6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Хәҙер көндөҙөн дә "шәм" менән
13.01.06


       Яңы йылда беҙ яңыса хәрәкәт итергә тейешбеҙ. Закон сығарыусыларыбыҙ күҙ асып йомған арала раҫлаған Юл ҡағиҙәләрендәге үҙгәрештәр тураһында күптәр ишеткәндер. Ә бына ниндәй ҡағиҙәләр үҙгәреш кисереүе һәм "гаишниктар" менән осрашҡанда күңелһеҙлектәр килеп тыумаһын өсөн нәмә эшләргә кәрәклеген бик һирәктәр белә. Хәйер, юлда артыҡ киҫкен үҙгәрештәр көтөлмәүе һәм водителдәргә Юл ҡағиҙәләрен яңынан өйрәнеп, имтихан тапшырырға кәрәкмәйәсәге хаҡында иҫкәртеп үтәм.
       Хәҙер барлыҡ водителдәр ҙә машина йөрөтөүгә хоҡуҡ, страховка ҡағыҙы һәм транспортты теркәү тураһында танытма менән бергә дәүләт техник тикшереүен үтеү хаҡындағы талонын да үҙе менән бергә йөрөтөргә тейеш. Әлегә тиклем ниңәлер был
       мотлаҡ түгел ине.
       Яңылыҡтарҙың бер өлөшө беҙҙә Европа стандарттары индереүгә бәйле. Мәҫәлән, тәүлектең яҡты мәлендә лә кеше йәшәмәгән урында хәрәкәт иткәндә фарҙарҙы ҡабыҙыу нормаһы күп кенә көнбайыш илдәрендә тиҫтәләрсә йыл йәшәп килә. Ҡайһы бер иномаркаларҙы тоҡандырғанда фарҙары автоматик рәүештә яна. Ә йткәндәй, был ҡағиҙәне боҙған өсөн, башҡа яңылыҡтарҙан айырмалы рәүештә, штраф раҫланған да инде - ул 50 һум тәшкил
       итәсәк.
       Шулай уҡ хәҙер 12 йәшкә тиклемге балаларҙы махсус ултырғысһыҙ йөрөтөү тыйыла. Был яңылыҡ хәүефһеҙлекте тәьмин итеү хәстәре менән индерелә, әммә, ысынбарлыҡ күрһәтеүенсә, күп кенә ата - әсәләр балалар креслоһын дөрөҫ урынлаштыра белмәй, һәм авария була ҡалһа, ул балаға бер нисек тә ярҙам итмәйәсәге көн кеүек асыҡ. Шулай уҡ 12 йәшкә тиклемге балаларҙы мотоциклдың артҡы ултырғысына ултыртып йөрөтөү тыйыла.
       Ҡыуып уҙыу ҡағиҙәләре лә үҙгәреш кисерҙе. Быйылғы йылдан башлап "Ҡыуып үтеү тыйыла" ("Обгон запрещен") билдәһе
       зонаһында хатта сәғәтенә 30 километрҙан аҙыраҡ тиҙлек менән
       барған транспортты ла ҡыуып үтергә ярамай. Шулай уҡ зәңгәр - ҡыҙыл "мигалкаһы" эшләгән автомобилдәрҙе ҡыуып үтеү тыйыл а. Әйткәндәй, төҫтәр хаҡында. Яңы ҡағиҙәләр фарҙарҙың төҫ өн аныҡ билдәләй: аҡ, һары, ҡыҙыл һәм ҡыҙғылт - һары - машинала
       башҡа бер төҫ тә балҡырға тейеш түгел. Томанға ҡаршы фарҙар
       ҡәтғи рәүештә аҡ йәки һары, боролоуҙы күрһәтеүсе уттар - һа ры йәки ҡыҙғылт - һары, алғы фарҙар - аҡ булырға тейеш. Шула й уҡ машина номерын яҡтыртыусы һәм артҡа ҡуҙғалыу фары ла аҡ төҫтә булыуы мотлаҡ. Машинаның артындағы башҡа яҡтылыҡ приборҙары ҡыҙыл төҫтә булырға тейеш. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексында Ҡағиҙәләрҙең был пунктын боҙған өсөн яза  әлегә ҡаралмаған, әммә бындай машина техник тикшереү үтә
       алмаясаҡ.
       Үҙгәртелгән ҡағиҙәләрҙә юл хәрәкәте билдәләренә ҡағылышлы
       өҫтәмәләр ҙә бар - егерме дүрт яңы билдә индереләсәк. Дөрөҫ , әлегә республика юлдарында уларҙы бер кемдең дә күргәне юҡ, әммә яҡын арала улар барлыҡҡа килер тип уйларға ҡала.
       Яңы билдәләр араһындағы "Яһалма тигеҙһеҙлек" ("Искусственная неровность") "Ятыусы полицейский" ("Лежачий полицейский") алдында ҡуйыласаҡ. Элегерәк был урын юлдағы һикәлтәләр менән бер рәттән "Тигеҙһеҙ юл" ("Неровная дорога") тип билдәләнә ине, уларҙың төрлө мәғәнәл ә булыуы аңлашыла.
       "Хәүефле юл сите" ("Опасная обочина") билдәһе аңлашыла, ә бына "Тығын" ( "Затор") билдәһе аңлатма биреүҙе талап итә. Ваҡытлыса ҡулланылыштағы был күрһәткес менән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре йәки юлсылар тығын барлыҡҡа килгән юл участкаһын билдәләйәсәк.
       Тыйыусы билдәләр төркөмөндә "Контроль" билдәһе барлыҡҡа к илде. Уны индереү ДПС постары алдында ҡуйылған "Туҡта" ("Стоп") билдәһе приоритет билдәһе булыуы һәм уның тик юл саттарында ғына ҡуйылырға тейешлеге менән аңлатыла. Яңы
       билдә тышҡы күренеше менән "Таможня" йәки Хәүеф"
       ("Опасность") билдәләрен хәтерләтә, талаптары ла шул уҡ: туҡтамайынса үтеп китеү тыйыла.
       "Иң ҙур тиҙлектең дөйөм сикләүҙәре" ( "Общие ограничения максимальной скорости") автомагистраль буйлап, халыҡ йәшәгән
       урында һәм унан ситтә ниндәй тиҙлектә йөрөргә мөмкинлеген күрһәтә.
       Сервис билдәләре араһында "Милиция", "Авария хеҙмәттәре менән радиоэлемтә зонаһы" ("Зона радиосвязи с аварийными службами"), "Юл хәрәкәте тураһында мәғлүмәт тапшырыусы радиостанцияларҙы ҡабул итеү зонаһы" (" Зона приема радиостанций, передающих информации о дорожном движении"), " Бәҙрәф" ("Туалет"), шулай уҡ "Бассейн йәки пляж" билдәләре б арлыҡҡа килде.
       Йәйәүлеләр юл ситенән атлағанда, транспорт хәрәкәтенә
       ҡаршы барырға тейеш. Элек был ҡағиҙә халыҡ йәшәгән
       урындарҙан ситтә генә файҙаланыла ине. Двигателһеҙ инвалид арбаһында хәрәкәт итеүселәр, мотоцикл, мопед, велосипед йөрөтөүселәр был осраҡта транспорт ағымы буйлап хәрәкәт итергә бурыслы.
       Тәүлектең ҡараңғы мәлендә юл сите буйлап атлаған йәйәүле кешеләргә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтары булған, мәҫәлән, гаишниктарҙың курткаларындағы кеүек һыҙыҡтары
       булған әйберҙәр алырға кәңәш бирелә.
       Беҙ республиканың "Башҡортостан автоклубы" йәмғиәте рәйесе
       Рөстәм Әхтәмовтан яңы ҡағиҙәләр йәһәтенән үҙ фекере менән уртаҡлашыуын һораныҡ:
       - Яңылыҡтарҙың ҡайһыһылыр маҡсатҡа ярашлы түгел, тип әйтә
       алмайым. Яңы Ҡағиҙәләрҙә билдәләр һаны артты, ә был юлда
       мәғлүмәт күбәйеүенә дәлил. "Аҙыраҡ белһәң - тынысыраҡ йоҡлайһың" ҡағиҙәһе водителдәргә тап килмәй, юлда һәр мәғлүмәтте белеүең яҡшыраҡ.
       Әңгәмәсебеҙ йәйәүлеләргә төнөн яҡтылыҡты сағылдырыусы әйбер алыуҙы кәңәш итеүсе пунктҡа шикләнеп ҡарауын белдерҙе:
       - Халыҡ был кәңәшкә ҡолаҡ һалырмы икән һуң Ә бына мәктәп
       уҡыусыһының сумкаһына ошондай яҡтылыҡ сағылдырыусы һыҙат й әбештереү бик мөмкин - беҙҙең автоклуб бындай акция үткәрҙе лә инде.
       Балалар креслоһын дөрөҫ итеп урынлаштырыуға килгәндә, Рөстәм Әхтәмов өлкәндәргә бирелгән инструкцияны ентекле уҡып сығыу ҙа етә, тип билдәләне.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал