6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Сираттағы мәрәйҙәрҙе юғалттыҡ
11.01.06


       Өфөлөләр яңы йылда ла бик үк яҡшыларҙан булмаған йоланы дауам итә - ҡыш башынан алып улар еңеүгә ирешә алмай. ЦСКА м енән осрашыуҙы туғыҙынсы бәхетһеҙ матч тип әйтергә мөмкин.
       Был осрашыу ваҡытында хөрмәтле ҡунаҡтар трибунаһында "Салауат Юлаевтың" төп көйәрмәндәре - Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов менән БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов та бар ине. Был кешеләр булғанда Өфө клубының тырышыбыраҡ уйнауы һиҙелә. Бәлки уларға почетлы вахта ойоштороп, өйҙә үткән барлыҡ матчтарға ла йөрөргә кәрәктер, ул саҡта хоккейсылар был уйындарға
       яуаплыраҡ ҡарашта булырҙар ине.
       ЦСКА командаһына ҡаршы көрәш мауыҡтырғыс булды. Тәүге булып иҫәпте ҡунаҡтар асты - был юлы ла өфөлөләрҙең бик үк ныҡтан булмаған оборонаһын ғәйепле тип әйтергә мөмкин. ЦСКА - ның һөжүм буйынса лидеры Мозякин үҙен оҫта уйынсы итеп күрһәтте.
       Был командалар араһындағы үткән ярышта ла "юлаевсылар"
       беренсе булып гол үткәргәйне, әммә улар юғалып ҡалманы, үҙҙәрен ҡулға алып, алға сығыуға иреште. Был юлы ла ошо уҡ х әл ҡабатланды. ЦСКА- ның һаҡ сиктәре боҙ хужаларына бирешә башланы. Оборонала ҡунаҡтарға йыш ҡына ҡағиҙәләрҙе боҙорға тура килгеләне. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр Мозякинға беҙҙең үҙ Сидякиныбыҙ булды.
       Артабан "юлаевсылар" ЦСКА - ның өс хоккейсыһына ҡаршы уйнаны, әммә өҫтөнлөктө файҙаланыр өсөн һайланған егеттәр
       артыҡ эш ҡыра алманы.
       Икенсе период аҙағында өфөлөләр тағы бер шайба үткәрҙе. Был юлы экс - "юлаевсы" Петрунин айырылып торҙо. Өсөнсө период уртаһында күпселектә уйнағанда Дмитрий Левинский яҡшы уйын күрһәтте - был форвард иҫәпте тигеҙләүгә иреште - 2 : 2. ЦСКА хоккейсыһын артабанғы уйындан сығарыу Дмитрий Макаровтың голына алып килде - 3 : 2. Әммә матч тамамланыуға
       ике минут ҡалғас, "Салауат Юлаев" һаҡсылары хәлде үҙ ағышын а ебәрә һәм һөҙөмтәлә - 3 : 3.
       Һәм тағы ла, быйылғы ҡышта бишенсе тапҡыр, "юлаевсылар" бер мәрәй йыйыу менән генә сикләнә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал