6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Урындағы рокерҙар мөхәббәт хаҡында йырлай
11.01.06


       "Мөхәбәтте һаҡлағыҙ" - баш ҡалабыҙҙа үткән рок - марафонды ң төп фекере ошо һүҙәргә ҡайтып ҡала. 26 ғинуарҙа "Русское радио - Уфа" ойошторасаҡ ошо сарала рокерҙар бына инде дүртенсе тапҡыр урындағы музыканттарҙың композицияларын тыңлау мөмкинселегенә ирешә. Быға тиклем үткән өс фестиваль
       дә Өфө төркөмдәрен яратып тыңлаусы тамашасылар барлығын
       күрһәткәйне.
       Был юлы "Өфө уттары" залында биш сәғәт дауам итәсәк концертта өфөлөләрҙең иң яратҡан төркөмдәре "Люмен", "Калипсо", "NeRu", "Пупсы", "Crash test", "Год Змеи" һәм
       Нефтекаманан килгән "MD" төркөмөнөң сығыш яһауы көтөлә.
       Башҡарыусылар музыка телендә сәләмәт енси мөнәсәбәттәрҙең ни тиклем мөһим булыуы тураһында һөйләйәсәк. Билеттар
       һатыуҙан алынған табыш СПИД вирусы менән зарарланған, ата -
       әсәләр хәстәренән мәрхүм сабыйҙар тәрбиәләнеүсе балалар йорто фондына күсереләсәк. Күренеүенсә, популяр фестивалдең
       маҡсаттары изге.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал