6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Даһи һәм ҡусҡар араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар
13.01.06


       "һәр кешенең үҙ "кәмселек комплексы" бар: үҙҙәрендә был комплексты тойоп ҡыйынлыҡ кисереүселәрҙә лә, уның булмауына йөҙ процент ышаныусыларҙа ла", - тип иҫәпләй врач - психотерапевт, күп кенә ғилми эш һәм монографиялар авторы
       Андрей Курпатов. Психологияла "кәмселек комплексы" индивид
       тарафынан үҙенең физик йәки психологик етешһеҙлектәрен тойоу тип аңлатыла. Бар яҡтан да килгән шәхестәрҙең булмауын , ғөмүмән, кешене күп осраҡта етешһеҙлектәре өсөн яратыуҙары н барыбыҙ ҙа беләбеҙ кеүек. Тик үҙеңдең "минлегең" хаҡында һ үҙ сыҡһа, бер ниндәй ҙә аргумент йоғонто яһай алмай. Был тан ау
       осона сыҡҡан бәләкәй генә һыҙлауыҡтың бөтә донъя һәләкәте дәрәжәһенә күтәрелә алыу осрағы. Ер шары икегә айырылды, ә тәбиғәт көйһөҙлөгөнөң бәхетһеҙ ҡорбаны барлыҡҡа килгән упҡын
       төбөндә ултыра, һәм үтеп барыусы һәр кем уға таш ырғыта ала . Шулай булмай ни, ул бит йәмһеҙ, уға кем ҡараһын Ғөмүмән, тормош уның өсөн бар мәғәнәһен юғалтты...
       Әммә был бәләнең яртыһы ғына әле. Ҡайһы ваҡыт комплекстар
       тиҙ арала үтеүсән. Ә бит уның кешегә бер минут та тынғы бирмәйенсә, ғүмер буйы эҙәрлекләүе лә бар. Ундай осраҡтар һирәк түгел, һәм бик күптәр йылдар буйы үҙҙәрендә "комплекс
       гөлләмәһе" һаҡлай.
       Өфө психологы Әлфиә Садиҡованың һүҙҙәренә ҡарағанда,
       ҡыйыуһыҙлыҡ, яуаплылыҡтан ҡурҡыу, үҙеңде башҡаларҙан кәм итеп тойоу - "кәмселек комплексының" туранан - тура сағылышы . "Кәмселек комплексы" кешелә сағыу шәхесте юҡҡа сығара, ижадтан мәхрүм итә. Комплекс ҡорбаны оригиналь идея менән сығыш яһауҙан, үҙен, таланттарын күрһәтеүҙән ҡурҡа. "Миңә көлөп ҡарамайҙармы", "Ә минең турала нәмә уйларҙар" - тигә н һорауҙар уны һәр саҡ оҙатып бара.
       Был ҡайҙан килә һуң Нисек итеп мәкерле комплекс беҙҙә тамыр ебәрә һәм даһиҙы ҡусҡарға әйләндерә
       "Һәр кеше үҙ тормошон кемдеңдер (ата - әсә, тәрбиәселәр, туғандар, уҡытыусылар) хәстәрлеге аҫтында башлай. Ата - әсәл әр бала өсөн ҡарар ҡабул итә, кәңәш бирә, барыһын да яҡшыраҡ белә, улар һәр ваҡыт хаҡлы. Ваҡыт үткән һайын бала бының һәр
       саҡ дөрөҫлөккә тап килмәүен аңлай. Тик барыбер ҡыйыуһыҙлыҡ,
       һаҡланмағанлыҡ, бирешеүсәнлек тойғоһо тороп ҡала.
       Борис Акуниндың "Азазель" әҫәрендәге йәшерен ойошманы хәтерләйһегеҙме Етемдәр өсөн приют төҙөүсе баронесса һәр бала талантлы тип һанай. Тик был талантты үҙ ваҡытында күреп , үҫтерә белергә генә кәрәк. Мин дә бының менән килешәм, әммә икенсе бер нәмә лә дөрөҫлөккә тап килә: кешеләрҙең бик күбеһ е инфантиль булыуы һәм күҙгә салынмаҫҡа тырышыуында нәҡ ошо комплекс ғәйепле. Ә инде төпкәрәк төшһәк: уның нәҡ һеҙҙә тамыр ебәреүенә сәбәпте үҙегеҙҙә эҙләргә кәрәк.
       Ҡыйыуһыҙ кешеләр тураһында уларҙың сибәрме - юҡмы, аҡыллымы - түгелме икәнлеген аныҡ ҡына билдәләүе ҡыйын. Был кешеләргә йәштәштәре, ғәҙәттә, битараф ҡарашта була. Хәтергә
       төшөрәйек, фильмдарҙа бындай персонаждарҙа ниндәйҙер хәлдән һуң көтмәгәндә үҙҙәренә ышаныс тойғоһо уяна һәм улар уңышҡа өлгәшә. Бындай бер көнлөк комедиялар бер нәмә тураһында ғына һөйләй: "Үҙеңә ышан һәм һине уңыш көтә!"
       Шулай ҙа был комплекстан нисек ҡотолорға һуң Әлфиә Садиҡова ихтыяр көсөңдө нығытыуҙан башларға кәңәш итә:
       - Тик шулай ғына, башҡаса түгел! Ялҡауһығыҙ икән, иртәнге сәғәт етелә торорға, гимнастика эшләргә, проблемаларҙан шунд а уҡ ҡотолоу юлын эҙләргә. Тормошоғоҙҙоң маҡсатын билдәләгеҙ .
       Тәүге һөҙөмтәнән һуң яңы маҡсаттар, яңы теләктәр киләсәк. Әммә был юлы инде тағы ла юғарыраҡ бейеклекте яуларға тура киләсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал