6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

"Аҡ алтын" серҙәре
13.01.06


       Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы хеҙмәткәрҙәре үҙ тамашасыһын эксклюзив әйберҙәр менән таң ҡалдырырға хәл иткән, күрәһең. Павел Салмасовтың уникаль графикаһын баһалағандан һәм картиналар галереяһы буйлап сәйәхәтен тамамлағандан һуң, музейға килеүселәр фарфор батшалығына ла күҙ һала ала. Бында улар урыҫ, немец һәм француз керамистары менән бергәләп был иҫ киткес керамик материалдың серҙәрен асасаҡ.
       Билдәле булыуынса, фарфор - ҡытай оҫталарының эш емеше. Европалыларға ысын фарфор серен асыу өсөн бик күп тир түгергә тура килә һәм бары тик 18 быуат башында ғына улар ниһайәт быға өлгәшә! Европала тәүге ҡаты фарфор мануфактураһ ы 1709 йылда Мейсенда (Саксония) эшләй башлай.
       Бөгөнгө күргәҙмәлә тамашасы Мейсен әйберҙәренең ни тиклем
       ҙур тырышлыҡ менән башҡарылыуына шаһит була. Экспозицияла р ококо стилендә башҡарылған "Сәғәт" скульптура композицияһы а йырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Уның төп үҙенсәлектәре - оҫталыҡ, динамика һәм форманың һығылмалығы. Миҙгелдәрҙе
       һүрәтләүсе нәфис фәрештәләр шул тиклем тәбиғи, хатта сәғәт уғы яҙға йүнәлеү менән улар һауа киңлегенә осор кеүек тойола .
       "Немец сәскәләренең" биҙәлеше лә нәфислеге менән хайран
       ҡалдыра... Француз фарфоры иһә үҙенең йомшаҡлығы менән
       ғәжәпкә һала.
       Рәсәйҙә фарфор етештереү оҫталығы Елизавета Петровна батшалығы осоронда үҙләштерелә ( 1741 - 1751). Екатерина икенсе идара иткән йылдарҙа ( 1762 - 1796) Император фарфор заводы алдына "бөтә Рәсәйҙе фарфор менән ҡәнәғәтләндерергә" тигән бурыс ҡуйыла. Был ваҡытта инглиз сауҙагәре Франц Яковлевич Гарднерҙың шәхси заводы барлыҡҡа килә ( бөгөн Дәүләт Дмитриев фарфор заводы).
       А. Поповтың заводы етештергән скульптуралар ҙа ҙур уңыш
       менән файҙалана. Уның оҫталары башлыса крәҫтиән образдарын беренсе урынға ҡуя.
       Император заводы эшмәкәрлеген тәү сиратта ҙур вазаларҙа
       күрергә мөмкин. Был оҫталарҙың яратҡан материалы алтын була . Боронғо фарфор өсөн витриналарҙы Нестеров музейы Эрмитаждан алған. Тик тейешле яҡтыртыу һәм биҙәүһеҙ улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙенең мауыҡтырғыс көсөн юғалта. Һәм, европалылар әйтмешләй, "аҡ алтындан" ләззәт алыу урынына тамашасылар фарфор залында ун биш минуттан да оҙағыраҡ ваҡыт үткәрмәй.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал