6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Веремеенко эше көрсөккә терәлде
24.11.03


       Был ситуацияла еңел һулап ҡуйыусыларҙың береһе Рәсәй Үҙәк һайлау комитетылыр, моғайын. Ә ниңә, алама уйында ла үҙ
       йөҙөн һаҡлап ҡала алды бит ул. Веремеенконың эше иһә көрсөк кә килеп терәлде, тимәк Ленин районы судының уны теркәүҙе хә лдең асыҡлыныуына тиклем туҡтатып тороуы бик ваҡытлы булды. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек, үрҙә әйтелгән әфәнде республика Пр езиденты вазифаһын яулау теләге менән янып, өгөтләүҙәрҙе арт ыҡ шаштырып ебәргәйне. Респуьлика етәкселегенә яла яғыу һәм Башҡортостандың көнкүрешен насарлап күрһәтеп менән бергә был
       өгөтләүҙәр артыҡ ҙур күләм алып, һөҙөмтәлә кире реакция ба рлыҡҡа килтерҙе. Республика президенты вазифаһына кандидат Игорь Изместьев БР Үҙәк һайлау комитетына Веремеенконың һай лау алды өгөтләүҙәрҙә ебәргән ҡағиҙә боҙоуҙары хаҡында ғариз а меән мөрәжәғәт итте. Уларҙы тикшергәндән һуң Башҡортостан Үҙәк һайлау комитеты Веремеенко әфәндене теркәүҙән баш тарты рға тигән ҡарар сығарҙы. Әммә Веремеенко һәм уның дуҫы һәм к өрәштәше Пугачев әфәнде Мәскәүҙәге арҡа терәр көстәренә тая нып, Рәсәй Үҙәк һайлау комитетына республика һайлау комитеты на ялыу менән сығыш яһаны. Уныһы иһә эште ҡабатлап тикшерег ә тигән ҡарар сығарҙы. Һайлау ҡағиҙәләрен боҙоу раҫланғас, р еспублика Үҙәк һайлау комитеты Веремеенконы теркәү мөмкинле ген тағы кире ҡаҡты. Кандидат тағы Мәскәүгә ялыу яҙырға ашыҡ ты. Был юлы Рәсәй Үҙәк комитеты уны үҙе теркәне һәм Башҡорто стандағы коллегаларына уға кандидат танытмаһы тапшырырға ҡуш ылды. Хәҙер килеп судҡа Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы түгел, ә почта йәшниктәрен Веремеенконы маҡтаусы гәзиттәрҙән
       таҙартыуҙан туйған ябай өфөлө Рөстәм Ғәзизов бирҙе. Уның ға ризаһын ҡарағандан һуң башҡаланың Ленин суды эште аҙағынаса тикшергәнсе Веремеенкоға кандидат таныҡлығын тапшырыуҙы туҡт атып торорға тигән ҡарар сығарҙы.

24.11.2003
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал