6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
йондоҙҙар порталы

Юрий Башмет һәм альттың икеһенә бер кәйеф
19.01.06


       Юрий Башмет үҙенең кино, китап, яҡшы сифатлы шарап һәм бильярд яратҡанын йәшермәй. Музыка - етди мауығыу, ти ул, ти к нисек итеп дирижерлыҡ, соло һәм концерттар биреү
       эшмәкәрлеген уңышлы берләштерергә мөмкин, тигән һорауға тиҙ генә яуап бирергә ашыҡмай:
       - Әйтеүе ҡыйын. Бәлки уларҙы уңышлы берләштереү ысынлап та
       ҡулымдан киләлер, ә бәлки юҡтыр ҙа. Кем белә Дирижерлыҡ иткәндә, минең инструментым - оркестр, музыкант саҡта - альт . Береһе икенсеһенә бик тә ярҙам итә. Бала саҡта пионерҙар
       лагерында борғосо булғанымды хәтерләйем. Дөрөҫөн әйткәндә, был тәжрибә минең өсөн юҡҡа булманы.
       Башҡорт дәүләт филармонияһы кабинеттарының береһендә халыҡ артисы Юрий Башмет журналистарҙың һорауҙарына әҙәпле һәм бик төплө итеп, ашыҡмайынса ғына яуап бирә.
       - Өфө һеҙҙе ҡаты һыуыҡтары менән ҡаршы алды, һеҙҙең музыкаль инструментығыҙ һауа торошоноң үҙгәреүен нисек кисерә
       - Альт ысынлап та йәнле зат кеүек ул, мистика инде бына. Мин үҙемде яҡшы тойһам, ул йырлай, хәлем насарыраҡ икән, ул да хырылдай, көйһөҙләнә башлай. Иң ҡыйыны шунда: мин инструментты һуңғы тапҡыр өс көн элек Бомбейҙа, Һиндостанда асҡайным, унда 30 градус эҫе булды. Бында минус 35 - тән дә түбәнерәк, һәм мин альттың хәле нисек булыуын һаман да
       белмәйем әле.
       Сатлама һыуыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, филармония залы шығрым тулы. Тамашасылар ҙа төрлө: асыҡ киске күлдәктә килеүселәр ҙә, быймалылар ҙа бар. Һәм классик музыка
       концертына тәүгә килеүселәр ҙә етерлек ине, күрәһең, сөнки бер музыкаль теманан икенсеһенә күскәндә ҡул сабыуҙар, телефон шылтырауҙары ишетелгеләне.
       - Тәртипһеҙ тамашасылар йыш осрай, уның менән Рәсәйҙә ген ә түгел, һәр илдә лә осрашырға була, - тип яурындарын йыйыра маэстро. - Мин халыҡтың доньяны ҡабул итеүенә климат, һауа шарттары йоғонто яһай, тигән фекергә килдем. Көньяҡ итальяндары, мәҫәлән, бик ҡыҙыуҙар, концертта футбол матчына
       килгән кеүек ҡысҡыралар. Ә бына Германия сигендә халыҡ тыныс. Быға бәйле мин бер генә нәмә әйтә алам: әҫәрҙәр араһында ҡул сабыуҙар ишетелеүенә ҡыуанам мин, был минең яңы тыңлаусым барлыҡҡа килде, тигән һүҙ.
       - Тынлыҡ теләгән һәм музыканан арыған сағымды хәтерләмәйем , - тип көлә Башмет. - Ундай хәл булғаны юҡ. Бер аҙға яңғыҙ ҡалыу теләге булып ала, әлбиттә...
       Музыкала жанрҙар ҡатнашлығы һәм "музыкаль (талантлы!) хулиганлыҡ" тураһында маэстро бик етди фекер йөрөтә:
       - Жанрҙар ҡатнашлығы минең өсөн бик мөһим шөғөл. Ниндәйҙер жанрҙы һанға һуҡмай ҡарауға мин бик кире мөнәсәбәттә. Сөнки һәр жанрҙа ла талантлы булырға мөмкин булған кеүек, гениаль әйберҙе лә насар башҡарып боҙорға мөмкин.
       Бер ваҡыт Токиола гастролдә булған ваҡытта бик шәп бард Сергей Никитин миңә шылтыратып, Булат Окуджава иҫтәлегенә
       арналған концертта ҡатнашыуымды һораны. Никитин Булаттың йырҙарына попурри яҙған, аккордтар аҙ, ни бары өс нота. Әммә
       шуныһы ғәжәйеп, мин үҙемдең альтым менән кәрәкле урынға эләгә алмайым. Быны нисек аңлатырға Көй - ул бик тар һуҡмаҡ кеүек, саҡ ҡына ситкә боролһаң, барыһын да юғалтыуың ихтимал . Минең өсөн был бик ҡатмарлы, шуға күрә мин бер жанрҙан икенсе жанрға күсә белгән һәм музыканың асылын юғалтмаған башҡарыусыларға ҙур ихтирам менән ҡарайым.
       Концерт Юрий Башмет һәм уның альтының кәйефе яҡшы булыуын күрһәтте, "Мәскәү солистарының" сығышы ла иҫ киткес юғары кимәлдә булды. Хатта концерт тейеш булғандан оҙағыраҡ та барҙы, тамашасылар артистарҙы бик оҙаҡ сәхнәнән ебәрмәй торҙо.
       - Мин Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөргә яратам. Бында беҙ
       тамашасылар менән бер йәнгә әйләнәбеҙ, - тине һөйләшеү
       аҙағында Юрий Абрамович.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал