6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Гректарҙың "ҡурай тотҡан малайҙы" ҡотҡарыуы хаҡында
17.01.06


       Өфөләге "Искра" кинокомплексы алдында ҡурайсы скульптура һы урынлашҡан. Унда беҙ ҡулына ҡурай тотҡан үҫмер малайҙың яланғас нескә фигураһын күрәбеҙ. Статуя бик нәфис һәм күркәм . Һында антик скульптура йоғонтоһо һиҙелә" - сәнғәт белгесе Людмила Ртищева уны шулай тип һүрәтләй.
       "Ҡурай тотҡан малайҙың" барлыҡҡа килеү тарихы мауыҡтырғыс . Ул Ленинград художество фонды заказы буйынса скульптор Маргарита Соловьева - Ефимова һәм архитекторҙар Татьяна Милорадович һәм Владимир Васильковский тарафынан башҡарыла.
       - Мин ике эскиз тәҡдим иттем, береһендә ҡурай тотҡан мала й башҡорт милли кейемендә, икенсеһендә - яланғас ине, - тип хәтерләй Маргарита Соловьева - Ефимова. - Раҫлау сараһы Башҡортостандың обком партияһында булды ( 1971 йылдың 17 ғинуары). Икенсе вариантты һайланылар, был минең өсөн көтөлмәгән хәл булды.
       Ни өсөн яланғас малайҙың колоннала баҫып торған варианты үтә һуң
       - Васильковский һәм Милорадович чиновниктарҙы инандырыуға
       өлгәшкәндер, тип уйлайым. Матурлыҡты ҡапларға кәрәкмәй. Боронғо Грецияла ла тән, кәүҙә культы булған. Бындай скульптураларҙы беҙ Эрмитаж залдарында, донъяның иң билдәле музейҙарында күрә алабыҙ.
       Малай баҫып торған колонна шулай уҡ Боронғо Греция һәм Рим традицияларында башҡарылған. Күп кенә ҡалаларҙа ошондай һәйкәл - колонналар бар. Бәхеткә ҡаршы, обкомда
       беҙҙе ҡабул итеүселәр бының сәнғәт традицияһы икәнлеген
       аңланы.
       Бына шулай итеп гректар "ҡурай тотҡан малайҙы" ҡотҡарып
       ҡала. Скульптура 1974 йылда ҡуйыла.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал