6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Күсемһеҙ милек баҙарының алдағы үҙенсәлектәре
13.01.06


       Бөгөнгө көн проблемалары - киләсәк проекттары ул. Әлеге
       ваҡытта күсемһеҙ милек баҙарында барлыҡҡа килгән хәл тураһында шулай тип әйтергә мөмкиндер. Ә был бик үк ҡыуаныслы булмаған "бөгөнгөгә" "кисәге", йәғни яҙ көнө Рәсәй парламентарийҙарының берҙәм "Ура" тауышы аҫтында ҡабул ителгән торлаҡ документтары пакетының йоғонтоһо көслө булды.
       Дөрөҫөн әйткәндә, уның бөтөнләй "сей" һәм бөгөнгө Рәсәй ысынбарлығына тап килмәүе асыҡланды.
       "Жилпакеттағы" үҙгәрештәр күсемһеҙ милек баҙарында ҡатнашыусыларҙа төрлөсә ҡараш тыуҙырҙы. Өҫтәүенә үҙгәрештәрҙең күпселек өлөшө үҙен нәҡ быйыл күрһәтәсәк. Яңы Торлаҡ кодексын ҡабул итеү киләһе йылда күсемһеҙ милек баҙарында ниндәй сағылыш табыр Баҙарҙағы хәл ҡайһы яҡҡа үҙгәрер Өфөнөң алдынғы күсемһеҙ милек агентлыҡтары вәкилдәре һәм БР Күсемһеҙ милек баҙарында профессиональ ҡатнашыусылар ассоциацияһы ағзалары: "М2 - Профит" күсемһеҙ милек агентлығы директоры Алексей Щежин, "Өфө - Риэлти" күсемһеҙ милек агентлығы директоры Тимур Әйүпов, "Алгоритм" күсемһеҙ милек агентлығы директоры Артур Урманцев үҙҙәренең был йәһәттән үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты.
       Яңы Кодекс тураһында һөйләгәндә, унда мөлкәт хужаһының хоҡуҡтарын яҡлау беренсе урынға сығарыла. Документта ер майҙаны дәүләт йәки муниципаль ихтыяждары өсөн күскән хәлдә торлаҡ хужаһының хоҡуҡтарын гарантиялаусы положениелар ҡаралған. Был турала ул бер йыл алдан иҫкәртелә , һәм ошо ваҡыт эсендә уға йә түләп алыу хаҡы ( торлаҡ баҙар ҙағы хаҡын ғына түгел, күсеү ваҡытындағы сығымдарҙы ла иҫкә алып), йәки башҡа торлаҡ тәҡдим ителә.
       Шул уҡ ваҡытта Торлаҡ кодексында торлаҡ хужаһының элекке ғаилә ағзаларына кәрәк - яраҡтары менән бергә ишек
       төбөн биләргә тәҡдим итеүсе 31 - се статьяһына ҡараш та төрлөсә. Закон сығарыусыларҙың фекеренсә, барыһы ла ябай ғына килеп сығырға тейеш: кеше фатир һатып ала, өйләнә, һуңынан айырылышырға тура килһә, ҡатынын ҡыуып сығара. Йәғни йорт хужаһының элекке тормош иптәше, балаларға хоҡуғынан мәхрүм ителгән ата - әсәләр, йәки элекке уллыҡҡа алыусылар ғаилә мөнәсәбәттәре тамамланыуы һәм йорттан ҡыуылып сығыу ихтималлығы осрағына эләгеүе мөмкин. Ҡалғандарға һәм ғаиләләре 2005 йылдың беренсе мартына тиклем тарҡалған категорияларға борсолорға сәбәп юҡ.
       Яңы Кодекстың яҡшы яғы - торлаҡ проблемаһын үҙаллы хәл итеү көсөнән килмәгән аҙ тәьмин ителгән граждандарҙы социаль
       найм килешеүе буйынса бушлай муниципаль майҙан менән тәьмин итеү. Ҡалғандар үҙҙәрен торлаҡ менән үҙаллы тәьмин итергә тейеш. Был дөрөҫтөр, моғайын. Торлаҡҡа сират ҡыҫҡара,
       ә халыҡтың, ниһайәт, ҡулланыусы менталитеты үҙгәрәсәк. Яҡшы  йәшәргә теләйһең икән - эшлә һәм торлаҡ һатып ал, кемгәлер өмөт тотма. Ундай "изге ағайҙар" СССР тарҡалыуы менән бергә юҡҡа сыҡты инде.
       "М2 - Профит" күсемһеҙ милек агентлығы директоры Алексей Щежиндың әйтеүенсә, яңы Торлаҡ кодексының кәйефте ҡырған урындарының береһе - дәүләт һәм муниципаль торлаҡты хосусилаштырыуҙың бөтөрөлөүе, был 2007 йылдың беренсе
       ғинуарынан башлап үҙ көсөнә инәсәк. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр
       буйынса, бөгөнгө көндә Рәсәйҙә дүрт миллион тирәһе ғаилә яң ы торлаҡҡа сиратта тора һәм уны хосусилаштырыуға өмөт тота. Тик юҡҡа ғына...
       Эксперттар фекеренсә, дөйөм алғанда, яңы Кодексҡа төҙәтмәләр индереләсәк. Артур Урманцев:
       - Әлеге ваҡытта ҡайһы бер төҙөүселәрҙең төҙөлөшкә рөхсәт документацияһы юҡ. Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу килешеүе буйынса мөлкәткә хоҡуҡтарҙың залогын тәьмин итеү мөмкин түгел, сөнки бындай килешеүҙәр әлегә тиклем теркәү палатаһында теркәлеү үтмәй. Былар барыһы ла яҡын киләсәктә эшләп бөтөүҙе талап итә.
       Барлыҡ эксперттар өсөн уртаҡ һәм күңелһеҙ факт - күсемһеҙ милеккә хаҡтар төшмәйәсәк. Торлаҡҡа хаҡ, башҡа тауарҙар кеүе к үк, тәҡдим һәм һорау менән файҙаланыуҙың нисбәтенән тора. Ә әлегә тәҡдимдең етди үҫеш перспективаһына өмөтләнергә тура килмәй. Һорау менән файҙаланыуҙың иһә үҫеш перспективаһы юғарыраҡ. Тимур Әйүпов билдәләүенсә, бер ярым - ике йыл элек
       үк, яңы Торлаҡ кодексы үҙ көсөнә инеүенә тиклем, беренсел торлаҡҡа һорау тәҡдимгә ҡарағанда дүрт тапҡыр артығыраҡ ине.
       Һәм ул саҡта уҡ төҙөүселәр теләүселәрҙең барыһын да тәьмин итеп өлгөрә алмауы билдәле. Закондағы үҙгәрештәрҙән һуң һатыуға әҙер булған беренсел торлаҡ һаны ҡырҡа кәмене. Хәҙер
       документация әҙерләүгә бер йыл - йыл ярым ваҡыт китә, һөҙөм тә булараҡ һорау менән файҙаланыу тәҡдимгә ҡарағанда һигеҙ тапҡыр артығыраҡ.
       Тимәк, беренсел баҙарҙа тәҡдим булған хәлдә лә уның хаҡы юғары буласаҡ, тип күҙаллай Алексей Щежин:
       - Тиҙҙән төҙөүселәрҙең беренсе апрелгә тиклем ( өлөшләтә
       ҡатнашыу тураһындағы закондың үҙ көсөнә инеү ваҡыты) ҡул ҡуйылған килешеүҙәре тамамланасаҡ. Был датанан һуң төҙөлә башлаған объекттар вексель, депозит, аккредитив схемалар буйынса һатыласаҡ, сөнки, әҙер көйө, аңлашылыуынса, улар ҡиммәткәрәк төшә.
       Тимәк, барлыҡ күҙаллауҙарҙы өйрәнгәндән һуң, быйыл күсемһеҙ милеккә хаҡтар уртаса 25 процентҡа артасаҡ, тип әйтергә мөмкин.
       Хаҡтарҙың артыуына газға, коммуналь хеҙмәтләндереүгә лә хаҡтар артыуы, шулай уҡ төҙөлөштөң тәүге этаптарында һатыуға
       тәҡдим ителгән фатирҙар һанының кәмеүе, һәм, нисек кенә сәйер яңғырамаһын, социаль торлаҡты арттырыу буйынса федераль программа булышлыҡ итәсәк. Эксперттар "социаль" квадраттарҙың хаҡы башҡа фатирҙарға һалыныуы бар, тип хәүеф белдерә.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, торлаҡҡа хаҡтарҙың кәмеүен көтөрг Ь тура килмәй.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал