6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Унынсы уйында ла еңә алманыҡ
12.01.06


       "Салауат Юлаев" бына инде унынсы матчын еңеүһеҙ
       тамамланы. Тиҙҙән хатта уларға ҡаршы уйнаусылар ҙа "юлаевсыларҙың" мәрәйҙәрен тартып алырға ояла башлар,
       моғайын: "Ғәфү итегеҙ инде - һуңғы минуттарҙа гол индереү уйҙа ла юҡ ине, тик үҙегеҙ беҙҙең ҡапҡаға индерә алманығыҙ б ит, оборонала ла насар уйнанығыҙ..."
       Һуңғы матчты өфөлөләр ҡунаҡта - "Лада" командаһына ҡаршы үткәрҙе. Беренсе периодта уҡ беҙҙең егеттәр бик көслө уйын
       күрһәтте - "юлаевсылар" Иван Хлынцев һәм Дмитрий Макаров башҡарыуындағы голдар үҙ командалары өсөн "ауырырға" килгән көйәрмәндәргә өмөт өҫтәне. Тик ҡыуаныс оҙаҡҡа барманы: икенсе һәм өсөнсө өлөштәрҙә өфөлөләргә ҡыйынға тура килде. М атчты ҡараусылар әйтеүенсә, уларҙың арбитр Захаровҡа ла (Мәскәү) дәғүәләре етерлек. Беҙҙең сығанаҡтарға ҡарағанда, судья бик үк объектив булмай һәм "юлаевсыларҙы" уйындан
       йыш сығара.
       Һөҙөмтәлә "Лада" үҙ һаҡсыларының көсө менән алға сыға. Икенсе периодта Еремин иҫәптең айырмаһын ҡыҫҡарта - 1 : 2. Ә уйын аҙағында тренер Петр Воробьев бөтөнләй һуңғы сиккә барып етә. Ул ҡапҡа һаҡсыһын алтынсы уйынсыға алмаштыра һәм алты батырын дүрт "юлаевсыға" ҡаршы сығара. Өфөлөләр ҡаршы командаға "яза бирә" ала ине, әммә Николай Цулыгин хужаларҙың ҡапҡа алдында булып та шайба индерә алмай, "Ладаның" һаҡсыһы ҡамасаулап өлгөрә. Шунда уҡ тип әйтерлек Тольятти көйәрмәндәренең шат тауыштары яңғырай - Панин "юлаевсылар" ҡапҡаһына шайба индерә - 2 : 2. Овертайм да еңеүсене асыҡламай.
       Матчтан һуң "Салауат Юлаевтың" баш тренеры Сергей Михалев
       үҙенең һүҙ оҫтаһы булыуын күрһәтте. "Ладаға" ҡаршы уйынды у л "дуҫтарса" тип атаны һәм беҙҙең хоккейсыларҙың аҙсылыҡта уйнауы һәм күп көс юғалтыуын билдәләп, судья эшмәкәрлегенә лә ишара яһаны.
       Шулай итеп, Тольятти ҡалаһынан өфөлөләр бер мәрәй һәм "Ладаға" тап килмәгән Владимир Жмаевты алып ҡайтты. Унынсы матч та еңеүһеҙ үтте. Киләһе дүрт уйын лидерҙар - "Авангард" һәм "Аҡ Барсҡа" ҡаршы ойоштороласаҡ. "Юлаевсылар" еңеүһеҙ се рияны 14 матчҡа тиклем һуҙырмы икән ни Ә иң көслө һигеҙ команда иҫәбенә инеү бурысы һуң Бындай һөҙөмтәләр менән уны үтәп булмауы асыҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал