6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Тағы ла ҡош киҙеүе тураһында
13.01.06


       Төркиәлә ҡош киҙеүенең тағы ла баш күтәреүе киң мәғлүмә т сараларын ҡуҙғытып ебәрҙе. Һәм тағы ла инфекцияны индермәҫ ө сөн беҙҙә ниндәй саралар күрелеүе, вирустың Рәсәйгә үтеп инеү ихтималлығы хаҡында һөйләшеүҙәр ҡыҙҙы. "БАШвестЪ"
       гәзите лә ситтә ҡалманы, әлбиттә, беҙ РФ Кеше именлеген һәм
       ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә күҙәтеү эштәре буйынс а федераль хеҙмәттең БР буйынса территориаль идаралығы һәм
       "Башптицепром" дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы менән бәйләнешкә инеп, республикала ҡош киҙеүе йәһәтенән
       эштәрҙең нисек тороуы менән ҡыҙыҡһындыҡ.
       "Башптицепром" предприятиеһының баш врачы Хәниф Ибраһимов Башҡортостанда республика территорияһына ҡош киҙеүен үткәрмәү буйынса үткән йылда уҡ ҡабул ителгән план буйынса эштәр алып барылыуы тураһында һөйләне.
       - Барлыҡ хужалыҡтар ҙа ябыҡ типтағы предприятие режимында
       эшләй, - тине Хәниф Мансур улы, - ҡош - ҡорт хужалыҡтарын өҫтәмә тикшереү ойошторола. Ҡош - ҡорт өсөн ем, аҙыҡ өҫтәмәләре һәм башҡа продукттарҙың ҡайтарылыуы айырым контролдә тотола. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда инфекция
       ауырыуҙары, шул иҫәптән ҡош киҙеүе буйынса хәлде имен тип әйтергә мөмкин.
       РФ Кеше именлеген һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә күҙәтеү эштәре буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса территориаль идаралығында ла беҙгә был йәһәттән тотош Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла хәлдең тотороҡло булыуы тураһында белдерҙеләр.
       - Әммә Төркиә һәм уға яҡын илдәрҙән вирустың Рәсәйгә үтеп инеү хәүефенә бәйле "Өфө" Халыҡ - ара аэропортында иҫкәртеү
       саралары күрелә, - тине беҙгә бүлек начальнигы Олег Мәүлето в. - Ситтән инеүсе аҙыҡ - түлек мотлаҡ рәүештә ветеринария контроле үтә. Шулай уҡ Төркиәнән килеүсе пассажирҙарҙың ҡул йөктәре тикшерелә. Унан килеүсе самолет экипаждары ла контролгә ҡуйылған.
       "БАЛ" авиакомпанияһы аҙнаһына ике тапҡыр Төркиәгә тура рейстар башҡара. Бынан тыш, көньяҡ - көнсығыш Азия илдәре - Ҡытай, Индонезия, Вьетнамға чартер рейстары ла Өфө аша уҙа. Беҙ уларҙы тыя алмайбыҙ, - тип борсолоуын белдерҙе Мәүлетов,
       - әммә "БАЛ" авиакомпанияһын Өфө аша үткән чартер рейстарҙы
       булһа ла сикләргә саҡырабыҙ.
       Әлеге ваҡытта турфирма етәкселәре өсөн Төркиәгә юл тотор ға йыйынған туристар араһында ҡош киҙеүен иҫкәртеү һорауҙары буйынса конференция әҙерләнә. Сәйер, әлбиттә, әммә йорт һәм ҡырағай ҡоштар араһында киҙеү таралыуы, шулай уҡ ошо сир менән зарарланған кешеләрҙең дә үлеү осраҡтары булыуы ла был илгә барырға теләүселәрҙе ҡурҡытмай. Туристик фирмалар, үҙ сиратында, путевка һатыуҙан килгән аҡсаны юғалтырға теләмәй һәм Төркиәгә турҙар һатыуҙы туҡтатмай. Әммә беҙ был илгә барыуҙы сикләргә саҡырабыҙ, - тип дауам итә Мәүлетов, - статистика асыҡ күрһәтә: 2004 йылдың ғинуарынан 2006 йылдың ғинуарына тиклем донъяла кешеләрҙең ҡош киҙеүе менән зарарланыу осрағы 147 - гә барып еткән, уларҙың яртыһынан күберәге - 78 - үлем менән тамамланған.
       Тиҙҙән тағы бер көсөргәнешле мәл көтөлә. Яҙын ҡоштар йыл ы яҡтан тыуған яҡтарына осасаҡ. Уларҙың миграция юлы Башҡортостан һәм Татарстан территорияһы аша үтә. Һәм ошо ваҡытта төп бурыс - ҡырағай ҡоштарҙың йорт ҡоштары менән бәйләнешен булдырмау. Сөнки нәҡ йорт ҡош - ҡортоноң организмында был вирус мутацияға бирелә. Яңы мәғлүмәттәр
       буйынса, ҡош киҙеүе менән кешеләрҙең генә түгел, сысҡандар,
       хатта юлбарыҫтарҙың да зарарланыу осраҡтары теркәлгән.
       Бөгөн Рәсәйҙә ҡош киҙеүенә ҡаршы вакцина булдырыу өҫтөндә
       эш алып барыла. Ябай грипп йылдан - йыл көсһөҙләнә бара, уғ а алмашҡа нәҡ ҡош киҙеүенең килеүе ихтимал. Ә вакцина уны тулыһынса әҙерлек менән ҡаршы алырға мөмкинселек бирәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал