6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Үҙ йортоңа үҙең хужа бул!
12.01.06


       Бына инде 2006 йыл - урындағы үҙидараға күсеү йылы ла кил еп етте. Хәҙер беҙҙең һәр беребеҙ аҙ ҙа түгел, күп тә түгел - тотош ҡала менән идара итә ала. Алда асылған мөмкинселектә рҙән иҫ
       китерлек! Тик әйҙәгеҙ бөгөн ҡалаға идара итеү тураһында түг ел, ә бер айырым йортҡа идара итеү тураһында һөйләшеп алайыҡ . Нәмә ул ҡала Ул үҙ - ара төрлө коммуникациялар менән бәйләнгән бик күп йорттар. Һәм һәр өйгә идара итә белеү кәрә к.
       Әгәр элегерәк йорт эштәре менән башлыса йорт идаралыҡтары
       шөғөлләнһә, хәҙер Торлаҡ кодексы үҙидаралыҡтың төрлө варианттарын күҙаллай. Йорт хужалары берләшмәһен йәки торлаҡ кооперативы төҙөргә мөмкин, әгәр ҙә инде үҙ торлағың
       менә шөғөлләнергә көс тә, ваҡыт та етмәй икән, йортто шәхси компания ҡарамағына тапшырырға була. Ҡайһыһы яҡшыраҡ Әлбиттә, идара итеүсе компания хеҙмәтләндереүенә мөрәжәғәт итеүе еңелерәк һәм уға өйрәнелгән дә. Ай һайын аҡса түләп бараһың, һуңынан закон буйынса дәғүә лә белдерергә мөмкин - был эшләнмәгән, тегеһе ремонтланмаған, аҡсаны ҡайҙа иткәндәр
       - билдәһеҙ! Әммә яуаплылыҡты, уның менән бергә йортҡа идара
       итеүҙе үҙ өҫтөңә алырға ла мөмкин.
       Ә хәҙер бер аҙ тарихҡа туҡталайыҡ. Күптән түгел, эш буйын са, миңә Мәскәү эргәһендәге Пушкино ҡалаһында булырға тура килде, мин унда үҙемдең таныштарымда туҡталдым. Һәм уларҙың йортоноң бик тә тәрбиәле булыуы мине хайран ҡалдырҙы. Йортҡа алып инеүсе ишектәрҙә хәйләкәр кодлы йоҙаҡтар ҡуйылған, подъезд эсе ялтырап тора. Мин йорт идаралығының
       яҡшы эшләүен билдәләмәйенсә түҙмәнем. Һәм 2003 йылдың апрель айынан башлап был йортта йәшәүселәрҙең торлаҡ - төҙөлөш кооперативына берләшеүе тураһында яуап ишеттем.
       Ҡыҙыҡһыныуым кооператив ағзаһы Галина Бакайға алып килде,
       һәм ул мине үҙ йортоноң ҡыҙыҡлы, хатта бер аҙ детективты ла хәтерләткән тарихы менән таныштырҙы.
       - 2003 йылдың апреленә тиклем йорт ике 12 ҡатлы һәм ике туғыҙ ҡатлы йортто берләштергән "Дзержинец" торлаҡ - төҙөлөш
       кооперативы составында ине. Был ваҡытҡа тиклем дәүләттә
       булған тетрәнеүҙәр, шау - шыулы дөйөм йыйылыштар аша үткән , бер нисә идара рәйесен алмаштырған был копператив ярайһы уҡ иҫкергән, фәҡирлеккә төшкән, хатта банкротлыҡҡа аяҡ баҫҡа н ине инде. Коммуналь хеҙмәтләндереү буйынса миллиондарса һум бурыс йыйылған. Йәғни, кооперативтың ҡайһы бер рәйес
       һәм бухгалтерҙарының бармағы үҙенә кәкре булыуы күҙгә ташлана. "Техник хеҙмәтләндереү" статьяһы буйынса аҡса тейешле маҡсатта файҙаланмай. Дөйөм алғанда, кооперативҡа ҙур зыян килтерелә.
       Һәм был йортта йәшәүселәр үҙ кооперативын булдырырға һәм йортҡа үҙҙәре идара итергә тигән ҡарар ҡабул итә. Дөрөҫ, күңелһеҙ күҙаллауҙар, мөлкәт бүлешеү, ғауғалы йыйылыштар ҙа булмай ҡалмай - "айырылышыу" ауыр үтә. Әммә һөҙөмтәлә йорт о шонда уҡ йәшәүсе, энергияһы ташып торған йәш ҡатындың ҡул аҫ тында үҙенең яңы тормошо менән йәшәй башлай. Елена
       Некрасова тәүге белеме буйынса - педагог, икенсеһе буйынса - экономист. Һәм аҡрынлап эш ыңғайлай башлай.
       Тулы булмаған өс йыл эсендә финанс документтары тәртипкә һалына, бурыстар түләнә, яңы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла һәм ула р буйынса түләүҙәр даими башҡарыла башлай. "Техник хеҙмәтләндереү" статьяһы буйынса йортто ремонтлау эштәре үткәрелә. Түбә тулыһынса һәм сифатлы итеп ҡапланған, алты подъездың барыһында ла косметик ремонт үткәрелгән. 30 йыл йәшәү дәүерендә тәүге тапҡыр лифт һәм сүп - сар йыйыу урындары йүнәтелгән, подвалдарҙа эҫе һыу менән тәьмин итеү элеваторҙары алмаштырылған, домофон үткәрелгән. Канализация һәм һыуыҡ һыу торбаларын ремонтлау буйынса эш башланырға
       тора. Йорттоң тирә - яғы йәшелләндерелгән, стеналағы йөйҙәр ҡапланған һ. б. Көндәлек хужалыҡ эштәре, авария эҙемтәләрен бөтөрөү, кооперативтың 12 хеҙмәткәренә эш хаҡы түләү тураһында әйтеп тә тораһы түгел.
       "Дзержинец" торлаҡ - төҙөлөш кооперативында ҡалған өс йор т та үҙгәрештәр кисерә. Уларға етәкселек итеүҙе шулай уҡ ҡат ын - ҡыҙ - тәжрибәле пенсионер үҙ өҫтөнә ала. Һәм барлыҡ йор ттарҙа ла тәртип булдырыуға өлгәшә.
       Кооперативтар араһында ниндәйҙер кимәлдә ярыш бара,
       идеялар менән уртаҡлашыу ҙа онотолмай. Йорттарҙа йәшәүселәрҙең дөйөм йыйылыштары хәҙер шау - шыуһыҙ, эшлекле мөхиттә үтә. Кооператив рәйесе бурысын үтәүсе ҡатын - ҡыҙҙарға дан йырларға мөмкин. Йорттарҙың именлеге - уларҙы ң намыҫлы эш һөҙөмтәһе.
       Тимәк, әгәр йортоғоҙ ысынлап та ҡәлғә булыуын теләһәгеҙ, идара итеүҙе үҙ ҡулығыҙға алыуҙан ҡурҡырға ярамай. Намыҫлы эш иткәндә ыңғай һөҙөмтәләр мотлаҡ буласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал