6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Аҙ һөйләшһәң - арзанға төшә
16.01.06


       Яңы йылдан башлап кеҫә телефондарынан ҡыҫҡа ваҡытлы шылтыратыуҙар өсөн түләү алынмай! Һүҙ өс секундтан да артмаған шылтыратыуҙар тураһында бара. Рәсәй хөкүмәтенең 2006 йылдың беренсе ғинуарында үҙ көсөнә ингән "Күсмә элемтә
       хеҙмәтләндереүе ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында" ҡарарына ярашлы, кәрәҙле элемтә операторҙары бындай шылтыратыуҙар өсөн түләү алмаясаҡ. Яңылыҡ илебеҙ территорияһында эшләүсе барлыҡ мобиль элемтә операторҙарына халыҡ - ара, ҡала - ара, стационар телефон буйынса һ. б. шылтыратыуҙарға ҡағыла. Тикшерелгән!
       "МСС - Волга буйы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе коммерция бүлеге начальнигы Роман Чесский әйтеүенсә, "МегаФон" компанияһы Ҡағиҙәләргә индерелгән яңылыҡтарҙы ыңғай баһалай.
       - Был яңылыҡтар абоненттарға, беренсе сиратта, "яңылыш шылтыратыуҙарға" бәйле сығымдарҙан ҡотолорға мөмкинселек бирәсәк, - тип билдәләне ул.

Әлфәи Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал