡул ъяҙмаһы һаҡланыуы тураһында яҙа. Ул "Красная Башкирия" гәзитендә "Крымские миниатюры" исеме аҫтында баҫылып сыға.
       Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, Мәскәүҙән Прагаға тиклем ауыр хәрби юл үткән журналист А. И. Безыменский яңы китаптар
       - халҡыбыҙҙың батырлығы хаҡында шиғырҙар яҙа. Шағирҙың һуғыштан һуңғы ижады хеҙмәт, тыныслыҡ өсөн көрәш темаларына арнала. Безыменскийҙың эпос, лирика, сатира, шиғырҙар публицистикаһы совет шиғриәте фондына ингән. Совет халҡының күп быуындары 1922 йылдың апрелендә тәүге тапҡыр яң ғыраған "Йәш гвардия" йырын хәтерләй, ул "комсомол гимнына" әйләнде тип тә әйтергә була.
       Александр Безыменскийҙың күп кенә әҫәрҙәре - "Партбилет",
       Наша весна", "На полевом стане", "Молодая гвардия" һәм башҡалар - матбуғатта күренгәндән һуң шунда уҡ башҡорт телен ә тәржемә ителә. 30 - сы йылдарҙа Өфөлә уның "Атыу" драмаһы
       буйынса спектакль ҡуйыла. "Комсомолия" иленең был шағиры Башҡортостанда йырсы һәм һалдат булараҡ хәтерҙә ҡалды.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал