6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Ҡыҙ, джип, аҡса...
18.01.06


       Емерелгән машинаһы өсөн түләү талап итеүсе "Тойота" хужаһ ы өсөн был көн һуңғыһы була. Унан тыш урамда осраҡлы ғына та п килгән йәш егет тә ике дуҫтың ҡорбанына әйләнә.
       Үткән йәкшәмбе көнө Иглин ҡасабаһында ҡан ҡойола. Юлға ҡапыл йүгереп сыҡҡан ҡыҙҙы тапатмаҫ өсөн "Тойота - Сурф" машинаһының эйәһе юлдан ситкә боролоп, кюветҡа төшөргә мәжбүр була. Үҙе һәм пассажиры артыҡ зыян күрмәй, әммә
       машинаның фарҙары ватыла, ҡабырғаһы йәнселә. Дөйөм алғанда, әллә ни зарар булмаған да кеүек, әммә сит ил машиналарын ремонтлау ярайһы уҡ ҡыйбатҡа төшә шул. Ғәйеплеләрҙән аҡса алырға теләп, "Тойота" водителе, 32 йәшле к ир, үҙенең пассажиры менән бергә ҡыҙҙы һәм уның юлдаштарын
       ( 23 һәм 27 йәшлек егеттәр) машинаһына тыға. Уларҙы хужа
       үҙенең өйөнә алып ҡайта һәм иномаркаһын ремонтларға аҡса таптыра башлай. "Аманаттар" һуңынан әйтеүенсә, ул 40 мең һум
       талап итә.
       Эсеп алған компания үҙҙәренең ундай күләмдә аҡсаһы юҡлығын
       белдерә, быға авто хужаһы аҡса тапмайһығыҙ икән, мин һеҙҙең
       ҡыҙығыҙ менән "шаярып" алам, тип белдерә. Егеттәр быға түҙе п тора алмай, көрәк эләктереп йорт хужаһын туҡмарға керешә. Һуңынан мәйетте гаражға йәшерәләр.
       - Артабан улар машинаның тәҙрә быялаларын вата һәм урамға
       сыға, үтеп барыусы йәш егетте джип хужаһы менән бергә
       үҙҙәрен машинаға ултыртҡан кешегә оҡшатып, дуҫтар уны үлтерә яҙғансы туҡмай һәм урамда ҡалдырып китә, - тип һөйләй
       "БАШвестЪ" гәзитенә Иглин районы эске эштәр бүлеге начальнигы Әхәт Йыһаншин.
       БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр
       итеүҙәренсә, 18 йәше лә тулмаған йәш егеттең алынған мейе йәрәхәттәренән ғүмере өҙөлә.
       - Өфөлә йәшәүсе, Иглинға ял көндәрендә генә килеп йөрөүсе
       был ике енәйәтсе һанаулы сәғәттәрҙә ҡулға алынды, - тине Ә хәт Йыһаншин. - Уларға ҡарата "Үлтереү" статьяһы буйынса енә йәт
       эше асылды. Ҡыҙ был эштә шаһит сифатында ҡатнаша.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал