6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Конкурстар

Затлы ашамлыҡтар тураһында
24.11.03


       Бөгөн беҙҙең етештереүселәр һатып алыусыларҙың янсыҡ ҡалы нлығына ҡарап һәр төрлө затлы ит ашамлыҡтары тәҡдим итә. Ула рҙы һатып алғанда иң башта нимәгә иғтибар итергә кәрәк
       Беренсенән, арзан хаҡ артынан ҡыуырға ярамай. Иҫегеҙҙән сығармағыҙ, саф ит продукты бер ваҡытта ла арзан тормай. Бер
       килограмм яҡшы колбасаға киткән ит хаҡы яҡынса 100 һум тәшк ил итә. Әгәр һеҙ ошо уҡ килограмм өсөн һеҙ 60 һум йәки унан да кәмерәк түләйһегеҙ икән, тимәк был колбасаға соя һәм башҡ а өҫтәлмәләр ҡушылған. Төҫө буйынса ярайһы ғына әле ул, ә бы на тәме инде... Хәйер, ҡиммәт хаҡ та һәр ваҡыт әйберҙең юғар ы сифаты тураһында һөйләй тип тә әйтеүе ҡыйын.
       Икенсенән, колбаса һатып алған ваҡытта уның ҡырҡылған ур ынына иғтибар итегеҙ. Әгәр унда май киҫәктәре, бушлыҡтар күр енһә, ә ҡырҡылған урын йәшкелт төҫтә булһа, был колбаса өсөн
       аҡса түләр алдынан ныҡлап уйлағыҙ. Ит продукттары һатып алғ анда уны еҫкәп ҡарау ҙа артыҡ түгел.
       Башҡортостанда йәшәүселәр ниндәй ит продукттарына өҫтөн лөк бирә икән һуң. Ит продукцияларының ҡайһыһы иң яҡшы һанал а һәм белгестәрҙең ҡаты талаптарына яуап бирә Ошо һәм башҡа
       һорауҙарға "Иң яҡшы аҙыҡ - түлек тауары" республика конкурс ында яуап табып була. Ул йыл һайын үткәрелә һәм тап ошо сар ала Башҡортостанда етештерелгән ит продуктарының иң сифатлыһ ы билдәләнә.
       Быйыл үткән конкурста Башҡортостандың алдынғы 10 предпр иятиеһы ҡатнашты - Өфө ит - консерва комбинаты, "Руком" комп анияһы, "Региональ продукт", Стәрлетамаҡ, Сибай, Дүртөйлө ит
       эшкәртеү предприятиелары, "Илеш - ит", "Сава", "Әлшәй - ит"
       һәм "Кама беконы". Жюри сифатында БР Ауыл хужалығы министрл ығы, БР Тышҡы иҡтисади бәйләнеш һәм сауҙа министрлығы, БР Ст андартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау үҙәге, БР Дәүл әт сауҙа инспекцияһы, Өфө Санитар эпидемиология станцияһы вә килдәре сығыш яһаны.
       "Иң тәмле" номинацияһында жюри Дүртөйлө ит комбинатының
       "Докторская" колбасаһы, Өфө ит - консерва комбинатының "Мол очные" сосискаларын алтын дипломға лайыҡ тип тапты. Ябай дип ломдар иһә "Кама беконы" шәхси предприятиеһына, "Затон" ит э шкәртеү заводына, "Илеш - ит" предприятиеһына эләкте. Был р изыҡтарҙың һәр береһе оло һорау менән ҡулланыла. миҫалға, өфө етештергән "Молочные" сосискаларын ғына алайыҡ. Бер ай э сендә генә ул 350 тоннанан ашыу етештерелә һәм һатып бөтөлә . Ә бына дүртөйлө "Докторская" колбасаһы көнөнә 300 - 400 ки лограм тарала. Хаҡтары ла ул тиклем тешләшерлек түгел - кило грамы 80 һәм 89 һум.
       Консервалар араһында Өфө ит комбинаты етештергән "Бог атырская", "Говядина тушеная" һәм "Бородинская с гречневой к рупой" ризыҡтары алтын дипломға лайыҡ булды. "Саф продукт" номинацияһында колбаса изделиелары араһында `kr{m диплом яулаусылар бөтөнләй юҡ. Деликатестарҙан "Әлшәй"
       ҡабырғаһы, Сибай ит комбинатының "Ҡаҙыһы" алтын яуланы. Ярымфабрикаттарҙан "Региональный продукт" йәмғиәтенең Стәрл етамаҡ филиалы етештергән "Вареники с грибами и мясным фарше м" юғары бүләккә лайыҡ булды.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал