6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Проекттар

"БАШвестъ" гәзите: мәғлүмәт биреүҙән тыш, көлдөрә, илата, йөрәктәрҙе йыуата
21.11.03


       Гәзитебеҙҙе уҡып сығыуҙан тыш беҙгә ярҙам, кәңәш һорап т а мөрәжәғәт итеүҙәренә беҙ бик шатбыҙ. Әйткәндәй, беҙҙең эле ктрон баҫманы сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр. Ошо көндәрҙә, мәҫ әлән, "БАШвестъ" мөхәрририәтенә Молдованан хат килеп төштө. Олег исемле йәш егет яҙған уны. Ҡасандыр ул Ишембай ҡалаһынд а йәшәгән, биш йыл элек уларҙың ғаиләһе Кишинев ҡалаһына кү сеп киткән икән. Ишембайҙа Олег бер генә йыл йәшәгән, ул ва ҡытта малай дүртенсе класта уҡыған булған. Күсеп китер алдын ан дуҫтарының адрестарын яҙып алмаған, ә уларҙың бөгөн нисек
       йәшәүен белергә теләр ине, әлбиттә. Һәм бына Олег беҙгә кла сташ ҡыҙы Женяны табырға ярҙам итеүебеҙҙе һорап мөрәжәғәт ит те. Ул яҡынса Ишембайҙа, 11 - се мәктәптең унынсы класында у ҡырға тейеш тине егет.
       "БАШвестъ" коллективы Олегҡа ярҙам итеү маҡсатында 11 -
       се мәктәпкә шылтыратты. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙ был мәкт әптә уҡымай һәм бер ваҡытта ла уҡығаны юҡ тигән яуап алдыҡ. Беҙ аптырап ҡалдыҡ һәм ҡала мәғариф идаралығынан Ишембай мә ктәптәренең телефон номерҙарын һорап алдыҡ. Улар барлығы еге рме, тимәк был шылтыратыуҙарға көн ярым ваҡыт үтәсәге асыҡ ине. Әммә икенсе шылтыратыуҙа уҡ Женяның 12- се гимназияла у ҡығанлығы асыҡланды. Артабан инде директор аша ҡыҙға сығып, уға егетең сәләмен тапшырырға ғына ҡалды.
       Йәштәрҙең киләсәге нисек булыр, уныһы үҙҙәренә генә мә ғлүм, ә беҙгә был уңышлы эҙләнеүҙәр оҡшап ҡалды һәм гәзитебе ҙҙә "Эҙләйем" рубрикаһы асырға тигән теләк уятты. Дөйөм әйтк әндә, уның төп маҡсаты - бер - береһен табырға теләүселәргә ярҙам итеү. Беҙгә яҡын кешеләрен юғалтыусылар мөрәжәғәт итә ала. Гәзиттә өйөнән сығып китп әйләнеп ҡайтмаусылар тураһынд а мәғлүмәттәр ҙә баҫыласаҡ теләүселәр иһә үҙҙәренә дуҫ, иптә ш, хатта икенсе яртыһын да таба аласаҡ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал