6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Араҡы юҡҡа сыҡмайынса, мужик суҡынмай
19.01.06


       Яңыраҡ телевизор экранынан бик ҡурҡыныс яңылыҡ ишеттем ә ле - магазин кәштәләренән Рәсәйҙә иң кәрәкле продукт - араҡы
       юҡҡа сығасаҡ икән. Быға яңы "Этил спирты, алкоголь һәм спиртлы эсемлектәр етештереүҙе һәм уның әйләнешен дәүләт көйләүе тураһында" законының төптән уйланылмаған ҡайһы бер урындары сәбәп булып тора. Яңы закон, тейеш булыуынса, халыҡ мәнфәғәтенә йүнәлтелгән. Уның асылы этил спирты етештереү һәм әйләнеш хоҡуғын ҙур устав капиталы булған етди
       дәүләт предприятиеларына тапшырыуҙан ғибәрәт. Дәүләт контролен ябайлаштырыу маҡсатында закон акциз складтары һәм махсус төбәк маркаларын бөтөрҙө. Яңы акциз маркалары эшләнергә тейеш ине лә, әммә улар беренсе ғинуарға сығып өлгөрмәне. Маркаһыҙ шешәләрҙе магазиндарға ҡабул итеү тыйыла. Халыҡ үҙенең яратҡан милли эсемлеген һатып ала алмай . Хәҙер ул нисек йәшәр - билдәһеҙ. Бөгөнгө көнгә хәлдәр бына шулай.
       Эсергә яратыусылар яҙмышы өсөн артыҡ ҡайғырмайым мин. Эсергәме, юҡмы - һәр кемдең шәхси эше. Мин башҡа нәмә тураһында һүҙ йөрөтәм. Властарҙың закондың эҙемтәләре нисек булыры хаҡында баш ватмауы, ә инде закондың үҙ көсөнә ингән ваҡытында күҙҙәрен ҙур асып ғәжәпкә ҡалыуы тураһында ине һүҙем.
       Әле сентябрь башында уҡ миңә Урал төбәгенең ҡулланыусылар
       баҙары буйынса Координация советы ултырышында булырға тура килде. Унда Свердлов, Ҡурған, Ырымбур, Пермь, Төмән өлкәләре, Башҡортостан, Удмуртия һәм Ханты - Манси
       автономиялы округының сауҙа тармағы етәкселәре ҡатнашты. Көн тәртибенә бик күп һорауҙар сығарылды, әммә ултырыштың
       төп темаһы өҫтә әйтелгән законға ҡайтып ҡалды. Урал һәм Себер белгестәре яңы закон ҡабул ителеүенә бәйле борсолоуҙарын һәм был үҙгәрешкә үҙҙәренең ҡарашын белдерҙе. Башлыса улар 2006 йылдың 1 ғинуарына тиклем ни бары 4 ай ваҡыт ҡалыуын, акциз маркаларының яңы өлгөләренә әлегә тиклем заказ да бирелмәүе тураһында һүҙ йөрөттө. Артабан ула р бөгөнгө хәлде тулыһынса тип әйтерлек күҙалланы - яңы йылға тиклем акциз маркалары сығып өлгөрмәйәсәк, тимәк, алкоголь
       продукцияһын һатыу ҙа мөмкин булмаясаҡ. Акциз маркалары булмауы Рәсәйҙә эскелекте кәметә алмай, әлбиттә. Тимәк магазин кәштәләрендәге рәсми спиртлы продукция юҡҡа сыҡһа ла, билдәле булыуынса, аҡсалы урын буш тормай. Ә был насар сифатлы спиртлы эсемлектәр һәм самогон һатыу әүҙемләшәсәк тигән һүҙ. Һәм, эҙемтә булараҡ, эсергә яратыусылар араһында үлем осраҡтары йышайыуын көт тә тор. Әйткәндәй, ултырышта төбәктәрҙе алкоголь етештереү һәм уны күмәртәләп һатыуҙы контролдә тотоу хоҡуғынан мәхрүм итеү ҙә ошоға уҡ алып килтерәсәк тип әйтелгәйне.
       Ултырышта түбәндәге резолюция ҡабул ителде - фекерҙәрҙе рәсми хат аша Мәскәүгә, закон сығарыусыларға еткерергә. Һуң булмаҫ элек сараһын күрһендәр. Минең уйлауымса, был закон Уралда ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә тикшерелгәндер, моғайын. Һәм унда ла был эште аҡыллы, хәлде яҡшы аңлаусы кешеләр башҡарғандыр. Әммә закон үҙ көсөнә инеү менән алдан күҙалланған ваҡиғалар башланды. Әлегә уның беренсе өлөшө генә тормошҡа аша. Артабан план буйынса контрабанда сауҙаһы һәм үлем менән тамамланған осраҡтар булырға тейеш.
       Ни өсөн быны киреһенсә эшләмәҫкә - башта белгестәрҙе йыйып уларҙың фекерен һорашырға, һуңынан хөкөм сығарырға булмай инеме ни Ниңә йылдан - йыл Рәсәй халҡының башын ҡатырып йә льготаларҙы аҡса менән алмаштырыу, йәки тағы ла ошондайыраҡ берәй закон уйлап сығарырға Күк күкрәмәйенсә
       мужик суҡынмаясаҡ, тигән әйтемде ишеткәнем бар, әлбиттә. Әммә бер үк тырмаға күпме баҫырға мөмкин Сер ябай, күрәһең,
       тырма һуҡҡан урын һөйәк бит, шуға күрә ул мейегә нервы сигналдары ебәрә алмай. Әммә бының ыңғай яғы ла бар, һөйәк, тимәк ауыртмай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал