6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Башҡортостанда йәшәйеш кимәле юғары
16.01.06


       2005 йылда илдәге төбәктәрҙең йәшәйеш кимәле буйынса Башҡортостан Республикаһы икенсе урын биләне. Иң алда Мәскәү ҡалаһы бара. Был рейтинг менән "Интерфакс - Время" сәйәси - иҡтисади аҙналығында танышырға була.
       Илебеҙ төбәктәренең именлеген баһалағанда, аҙналыҡ аналитиктары Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәренә генә таянмай. Һәр төбәк буйынса йәшәйеш кимәленең нигеҙе итеп биш статистика күрһәткесе алына - табы ш кимәле, эшһеҙлек кимәле, енәйәтселек кимәле, йән башына төҙөлгән торлаҡ метрҙары һаны һәм халыҡтың тәбиғи үҫеше. РФ субъекттарының статистика күрһәткестәре сағыштырыла, һәм һәр күрһәткес буйынса барлыҡ төбәктәрҙең дә йәшәйеш сифаты и ндексы сығарыла.
       Килем, торлаҡ төҙөү, халыҡ һаны артыуы һәм эшһеҙлек кимәл е буйынса республика бик юғары урындар биләй. Федераль дәүлә т статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы мәғлүмәттәре буйынса халыҡтың аҡсалата табышы һәм йәшәйеш минимумы нисбәте, файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме буйынса БР бер нисә йыл дауамында Рәсәй төбәктәре араһында иң алдағы ун төбәк иҫәбенә инә. 2005 йылд а республикала файҙаланыуға тапшырылған торлаҡтың дөйөм майҙаны 1,6 миллион квадрат метр тәшкил иткән.
       Башҡортостанда рәсми теркәлгән эшһеҙлек кимәле ( 1,4 процент) Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәре
       менән сағыштырғанда түбәнерәк һәм Рәсәй Федерацияһы буйынса алғанда, уртасанан түбәнерәк.
       Демографик күрһәткестәр буйынса Башҡортостан Республикаһы ш улай уҡ Рәсәйҙең ярайһы уҡ имен төбәктәренә ҡарай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал