6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Батырлыҡ, йәки Өр - яңы тарих тураһында тылсымлы фильм
16.01.06


       Беренсе ғинуарҙа төшкә тиклем үк йоҡоң туйып уяныу - үҙе
       ҙур батырлыҡ. Байрам көнөн хәтерләгәндәр мине аңлайҙыр, моғайын. 2006 йылдың 1 ғинуар иртәһен мин Өфөнөң "Мир" кинокомплексы эргәһендә ҡаршыланым. Беренсе сеансҡа билет ал дым. Һауа торошо шәптән түгел, һалҡын ел иҫә. Ғәжәпкә
       ҡаршы, минән башҡа ла унлап кеше кинотеатрҙың асылыуын һәм "Дневной дозор" фильмының башланыуын көтә ине.
       Белмәгәндәр өсөн аңлатып китәм. Йәштәрҙең айырым төркөмдәре араһында киң билдәле Сергей Лукьяненко тигән бер
       яҙыусы бар. Ул Дозорҙар һәм Башҡалар ( изге күңелле һәм яуы з тылсымсылар, сихырсылар, вампирҙар һ. б.) тураһында китапт ар яҙа. Һәм шул уҡ даирәлә билдәле Тимур Бикмәмбәтов тигән режиссер ҙа бар. Ул күп кенә матур һәм ҡыҙыҡлы реклама, бер - ике фильм, шулай уҡ яҙыусы Сергей Лукьяненконың "Ночной дозор" китабының беренсе өлөшө буйынса фильм төшөргән. Лукьяненконың китабын уҡығандары ла, уҡымағандары ла фильмды әрләй, уны "ночной позор" тип атаусылар ҙа етерлек, әммә фильмды ҡарауҙан береһе лә баш тартмай. Һөҙөмтәлә касса йыйымдары буйынса "дозор" барлыҡ рекордтарҙы ла артта ҡалдырҙы. Был уның авторҙарына оҡшамай ҡалмай, әлбиттә, һәм улар тағы ла кино - "шедевр" төшөрөргә ҡарар итә.
       Бына ошо тамашаны ҡарарға юл тоттом да инде мин. Ике сәғә т дауамында сихырсыларҙың бер - береһенә ҡаршы көрәшеүенә шаһит булдым. Бер яҡта ҡараңғы көстәр - насарҙар, икенсе яҡт а - яҡты, йәғни яҡшы көстәр.
       Геройҙар йәйәүләп тә, авто- һәм мототранспортта ла бер - береһен баҫтыра, тимер рәшәткәләр, стеналар аша сыға, машиналарҙы селпәрәмә вата... Фильм аҙағына яҡынлашҡанда ҡараңғы һәм яҡты көстәрҙең бер - береһенә оҡшауын аңлайһың. Кешеләр улар өсөн - масса, электорат. Ҡараңғы көстәр донъя
       өҫтөнән власть алыу, ҡаршы яҡтарҙың башлығы кешеләрҙе яҡлау
       тураһында лаф ора, әммә ике яҡ та бер - береһенән айырылмай , тиерлек. Үҙ - ара ярышыусы ике корпорация. Бер профсоюз ағзалары. Уларҙың бер - береһенә ҡаршы тороуы - корпоратив уйын ғына. Тик ябай кешеләр өсөн уларҙың уйындары хәүефле. Тылсым көсөнә эйә булмағандар өсөн ул емереклек һәм үлем менән янай.
       Был әкиәттә байтаҡ нәмә беҙҙең ҡәҙимге тормошто хәтерләтә . Күп ҡатлы йорттар емерелә, шартлау тулҡыны ватҡан тәҙрә быялалары сығып оса... Был кадрҙарҙы мин өс - биш - ете йыл элек телетапшырыу яңылыҡтарында күргәйнем. Һәм ҡара көстәрҙең шау - шыулы байрам кисәләре.. "Ябай вампирҙар" йәшәгән йорттарҙағы буяуы ҡубып бөткән ишектәр һәм лидерҙарҙ ың иҫ китмәле апартаменттары. Был хәл күптән түгел генә булд ы бит! Яҡшы олигархтар насарҙарына ҡаршы көрәшә. Уларҙың хәүефһеҙлек хеҙмәттәре үҙ - ара һуғыша, ә башлыҡтары фуршеттарҙа осраша. Был фильм яңы тарих хаҡында. Ул кисә, 90
       - сы йылдарҙа булды...
       Барлыҡ был мөғжизә - реаль тормош фонында төп герой Антон
       Городецкий үҙенең йәшәйеш проблемаларын хәл итергә маташа. Тәүге никахтан тыуған улы уны яңы ҡыҙынан ҡыҙғана һәм алама компанияға барып эләгә. Хужаһы уның һәр эшенә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Антондың теләге - кеше булып ҡалыу. Әммә кешелек йөҙөңдө юғалтып ҡына тере ҡалырға мөмкин булған доньяла уға ҡыйынға тура килә. Хәйер, тылсымлы аҡбур
       табырға мөмкин бит. Уны ҡулға алһаң - барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашасаҡ.
       Барыһына ла яҙмыштың мөғжизәле аҡбурын табырға ине лә бит . Аҙағы бәхетле тамамланыуына шул тиклем ышанғы килә.
       ... Һәм тағы ла 1992 - се йыл. Антон тылсымлы аҡбур менә н "ЮҠ" тигән һүҙҙе генә яҙа - һәм һуғыш юҡҡа сыға. Заводтар емерелмәй, көрсөк, ауыр замандар ҙа юҡҡа сыға. Ваҡыт "кирегә " борола. Хәҙер инде тормошто яңынан башларға ла мөмкин. Тарих тамам.
       Бәхетле граждандар кинотеатрҙан өйҙәренә, тылсымлы аҡбур,
       бәхет ҡошо һәм ҡоҙоҡтағы суртанды эҙләргә ашыға...

Михаил Брем.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал