6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Юлдар йырҙар бүләк итә
12.01.06


       1942 йылдың һалҡын ғинуар айында республиканың Борай районында талантлы композитор, педагог һәм ғалим Солтан Хәсән улы Ғәбәшиҙе һуңғы юлға оҙаталар.
       Ул 1891 йылдың 13 майында Ҡазан губернаһының Сулабаш ауылында донъяға килә. Музыка менән мауығыуы бала сағынан уҡ башлана. Өфө реаль училищеһында уҡыған ваҡытта ул Өфө уҡытыусыларында музыка дәрестәре ала. Реаль училище сығарылыусылары өсөн юғары техник уҡыу йорттары ишектәре лә асыҡ була, тик Ғәбәши үҙ юлын һайлай: ул композитор һәм башҡарыусы булараҡ танылыу яулай ( әйткәндәй, ошо уҡ училищеның тағы бер сығарылыусыһы - буласаҡ яҙыусы Степан Злобин). Ғәбәши скрипка һәм фортепианола оҫта уйнай, әммә
       1916 йылда, училищены тамамлағандан һуң, барыбер Ҡазан университетының юридик факультетына уҡырға инә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген иһә профессиональ музыкант булараҡ башлай. Революция ваҡытында ул мәктәптәрҙә музыка дәресен уҡыта, "Сәйяр" труппаһы спектаклдәренә музыка яҙа, халыҡ көйҙәрен
       йыя, концерттарҙа сығыш яһай.
       Революциянан һуң Солтан Ғәбәши күренекле профессиональ татар музыка мәҙәниәте эшмәкәренә әүерелә. Тәнҡитселәрҙең ғәҙел булмаған мөнәсәбәтенән һуң, 1930 йылда Өфөгә әйләнеп ҡайта. Бөгөн киң билдәле Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ул
       саҡта Башҡорт милли мәҙәниәтенең ғилми - тикшеренеү институты тип атала. Ғәбәши институтта ғилми хеҙмәткәр булып
       эшләй, музыкаль фольклор кабинетына етәкселек итә. Музыка ғалимы һәм фольклорсы булараҡ абруйы арта.
       Өфөлә Ғәбәши бик күп эш башҡара: Башҡорт сәнғәт техникумында уҡыта, татар һәм башҡорт халыҡ йырҙарының хор б ашҡарыуында яңғырауы өҫтөндә эшләй, уҡыу әсбаптары һәм "Яңәлиф" журналына мәҡәләләр яҙа, әммә иң ҡыҙыҡһындырғаны сә хнә музыкаһы өҫтөндә эшләү була.
       Солтан Хәсән улы "Сания" һәм "Эшсе" тип исемләнгән тәүге татар операларының авторы. "Сания" премьераһы тураһында беҙҙең илдә генә түгел, сит илдәрҙә лә күп һөйләнелә. Премье ра тураһында хәбәр итеп, "Берлин музыка аҙналығы" Ғәбәши һәм уның авторҙаштары Ғ. Әлмөхәмәтов һәм В. Виноградовтың фотоларын да баҫтырып сығара.
       Бынан тыш Солтан Ғәбәши хор коллективтары ҡатнашлығында ә ҙәби - музыкаль кисәләр һәм лекция - концерттар ҙа ойоштора.
       1940 йылда Башҡортостан Композиторҙар союзы етәкселәренең б ереһе була. Тик сәләмәтлегенең ҡаҡшауы (һәм репрессия хәүефе лә тип уйларға ҡала) Солтан Ғәбәшиҙе ауылға китергә
       мәжбүр итә. 1941 - 1942 йылдарҙа ул урта мәктәптә музыка дәрестәре алып бара. 1942 йылдың 12 ғинуарында талантлы композитор һәм ғалимдың тормош юлы өҙөлә.
       Солтан Ғәбәши күптән инде беҙҙең арала юҡ, әммә уның әҫәрҙәре йәшәй. Күптәр бөгөн дә популяр йыр - романс "Кәкүкт е" яҡшы хәтерләй. Композитор кабинетта ултырып эшләргә яратмай, йырҙарҙы уға этнографик экспедициялар, юлдар бүләк итә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал