6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

"Нефтяник беҙҙең менән бәхилләште
16.01.06


       Өфөнөң "Нефтяник" футбол клубы юҡҡа сыҡты - клубты финанслау өсөн ҡаланың аҡсаһы юҡ, ә эре предприятиелар команда өсөн бағыусы булырға теләк белдермәй. Беҙгә мәғлүм булыуынса, ошо аҙнаға тәғәйенләнгән йыйылышта был йәһәттән р әсми ҡарар ҡабул ителәсәк. Хәйер, клубтың үҙ эшмәкәрлеген туҡтатыуы асыҡ инде, тимәк Өфө профессиональ футболһыҙ ҡала тигән һүҙ.
       Беҙ рәсми иғлан итеүҙе көтмәҫкә булдыҡ - былай ҙа аңлашыл а икән, ниңә уны һуҙырға "Нефтяник" эшмәкәрлеген туҡтата. Рәсәйҙең бөгөнгө профессиональ спорты үҙ - үҙен аҡламай һәм "бай ағайҙан" килгән дотацияға көн күрергә мәжбүр.
       Команда бер нисә йыл дауамында икенсе лигала уйнаны. Коллективты һуңғы миҙгел дауамында биҙгәк тотоуына ҡарамаҫтан ( финанс проблемалары, клуб етәкселегенә ышаныс б улмауы сәбәпле, баш тренерҙың китеүе), ул икенсе лиганың иң көслө зонаһында (Урал - Волга буйы) бишенсе урын алыуға өлгәште. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, команда Башҡортостандың баш
       ҡалаһында популяр түгел. Буш трибуналар ҙа "Нефтяникты" "үлтерергә" ярҙам иткәндер, моғайын. Халыҡ араһында абруй менән файҙаланыусы команда өсөн аҡса табыуы ла еңелерәк булыр ине, ә әһәмиәте буйынса өсөнсө дивизион клубы кемгә кәрәк инде
       "Нефтяник" клубы уйынсылары әлегә тиклем июль, август, сентябрь һәм октябрь айҙары өсөн премия алмаған, хеҙмәт хаҡы
       буйынса ла бер аҙ бурыс бар. Уйынсылар клубты судҡа биреп
       еңеп сыҡты, әлбиттә. Хәҙер "Нефтяник" футбол клубы үҙ уйынсыларына түләү өсөн аҡса эҙләү менән мәшғүл. Уларҙың ҡасан бурысын алып бөтөүе әлегә билдәһеҙ. Бәлки уның бер өлөшө футболсыларҙың икенсе клубтарға күсеүе иҫәбенә ҡапланыр. Утыҙ йәш һәм унан өлкәнерәктәр генә ирекле рәүештә
       клубтан китәсәк, ә ҡалғандары өсөн "Нефтяникка" компенсация
       түләнергә тейеш.
       Асыҡланыуынса, "Нефтяник" футбол мәктәбе егеттәре зыян күрмәй - улар шөғөлләнеүен дауам итәсәк. Дөрөҫ, хәҙер йәш таланттарға мәктәп - дубль - команда баҫҡысы буйынса күтәрелеүе ҡыйынға тура килер, тип уйларға ҡала.
       Артабан нәмә көтөргә Хәҙер республикала ярайһы уҡ юғары кимәлдә уйнаусы бер генә команда ҡала. Беренсе лигала Стәрлетамаҡтың "Содовик" коллективы уйнаясаҡ. Был клубта финансҡа бәйле проблемалар ихтималмы Әйтеүе ҡыйын. Стәрлетамаҡ предприятиелары көсө менән беренсе лига командаһы ғына түгел, Рәсәй футболының иң көслө дивизион коллективын да булдырырға мөмкин. Һорау икенсе төрлөрәк
       яңғырай - предприятие хужалары ҡаланың төп спорт клубына аҡса бүлергә риза булырмы "Сода" асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙ көсө менән генә командаһын беренсе лигаға сығарҙы, комбинат етәкселеге уны артабан да ташларға йыйынмай. Тик был йомартлыҡ күпмегә етер Бәлки "Содовикты" элитаға сығарыу йәки унан беренсе лига лидеры яһау өсөн Стәрлетамаҡ
       предприятиеларына быйыл уҡ берләшергә кәрәктер Был һорауға әлегә яуап юҡ. Ә беҙ иһә аяғүрә баҫып баш кейемдәрен
       сисәбеҙ һәм Өфөнөң "һәләк булған" командаһын хәтергә төшөрәбеҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал