6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Финляндияла ҡыш йылы
18.01.06


       Өфө мотоуҙышсылары шәхси зачетта 41 - се донъя чемпионы титулына һунарға сыҡты. Был исемгә төп дәғүәселәр - донъя эк с - чемпионы һәм Рәсәй чемпионы Дмитрий Буланкин һәм донъя чемпионы, Рәсәйҙең экс - чемпионы Николай Красников туранан - тура ярымфиналға эләгеү мөмкинселегенән баш тартты. Йәрәхәт алыуҙан да ҡурҡмайынса, лидерҙар дөйөм нигеҙҙә ярыш башланы. Практика алыу маҡсатында Ғәбдрахман Ҡадиров исемендәге клубтың "ҡыҙыу баштары" хәүефһеҙлеккә ҡул һелтәне. Ҡыуанысҡа ҡаршы, барыһы ла уңышлы тамамланды. Ике л идер ҙа квалификация үтте, дөрөҫ, Буланкин барыбер йәрәхәтһеҙ ҡалманы.
       Австрияның Заальфельден ҡалаһында Николай Красниковҡа етеүсе булманы. Учалы вәкиле Михаил Богданов та уңышлы сығыш яһаны. Ул иң яҡшы уҙышсыларҙың хәл иткес ярышында өсөнсө урын алды. Шулай уҡ Франц Цорн (Австрия, Заальфельденда өсөнсө урын), Маркус Скабраут ( Австрия, дүртенсе урын), Джонни Туинстра ( Нидерланды, бишенсе урын),
       Вячеслав Никулин ( Германия, алтынсы урын), Томми Флюктман ( Швеция, етенсе урын) һәм Стефан Свенссон (Швеция, һигеҙенсе урын) да ярымфиналға квалификация үтте.
       Финляндияның тағы бер ҡалаһы - Куусанкоскиҙа Ғәбдрахман Ҡадиров исемендәге клуб ағзалары Илья Дроздов һәм Дмитрий Бу ланкин киләһе раундҡа сығыу өсөн көрәште. Икеһе лә артыҡ
       проблемаһыҙ сығыш яһап, финал уҙышына эләкте. Дмитрий аяғын ауырттырыу сәбәпле еңеүселәрҙе билдәләүҙә ҡатнаша алманы. Финалда Илья 57 йәшлек швед Пер - Олов Серениус
       (өсөнсө урын) һәм фин Анти Ааконы ( икенсе урын) артта
       ҡалдырҙы. Ярымфиналға шулай уҡ Дмитрий Буланкин (Рәсәй), Кай Лехтинен (Финляндия), Пер - Андерс Линдстрем (Швеция), Андреас Рот (Германия) һәм Фредерик Оллсон (Швеция)
       квалификацияланды.
       Беҙ Дмитрий Буланкин менән бәйләнешкә инеп, уның
       Куусанкоски ҡалаһындағы сығыш тураһында һөйләүен үтендек.
       - Финляндияла ярышып йәрәхәт алыуығыҙға үкенмәйһегеҙме
       - Бер ҙә үкенмәйем, уның ҡарауы практика шәп булды.
       - Ярымфиналда ҡатнашасаҡһығыҙмы
       - Һис һүҙһеҙ.
       - Ул ваҡытҡа тиклем аяғығыҙ йүнәлерме һуң
       - Белмәйем - врачҡа барманым әле.
       - Финляндияла һыуыҡ булғандыр, моғайын. Өфөләге һауа торошон иҫәпкә алғанда...
       - Юҡ, киреһенсә, унда ни бары минус өс градус, һәм боҙ ҙа йомшаҡ. Был ҡалала ярышты нисек ойоштороуҙары миңә оҡшаны.
       Төп старттарға киләһе һайлап алыуҙар Рәсәйҙең Красногорск
       ҡалаһында һәм Германияла Инцелла ҡалаһында 4 һәм 5 февралдә уҙасаҡ. Унда тағы дүрт рәсәйле - Максим Захаров, Юнир Базеев, Владимир Лумпов (өсөһө лә Саранск вәкилдәре) һәм Андрей Шишегов (Өфө) сығыш яһарға ниәтләй. Финалға быйыл Саранск (25 - 26 февраль) һәм Ассенала (Нидерланды, 11
       - 12 март) йәшәүселәр шаһит буласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал