6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Волейбол: сифатһыҙ көс
11.01.06


       Өфөнөң "Нефтяник Башкортостана" волейбол клубы сираттағы матчын үткәрҙе. Беҙгә ҡунаҡҡа көслө, һәм составы буйынса сағыу командаларҙың береһе - "Искра" ( Одинцово) килде.
       Был ҡеүәтле коллективты еңеү "нефтселәрҙең" ҡулынан килә ине, әлбиттә. Өфө коллективы составында ла оҫта уйынсылар етерлек. Өҫтәүенә үҙ тамашасылары хуплап торғанда "Нефтяник Башкортостана" һәр саҡ тип әйтерлек лайыҡлы уйын күрһәтә.
       Беренсе партияла уҡ уйындың бик мауыҡтырғыс буласағы аңлашылды. Башта "Нефтяник Башкортостана" командаһы
       ышаныслы рәүештә алға сыҡты, әммә артабан өҫтөнлөгөн юғалтып, бирешә башланы. "Искра" иһә беренсе сетта лайыҡлы еңеүгә өлгәште. Тик старттағы уңыш артабан күңелһеҙлек менән
       алмашынды - матчтың икенсе өлөшөндә Одинцово егеттәре һалҡын "нефть" душына дусар булды. Юрий Маричев командаһы оҫ та уйын күрһәтеп еңеүгә өлгәште. Партиялар буйынса иҫәп - 1 : 1.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киләһе ике сетта "Искра" командаһы юғалтҡанын кире ҡайтарҙы, ә беҙҙекеләр йыш ҡына хаталана башланы. Шул уҡ "йондоҙло малайҙар" Османи Гуанторена, Тарас Хтей ҙа хатаһыҙ ҡалманы.
       Һөҙөмтәлә 3 : 1 иҫәбе менән "Искра" еңеп сыҡты, һуңғы өлөштә айырма айырыуса ҙур булды. Еңелеүгә ҡарамаҫтан, өфөлөләр иң көслө һигеҙ команда иҫәбенә инеп, плей - офф уйындарында ҡатнашыр, моғайын. Сөнки ҡалған дүрт клубтың уйын кимәле түбән, һәм уларҙың "тере ҡалыу" өсөн көрәштән ҡотолоуы мөмкин түгел. Әлеге ваҡытта "Нефтяник Башкортостана " алдында иң көслө һигеҙ команда исемлегенә инеүгә ҡарағанда
       ла ҙурыраҡ бурыс тора. Ҡалған уйындарҙа мөмкин тиклем күберәк мәрәй йыйып, турнир таблицаһында дүртенсе, бик булмаһа, бишенсе урынға күтәрелергә кәрәк. Был позицияларҙың
       береһен яулаған хәлдә, өфөлөләр беренсе раундта "Динамо" (Мәскәү), "Локомотив - Белогорье" (Белгород) һәм "Искра" (Одинцово) командалары менән осрашыуҙан ҡотоласаҡ. Рәсәй волейболының иң оҫта өс командаһы менән осрашыуҙан "ҡасып", "нефтселәр" ярымфиналда үҙҙәре өсөн уңайлыраҡ коллектив менән осрашыу өсөн көрәшә аласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал