6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Өфөлөләр "тормош юлын" төҙөй
11.01.06


       "Уфимтрансстрой" тресы ветерандары үткән быуаттың бик ҡыҫҡа ваҡытта башҡарылған һәм иң яуаплы төҙөлөштәренең береһе - "тормош юлы" төҙөү тураһында яҡшы хәтерләй.
       1941 йылдың ноябрь айында Ленинград инде өсөнсө ай блокада хәлендә була. Әммә ҡаланы яңғыҙ ҡалдырмайҙар. Ленинград йүнәлешенә Вологда һәм Горький, Һарытау, Свердловск, шулай уҡ Татар һәм Башҡорт АССР - ы, Краснодар һәм Алтай крайҙарынан аҙыҡ - түлек оҙатыла. Илебеҙ һуғыш шарттарында етерлек аҙыҡ - түлек һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр бүлә. Әммә Ленинградты улар менән тәьмин итеү мөмкинселеген Ладога күле аша ғына тормошҡа ашырыу мөмкин була. Ҡаланы ҡотҡарыу боҙ буйлап юл һалыуға ҡайтып ҡала. Ноябрь айында Ленинградта йәшәүселәр өсөн аҙыҡ - түлек тейәлгән тәүге автомашиналар күл буйлап юлға сыға. Был көндәлек аҙыҡ нормаһын арттырырға мөмкинселек бирә: эшселәргә 350 грамға т иклем, ҡалғандарға - 200 - әр грамм икмәк бүленә башлай.
       Әммә Ладога күленән тимер юлдың иң яҡын урынлашҡан станцияһына тиклем тиҫтәләрсә саҡрым юл үтергә кәрәк була.
       1942 йылдың 11 ғинуарында Дәүләт Оборона Комитеты бер ай ваҡыт эсендә Войбокало станцияһынан Ладога күленә тиклем 40 километр оҙонлоғондағы тимер юл тармағы төҙөргә ҡарар ҡабул итә.
       Был төҙөлөштө башҡарып сығыу эше "Уфимтрансстрой" тресы к оллективына йөкмәтелә. Уға төҙөлөш начальнигы, Киев политехник институты сығарылыусыһы А. С. Черный етәкселек итә.
       Был төҙөлөш өфөлөләр И. Д. Черноус, И. С. Скворцов, И. Т. Гостев, М. Ф. Ивановтың хәтерендә оҙаҡ һаҡлана. Сатлам а һыуыҡ тора, әсе елдәр иҫә. 1942 йылдың 3 февралендә төҙөлөштә эшләүселәргә Андрей Александрович Жданов хат
       менән мөрәжәғәт итә:
       "Хөкүмәт һеҙгә ҙур бурыс йөкмәтте: бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Войбокало станцияһынан Ладога күленә тиклем тимер юл төҙөргә
       ҡушты. Ул Ленинград һәм Ленинград фронты өсөн аҙыҡ - түлек,
       яғыулыҡ һәм һуғыш припастарын ташыуҙы тиҙләтергә мөмкинселек бирәсәк... Һеҙҙең өсөн, ҡәҙерле төҙөүселәр, хөкүмәт ҡушҡан юлды тиҙ арала төҙөүҙән дә мөһимерәк бурыс юҡ".
       Төҙөүселәр араһындағы социалистик ярышта И. Д. Черноусты ң бригадаһы алда бара. Һәр ике тәүлек һайын эштәргә йомғаҡ яһала. Иң яҡшы эшләүсе бригадаға Хәрби фронт советының күсмә Ҡыҙыл байрағы тапшырыла.
       Юл участкалары бер - бер артлы сафҡа инә. 1942 йылдың 6 мартында төҙөлөш тамамлана, һәм аҙыҡ - түлек тейәлгән поезда р Ладога күленең ситенә яҡынлаша.
       Февраль - март башында тимер юлды файҙаланыуға тапшырыу Л енинград өсөн көрәштең иң сағыу биттәренең береһе. Әгәр 1942 йылдың ғинуарында боҙ юлы аша 53 мең тонна аҙыҡ - түлек
       һәм башҡа йөк ташылһа, март айында уның һаны 118 тоннаға барып етә. Яңы тимер юл тармағы буйынса меңәрләгән кеше Ҙур Ергә сығарыла.
       Май айында төҙөүселәр инде Төньяҡта яңы эшкә тотона. Ә "Уфимтрансстройҙың" Үҙәк дәүләт архивында һаҡланған отчеттарында ул ваҡыт тураһында түбәндәге юлдар һаҡланған: "
       Эшселәр коллективының фронтҡа яҡын шарттарҙа эшләүе, һәм был хәрби бурыстың маҡсаты - блокадалағы Ленинградҡа ярҙам и теү булыуы - коллективты берләштерҙе... Был хәрби бурысты үтәү барышында коллектив хәрби темптарҙа эшләргә өйрәнде... Алынған тәжрибә башҡа эштәрҙә лә файҙаланыла".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал