6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Көн тәртибе билдәләнде
19.01.06


       Депутаттар корпусы еңдәрен һыҙғанып республика парламентының яҙғы сессияһын асырға әҙерләнә. 18 ғинуарҙа Дәүләт Йыйылышы Президиумы 26 ғинуарҙа үтәсәк пленар ултырыштың көн тәртибен билдәләне.
       Башҡорт парламентаризмы тарихында беренсе тапҡыр Башҡортостандың барлыҡ ҡануниәте тикшереүгә дусар ителәсәк. Был турала аналитик доклад менән парламент спикеры Константин Толкачев сығыш яһаясаҡ.
       - Башҡортостан закондар сығарыу органының тиҫтә ярым йыл эшмәкәрлеге ваҡытында ҡеүәтле хоҡуҡи массивы барлыҡҡа килде, әлбиттә, әммә әлегә тиклем был закондарға бер кемдең
       дә комплекслы баһа биргәне юҡ, - тине Константин Борисович.
       - Был беҙҙең ҡануниәткә яҡшы анализ, шул иҫәптән Рәсәй күҙлегенән дә. Ул башҡарма власть органдарына беҙҙең закондарҙы тағы ла тулыраҡ тормошҡа ашырыу һәм уның барлыҡ х оҡуҡи потенциалын файҙаланыу буйынса эшмәкәрлеккә
       әҙерлек ролен үтәйәсәк.
       Йола буйынса беренсе пленар ултырышта республиканың Контроль - иҫәп палатаһы отчеты һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Вәкиленең доклады яңғыраясаҡ. Депутаттар уларҙың 2005 йылдағы эшмәкәрлек йомғаҡтары менән килешергә йәки тәнҡит белдерергә тейеш.
       Парламентарийҙар өсөнсө уҡыуҙа өс закон проекты ҡабул итергә тәҡдим итә һәм бер юлы төп һәм аҙаҡҡы уҡыуға башланған муниципаль реформаны дауам итеүсе ике законды ҡарауға сығара. Улар икеһе лә республикала муниципаль хеҙмәт
       үтәлеше тәртибенә ҡағыла.
       Беренсе уҡыуға артыҡ күп закон проекттары сығарылмай. Депутаттар төбәк компетенцияһында булған хоҡуҡи акттарҙы ҡабул итергә ашыҡмай. Улар "Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар кәрзине тураһында" закон проектын, шулай уҡ "Административ йорттарҙың һәм хеҙмәт биналарының хоҡуҡи статусы тураһында", " Аҙыҡ - түлек именлеге тураһында", "Орлоҡсолоҡ тураһында", "Пестицидтар һәм агрохимикаттар
       менән эш итеүҙең хәүефһеҙлеге тураһында" закондарға
       төҙәтмәләр индереүҙе тикшерәсәк. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында республика кодексына үҙгәрештәр индереү ҡарала.
       Депутаттар корпусына Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына бер нисә федераль закон проекты индереү буйынса закондар сығарыу инициативаһы менән сығыш яһарға, шулай уҡ күп кенә башҡа ҡарарҙар ҡабул
       итергә тәҡдим ителә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал