6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Тәүге гәзит тураһында бер нисә һүҙ
16.01.06


       Рәсәй Матбуғаты көнөн билдәләгәндә Башҡортостанда беренсе булып сыҡҡан гәзитте лә хәтергә төшөрөп китеү кәрәктер. 1801
       йылдың 13 мартында Башҡортостанда тәүге типография эшләй башлай. Өфө губернаторының Халыҡ мәғарифы министрлығына ошо туралағы хәбәрҙе еткереүсе документы ла һаҡланған: " 180 1 йылдың 1 мартында (иҫке стиль буйынса) Өфөнөң Ырымбур губернаһында ҡағыҙҙар баҫыу өсөн типография эшләй башланы". Өфө типографияһында ике баҫыу станогы, сикләнгән күләмдә шрифтар була, был утыҙ ете йыл дауамында бланкылар, рәсми документтар, иғландар ғына баҫырға мөмкинселек бирә.
       1838 йылдан башлап хөкүмәт Рәсәй буйынса "Губернские ведомости" баҫтырырға ҡарар итә. Ырымбур губернаһы бының өсөн Өфө типографияһын файҙаланырға була. Өс яңы баҫыу станогы һатып алыу өсөн Петербургтан аҡса һорап мөрәжәғәт итә.
       1838 йылдың 13 ғинуарында "Оренбургские губернские ведомости" гәзитенең беренсе һаны донъя күрә. 1865 йылда Ырымбур губернаһы Өфө һәм Ырымбур губерналарына бүленгәндән һуң гәзит "Уфимские губернские ведомости" тип йөрөтөлә башлай.
       Башта гәзит аҙнаһына бер тапҡыр, шәмбе көнө, 12 - 16 битл ек насар ҡағыҙҙа баҫыла. Ғөмүмән, "Губернские ведомости" гәз итте аҙ хәтерләтә. Әммә 1943 йылда хәл үҙгәрә. "Губернские ведомости" баҫмаһында "рәсми булмаған өлөш" барлыҡҡа килә, у нда тәбиғәт, халыҡ, хужалыҡ һәм Өфө - Ырымбур крайы тарихы, яңылыҡтар бирелә башлай. "Рәсми булмаған" өлөштөң мөхәррире булып өйәҙ училищеһынан Иван Прокопьевич Сосфенов сығыш яһай . 1882 йылда "Уфимские губернские ведомости" гәзитенә 733 кеше һәм ойошмалар яҙыла. Өйгә килтереп биреү менән бергә яҙылыу хаҡы йылына дүрт һум 80 тин тәшкил итә.
       Өфөлә сыҡҡан тәүге гәзиттең әһәмиәтен баһалап еткермәү дөрөҫ түгел. Унда башҡорт еренең тарихы, климаты, иҡтисады тураһында бай һәм ҡиммәтле факттар бирелә.
       Йылдар үтә. Өфөлә ысын гәзит - конкуренттар барлыҡҡа килә
       башлай ( "Уфимский край", "Уфимский вестник" һәм "Уфимская жизнь" гәзиттәре). "Уфимские губернские ведомости" гәзитенә
       яҙылыусылар һаны кәмей, крайҙа йәшәүсе халыҡ тураһында
       материалдар етешмәй. Рәсми гәзит эшселәрҙең баш күтәреүҙәре , крәҫтиән сыуалыштары, батшаға ҡаршы сығыштар тураһында яҙырға баҙнат итмәй. Гәзит аҙнаһына ике тапҡыр сыға башлай.
       1917 йылдың 22 мартында гәзиттең һуңғы номеры сыға. Бер аҙнанан "Ведомости" мөхәрририәте шул уҡ типографияла яңы "Известия Уфимского губернского комиссариата" гәзитен сығара
       башлаясаҡ.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал