6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Ҡалабыҙ нисек байый
18.01.06


       Үткән йылда баш ҡала һәм республика Өфө территрияһындағы ерҙәрҙе ҡуртымға тапшырыуҙан бер миллиард йөҙ миллион һум
       табыш алған. Ҡала ҡарамағындағы торлаҡ булмаған фонд объекттары менән файҙаланыуҙан алған түләүҙәр 450 миллион һум тәшкил итә. Өҫтә әйтелгән табыш ҡаҙнаға индерелгән һалым
       булмаған килем өсөн тотороҡло сығанаҡ ролен үтәй. Өфө ҡалаһ ы ҡала округы хакимиәтенең муниципаль милек менән идара итеү
       буйынса комитет рәйесе Рәмил Дилмөхәмәтов кисә үткән матбуғат конференцияһында ошоларҙы билдәләп үтте.
       Ҡаланың тағы бер килем статьяһы - Өфөнөң акционер булараҡ
       алған дивидендтары. Ҡала 31 хужалыҡ йәмғиәте һәм коммерция булмаған ойошмаларҙың акцияларына хужа, һәм уның өлөшөнә күсерелгән дивидендтар үткән йылда өс миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Әммә был һан милекте хосусилаштырыу менән сағыштырғанда диңгеҙҙең бер тамсыһы ғына. 2005 йылда 14 торлаҡ булмаған бина һәм ер участкалары булған айырым урынлашҡан биналарҙы һатыу ҡалаға 143 миллион һум алып килде.
       Килемдәр тураһындағы отчеттан тыш, Рәмил Хөрмәт улы КУМС эшмәкәрлегендәге үҙгәрештәр тураһында ла һөйләп үтте. Мәҫәлән, үткән йылда коммерция йәһәтенән айырыуса мауыҡтырғыс объекттар республика мөлкәтенә тапшырылды. Был Б Р Хөкүмәте ҡарарына ярашлы башҡарылды. Бынан тыш, 2006
       йылдың 1 ғинуарынан башлап ҡаланың торлаҡ булмаған фонды объекттарын түләүле һәм түләүһеҙ файҙаланыуға тапшырыу
       күҙаллана. Шулай уҡ 2006 йылға ер участкаларына ҡуртым түләүҙең яңы ставкалары раҫланған. Уртаса алғанда улар 1,42 тапҡыр арта. Инвалидтар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ө сөн льготалар һаҡлана. Өс һәм унан да күберәк балиғ булмаған
       бала тәрбиәләүсе ғаиләләр һәм балиғ булмаған инвалид балаларҙың законлы вәкилдәре лә тәүгә льготниктар категорияһ ына индерелде. Улар өсөн ставка йылына ни бары 12 һум тәшкил итә.
       Уйын бизнесы тураһында һүҙ айырым алып барылды. Хәҙер уйын автоматтары залдары хужаларына янсыҡтарын бер аҙ бушатырға тура киләсәк. Бында ҡуртым түләүе һәр квадрат метр
       өсөн айына 1 560 һум тәшкил итәсәк.
       Дилмөхәмәтов 2006 йылға пландар менән дә уртаҡлашты. Дөйөм алғанда, бюджеттың муниципаль милек менән файҙаланыуҙан
       алған килемен киләһе йылда 70 процентҡа арттырыу планлаштырыла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал